Һеҙҙе иҫтәлекле дата – Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу менән ҡотлайым. Мостай Кәрим күренекле шағир, яҙыусы, драматург, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе, көслө, киң күңелле кеше ине. Уның тыуған Башҡортостанына, яҡташтарына, уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә ихлас, эскерһеҙ мәхәббәт менән һуғарылған илһамлы иҗады тыныслыҡ, игелек һәм ғәҙеллек идеалдарына, күп милләтле Ватаныбыҙ берҙәмлегенә дан йырланы.
Мостай Кәрим мираҫы замандаштарына ҙур йоғонто яһаны, бай тарихи, мәҙәни, рухи ҡаҙанышыбыҙҙың айырылғыһыз өлөшөнә әүерелде.
Шағир иҫтәлегенә бағышланған тантаналы саралар Өфөлә уның талантын һөйөүселәрҙе берләштерер, Рәсәй милли әҙәбиәттәренең күркәм традицияларын һаҡлап ҡалырға ярҙам итер, тип ышанам. Һеҙгә тик яҡшылыҡтар ғына теләйем",- тиелә унда.
Кисәлә "Мостай" документаль фильмы күрһәтелде. Ул "Мастерская" кинокомпанияһы тарафынан Мостай Кәрим фонды ярҙамы менән төшөрелгән.