Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
18 Октябрь 2019, 13:30

Яҙыусы яҡташыбыҙҙың даны Европаға билдәле

Уның менән 1987 йылда булған осрашыуымды хәтерләйем. Ул саҡта Флүр Ғәлимов, Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын тамамлап, Иҫке Ҡалҡаш мәктәбендә эшләй ине. Ул ошо ауылда тыуып үҫә. Стәрлетамаҡта урта мәктәпте, артабан һөнәрселек училищеһын тамамлап, эшсе белгеслеге алып сыға. Артабан - армия. Байконур космодромында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас институтҡа уҡырға инә. Уны 1986 йылда тамамлай. Балалар уҡытырға тыуған ауылына ҡайта. Әйткәндәй, Флүр икенсе урында ла эшләй. Район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә самбо көрәше буйынса секция алып бара. Уның менән осрашыуға бына ошо сәбәп булған инде. - Балалар чемпион булып та китмәҫ, моғайын, - тип уртаҡлашты ул фекерҙәре менән. - Әммә спорт менән шөғөлләнеү бик файҙалы. Әлеге күнегеүҙәрҙең ауыр хәлдәрҙә ярап ҡалыуы ихтимал.

Беҙҙең әңгәмәләшеү спорттан әҙәбиәткә күсте. Был теманың әңгәмәсемә бик яҡын булыуы һиҙелеп торҙо. Тулҡынланып һөйләне.

- Әҙер хикәйәләрегеҙ бармы, - тип ҡыҙыҡһындым унан.

- Бер нисә әҫәрем бар, әммә уларҙы эшләп еткерергә кәрәк, - тип яуап бирҙе ул. - Бәлки, республика баҫмаларына ебәрермен.

1991 йылда (йәки биш йылдан һуң) Флүр Миншәриф улы яңынан Стәрлетамаҡҡа ҡайта. Шул ваҡыттан алып уның ижади күтәрелеше башлана. 1995 һәм 1997 йылдарҙа ике китап сығара. Әҫәрҙәре республика баҫмаларында донъя күрә башлағас, билдәле әҙәбиәтселәр уларға юғары баһа бирә.

Әйҙәгеҙ, хәҙер шундай мәсьәләгә ҡағылайыҡ. Әле беҙ китап нәшриәттәре (дәүләттеке) эшләгән ваҡыттарҙы һағынып иҫкә алабыҙ. Уларҙың штатында махсус әҙәби мөхәррирҙәр (юғары белемле кешеләр) була ине. Кемдер яҙмаларын килтерә икән, уны иғтибар менән уҡып сығалар, кәрәк урындарын төҙәтәләр, ҡайһы ваҡыт еренә еткереп эшләү өсөн кире ҡайтаралар. Һуңынан абруйлы комиссия китапты баҫтырып сығарырғамы, юҡмы тигән ҡарарын әйтә.

- Ә хәҙер нимә? - тине аптыраған танышым (әйткәндәй, әҙәбиәттә күп нимәне аңлай). - Төрлө типографияларға барып, бер нисә тиҫтә мең һумыңды түләп, күкрәк ҡағып, имеш, миңә ҡарағыҙ, мин - яҙыусы, тип маҡтана ала. Ә ул типографияла хатта хаталарҙы ла төҙәтмәйҙәр, сөнки был эш уларҙың вазифаһына инмәй, улар быны эшләй ҙә алмай. Бына шундай фекерҙәр.

Ғәлимовҡа килгәндә бөтөнләй башҡаса. Уның таланты үҫә, асыла, төрлө яҡлап балҡый. Рәсәйҙә ҙур дан ҡаҙана. Әйткәндәй, Рәсәйҙә генә түгел.

Тәртипкә һалып һөйләйек. Уҙған йыл Мәскәү ҡалаһының «Художественная литература» нәшриәтендә Флүр Миншәриф улының автор тарафынан рус теленә тәржемә ителгән «Покаяние над пропастью» исемле трилогияһы сыҡты. Китап донъяның 25 иленән 300 нәшриәт ҡатнашҡан 31-се Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһенә ҡуйыла.

«Башҡортостан прозаигы Флүр Ғәлимов үҙенең киң күләмле Мәскәү уңышын дауам итә», - тигән һөҙөмтә яһай филология фәндәре докторы, профессор, танылған рус шағиры Александр Шуралев.

Ысынлап та, Флүр Ғәлимов быйыл рус әҙәбиәтендә ижади үҫеш яһаны: уның ҙур әҫәрҙәренең тәржемәләре «Юность», «Роман-газета», «Литературная газета» Рәсәй журналдарында, шулай уҡ «Ватандаш», «Бельские просторы» республика журналдарында донъя күрҙе.

«Роман-газета»ла Флүр Миншәриф улының «Златокрылая птица Хумай» романы баҫылып сыҡты. Был һандың 600 данаһы заказ буйынса Германияға - университеттарға, колледждарға, китапханаларға һәм рус әҙәбиәтен яратҡан немецтарға оҙатылды.

Уға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде. Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан авторҙарының әҫәрҙәре һуңғы 30 йылда Рәсәйҙең әҙәби журналдарында күптән баҫылғаны юҡ ине. Элегерәк 1979 йылда Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы һәм 1988 йылда уның «Ярлыҡау» әҫәре баҫылған.

Шул рәүешле, яҡташыбыҙ иң яҡшы Рәсәй яҙыусылары менән бер сафҡа баҫты. Ул - республика, шулай уҡ Рәсәй ғорурлығы.

Минең ҡарашҡа, Флүр Миншәриф улы беҙҙең райондан сыҡҡан иң яҡшы 15 яҙыусы һәм шағирҙар төркөмө башында тора. Әлеге төркөмгә, минең уйлауымса, Әҙхәт Синуғыл, Рауил Шаммас, Фәйзи Ғүмәров, Шамил Рәхмәтуллин, Мариус Мәҡсүтов, Зиннәт Ғәлимов, Рәлиф Кинйәбаев (драматург), Флүрә Сәлимова, Константин Вуколов, Мәжит Кәримов, Ғаяз Үләев, Рәфис Зыязетдинов, Рифғәт Рысаев, Хисаметдин Исмәғилев инә.

Флүр Ғәлимов әле ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында яңы ижади уй-ниәттәр менән йәшәй.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
Читайте нас: