Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Октябрь 2019, 12:30

Өфөгә В.Соловьев килде

"Башҡортостанға килеү күптәнге хыялым ине", - ошо һүҙҙәр менән башланы үҙ сығышын Владимир Соловьёв. Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Башҡортостан хаҡында ниндәй фекерҙә?

"Ниһайәт, йәйгелек күптәнге хыялым тормошҡа ашты: Инфорум арҡылы республикабыҙҙы килеп күрҙем. Стеналарында башҡорттар 20 мең йыл элек төшөрөлгән боронғо һүрәттәрҙе һаҡлаған Шүлгәнташ мәмерйәһендә булдым, данлыҡлы Ағиҙел буйлап теплоходта йөрөнөм. "Барыһын һат та ҡурай һатып ал" тигән әйтемде ятлап алдым. Тап ошо сәфәрҙә миңә башҡорт журналистары "Алтын ҡурай" халыҡ-ара журналистар фестивалендә баһалама комиссияһы рәйесе булараҡ ҡатнашырға тәҡдим итте.


Күптән түгел генә мин Сочиҙа, Ҡара диңгеҙ ярында, Рәсәй-Африка форумында инем. Төнөн Мәскәүгә остом, бөгөн мин йәнә Өфөлә.


Александр Пушкин исемендәге аэропорттан осоп, Мостай Кәрим исемендәге аэропортҡа килеп төшөүемә шатланам. Бөйөк шәхестәребеҙҙең исемдәрен ошо рәүешле мәңгеләштереү – шәп күренеш, күп туристар сәйәхәт иткәндә улар менән ҡыҙыҡһынасаҡ, уларҙы иҫтәрендә ҡалдырасаҡ.


"Алтын ҡурай" Халыҡ-ара журналистар фестиваленең программаһы сағыу, бай. Еңеү яулаған барлыҡ хеҙмәттәштәремде ҡайнар ҡотлайым", – тине ул үҙ сығышында.


Шул уҡ көндө Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Алтын ҡурай" халыҡ-ара журналистар фестивале еңеүселәрен бүләкләү бәйгеһе үтте.
Читайте нас: