Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Октябрь 2019, 11:35

«Алтын ҡурай» халыҡ-ара журналистар конкурсы еңеүселәрен бүләкләйҙәр

Республиканың 100 йыллығы һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы айҡанлы «Алтын ҡурай» халыҡ-ара журналистар конкурсына йомғаҡ яһалды.

Конкурсҡа Чехиянан, Канаданан, Ҡытайҙан, Төркиәнән, Азербайжандан, Мәскәүҙән, Татарстандан, Дағстандан, Яҡутстандан, Алтайҙан, Хакасиянан, Мордовиянан, Красноярск крайынан, Свердловск, Брянск өлкәләренән 100-ҙән артыҡ эш килде.


Ете номинацияның һәр береһендә өс еңеүсе билдәләнде, шулай уҡ — «Телевидениела иң яҡшы эш» һәм «Интернетта иң яҡшы эш» махсус номинациялары булдырылды.


Конкурс ҡурай таждарын символлаштырған ете номинация буйынса уҙғарылды:


«Тупрағымдан уңдым... Башҡортостан!»;


«Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың!»;


«Рус түгелмен мин, ләкин россиян мин»;


«Мин түгелмен тыуған ерҙең тик осраҡлы ғына ҡунағы»;


«Һоҡландым мин даһиҙарға, даһиҙан көнләшмәнем...»;


«Бер йыр йырланған был өйҙә, бәпесте йоҡлатҡанда»;


«Ап-аҡ ҡағыҙ һалдым мин алдыма».


Бүләкләү тантанаһы 26 октяьбрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында була. Киске сәғәт 7-лә башлана. Һәр ете номинацияла еңеүсегә аҡсалата премия һәм конкурстың символикаһы менән статуэтка тапшырыла.


«Алтын ҡурай» жюрийы етәксеһе – Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев. Ойоштороусылар – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың журналистар союздары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мостай Кәрим исемендәге фонд, «Өфө» журналы редакцияһы.

Читайте нас: