Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
22 Октябрь 2019, 14:28

Ҡарайғандың яугир журналисы

Быйыл 95 йәшен тултырған Бөйөк Ватан һуғышы яугире, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары кавалеры, ғүмере буйы башҡорт рухиәтенә хеҙмәт иткән Рамаҙан Ҡотошовтың “Ҡарайған” тип аталған китабы донъя күрҙе. Унда яҙыусы үҙенең нәҫел-ырыуы, туған ауылы, райондаштары, төбәге тарихын яҙа.

Юрматы ырыуының боронғо ауылдарының береһе булған Ҡарайған тирәһендәге топонимик атамалар, ырыу тураһындағы иң боронғо мәғлүмәттәр, Килмәк абыҙ хәрәкәте, Батырша күтәрелеше, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышына бәйле хәбәрҙәр, 1812 – 1814 йылғы һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан яҡташтар, күренекле шәхестәр хаҡында мәҡәләләрҙән торған был йыйынтыҡ – юбилярҙың үҙенә генә түгел, яҡташтарына ла ҙур бүләк.


Киләһе йыл Рәсәй халҡы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәк, ветеран Рамаҙан Нурғәли улы ундан ашыу китаптары менән аяҡ баҫа был байрамға!https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/aray-andy-yaugir-zhurnalisy/
Читайте нас: