Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
18 Сентябрь 2019, 16:58

Әҙәбиәт – ул мәңгелек ижад

“Һабанды тәрәнерәк батырырға кәрәк” Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин менән йәйгеһен әңгәмәләшкәйнек — тап уның ун икенсе том йыйынтығы сыҡҡан мәлдәрҙә, тыуған көнөндә. Интернет селтәрендә уның менән яҙыусыларҙың “Аҡлан” ижад йортонан видеорепортаж да эшләнек. Гәзит уҡыусылар бик ҡыҙыҡһынып ҡараны был тапшырыуҙы, фекер алышыусылар, тәҡдимдәрен индереүселәр, теләктәрен белдереүселәр бихисап булды. Шулай булыуы билдәле лә ине, сөнки Ноғман ағай — бар булмышы, һәр һүҙе, һәр ғәмәле менән башҡорт һүҙ сәнғәтендә ошо заман картинаһын тыуҙырған, образдар системаһын булдырған әҙип.

Тура һүҙлелеге лә, эске әҙәбе лә — зыялылығының асыҡ күрһәткесе. Башҡорт кешеһен генә түгел, ғөмүмән, Кешелекте бары тик тәбиғи асылына тоғролоҡ, ошо ер-һыуға мөҡәддәс мөнәсәбәт, тарихи үткәнен белеү, иманына ҡайтыу ғына был заман афәттәренән ҡотҡарып ҡала ала, тип әйтә ул үҙенең һәр әҫәре менән. Ул – ысын мәғәнәһендә башҡорт әҙәбиәтендә үҙенең мәңгелек урманын булдырған яҙыусы. Әгәр ошолайтып сағыштырырға яраһа, хатта былай тип әйтер инем: ул мәңгелек урманда ғорур ҡарағастар, мәшһүр имәндәр кеүек романдар ҙа бар, ҡайын-ҡарағайҙар төҫлө повестар ҙа үҫкән, әлморон, мәмешкәк һымаҡ хикәйәләр ҙә тел татын белгәндәргә моң өләшә!


– Ниндәй уйҙар менән йәшәй бөгөн халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин?

– Ғүмерҙең бер мәлендә тәрәнерәк тормош, ғүмер тураһында уйлана башлайһың. Күпме китап сыҡҡан. Илленән ашыу дана тора бына был кәштәлә. Төрлөһө төрлө ваҡытта, төрлөһөнөң яҙмышы төрлөсә, ләкин был хаҡта бик уйланмай инем. Ә бына ошо ун икенсе том сыҡҡандан бирле берсә ҡыуаныслы, берсә моңһоу – төрлө уйҙар килә башҡа, хатта бер ҙә булмағанса, тәүге китабымдан алып бөгөнгөһөнә тиклем күҙ уңынан үткәреп, хәтергә төшөрөп ултырҙым. Ҡасан сыҡты әле был китабым? Ниндәй булды уның яҙмышы? Кемдәр фекерен әйтте? Төноҙоно ошолар хаҡында уйланып, йоҡлай алмай ятам. Был, күрәһең, ана шулай уйландыра, яҙыусыны уйға һала торған бер мәлдер. Уйланмаған яҙыусы булмай ул, әммә былар бөтөнләй башҡа төрлө уйҙар...


– Бәлки, был прозаикка хас уйланыуҙарҙыр?..

– Шағирҙар ҙа шулай ул. Уйланмайынса булмай. Бында күберәк ана шул китаптарҙың нәшерләү яҙмышы, кемдәр ярҙам иткән, шуға бәйле шәхестәр менән аралашҡан мәл­дәр иҫкә төштө. Тормош тәжрибәһенә, ижад тәжрибәһенә лә бәйлелер ул уйҙар. Йәш ваҡытта бер ҙә ул хаҡта уйлап йөрөмәйһең.


“Зөһрә” тигән тәүге китабым шул тиклем еңел генә сыҡҡан. Әҙәбиәткә лә, йәш яҙыусыларға булған яҡты мөнәсәбәт емешелер ул, тип уйлайым. Унда ингән повесты ауылда йәшәгәндә 1955 йылда яҙғайным. 1956 йылдың башында ҡышҡы каникул ваҡытында Өфөгә килдем. Хәким Ғиләжев уны уҡып сыҡты. Ул “Әҙәби Башҡорт­остан”дың баш мөхәррире ине. Шунда был әҫәр оҙаҡ та тормай баҫылып сыҡты.


Хәким ағай минең уҡытыусым да ине. Стәрлетамаҡ институтында ул беҙҙе әҙәбиәттән уҡытты. Повесть донъя күрҙе, хикәйәләр баҫылды, ә китап тураһында әле уйлаған да юҡ. Өфөлә Ленин урамынан килеп ултыра инем, Ленин скверы янында Сәләх Ку­либай тап булды. Ул бик ихлас бу­ла торғайны, “Китап” нәшриәтендә әҙәбиәт бүлеге мөдире булып эшләй ине. “Һин нишләп әле беҙгә килмәй­һең? Бынамын тигән әҫәрҙәрең мат­буғатта донъя күрҙе. Беҙ уларҙы китап итеп баҫтырырға тейеш!” – ти ул. Бына ғәжәп! Аптырап киттем. Был хаҡ­та уйлаған да юҡ бит инде. Баҫтырып йыйып алып кил, тигәс, илт­кәйнем, донъя күрҙе. Бер кешенең иғтибары арҡаһында китаплы булып киттем. Кем белә, бәлки, уның мөнәсәбәте мине әҙәбиәткә нығыраҡ бәйләп ебәргәндер, яуаплы ҡарарға өйрәткәндер.


– Гелән шулай маҡталып та ғына йөрөмәгәнһегеҙҙер бит?

– Төрлө хәлдәр булды. Бына, мәҫәлән, “Ер биҙәге” тигән повесть 1961 йылда журналда баҫылғас, маҡтап яҙып сыҡтылар. Шул ваҡытта партия активы йыйылышында Башҡортостан өлкә комитетының идеология буйынса секретары Сайранов тигән кеше үҙ докладында минең повесть хаҡында “тормошто белмәй, ниңә уны баҫып сығарҙығыҙ?” тигән. Ундай йыйылышта улай итеп телгә алыныу хәтәр күренеш инде ул совет осоро өсөн! Әле Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзына ла алынмағанмын. Хәким Ғиләжев ағай йыйылыштан бик борсолоп ҡайтты, ә мин повестың ҡулъяҙмаһын нәш­риәткә алып барып биргәйнем. Унда барып кил, тигәс, киттем. Ҡулъяҙманы ҡулға тоттороп сығарҙылар: “Сайранов телгә алғас, беҙ уға тотона алмайбыҙ инде”. Минең башҡа һуҡҡан кеүек булды. Йәшмен, нығынма­ғанмын әле. Һеңгәҙәп йөрөнөм бер аҙ, әммә тышҡа сығарып, шаулап, кеше менән уртаҡлашманым был уйҙарымды.


– Нимәһенә бәйләнгән һуң ул?

– Унда етәксе, бер кешене райкомға эшкә алыу өсөн, секретарь ҡыҙға мөрәжәғәт итә: “Приказ яҙып, миңә ҡултамғаға индер!” Баҡтиһәң, райкомға улай итеп түгел, ә бюро ҡарары менән раҫлап, эшкә алалар икән. Тормошто белмәгәнмен, сәйәси хата эшләгәнмен килеп сыҡҡан уларса. Бер ҡараһаң, был хата ла түгел бит инде, әммә әйткәс, нәшриәткә төҙәтеп алып барам, тинем. Ҡыуатов тигән кеше нәшриәт директоры ине, уға илттем. Әммә ул: “Улай еңел генә булмай, Сайранов эштән китмәйенсә һинең был китабың сыҡмаясаҡ”, – ти. Китап ете йыл буйы ятты. Ул эштән киткәс, сығарҙылар. Ул ваҡытта әҙәбиәттә, китап сығарыу эшендә еңел һымаҡ ине, ә ана шундай тотҡарлыҡтар ҙа булды. Бер ҡараһаң, Сайранов минең ул әҫәрҙе уҡып та ултырмаған бит инде, уға тексты яҙып биргәндәр. Әммә йылдар уҙғас, өлкә комитетында эшләгән Рамаҙан ағай миңә эштең кемдә, нимәлә булыуын аңлатты. Үҙе яҙыусы булырға ынтылып йөрөгән бер инструктор яҙған булған икән ул докладты. Бына шундай юлдар ҙа үтергә тура килде. Ни эшләтәһең, был – заман һынауы, заман күренеше. Башта шаңҡыған кеүек булһам да, туҡтап ҡалманым. “Ауылым юлы”, “Һинең мөхәббәтең” кеүек повестар яҙылды. “Ер биҙәге” сыҡ­ҡансы байтаҡ повесть ижад иттем.


– Үҙегеҙ өсөн иҫәпләгәнегеҙ бармы: повестар күберәкме, әллә хикәйәлә­регеҙме? Миңә повестар күберәк кеүек тойола...

– Хикәйәләр күп. Айырым том бит. Бер мәл Ғайса Хөсәйенов ижадым хаҡында мәҡәләлә “28 повесы бар” тип әйтеп киткәйне. Унан аҙаҡ та яҙҙым әле ул. Күңел талабы, заман һулышы менән тыуған әҫәрҙәр. Ул яҡтан мин оттоммо икән, юҡмы, уныһын уҡыусы хәл итә.


Роман яҙам тиһәң, әллә ниҙәр уйлап бөтәһең. Мәғлүмәт туплағанда, ҡайһы бер күренештәрҙе – хикәйә, икенселәрен повесть итеп яҙып ҡуя торғайным.


– Был бесәнгә барған ыңғайы еләген дә, мәтрүшкәһен дә йыйып алып ҡайтҡан кеүек булған инде...

– Шулай килеп сыға, күрәһең, үҙемсә ваҡытты бушҡа уҙғармаҫҡа тырышҡан­мынмы икән?! Иртәнсәк эшкә киткәнсе сәғәт 6-нан тороп, 8-гә тиклем ижад менән шөғөл­ләнәм. Кис эштән һуң, бигерәк тә гәзиттәге көсөргәнешле хеҙмәттән һуң баш ҡаламы ни унда? Командировкалар, юлдар, алдағы һанға яҙаһың, ул арала ҡасан үҙеңдекен ижад итеп өлгөрәһең, ти?


Ялдарҙы, байрам­дарҙы бер ҙә бушҡа үткәрмәҫкә тырыштым. Ял йорттарына барып, еңелерәк әйберҙе шунда яҙып ҡайта инем. “Красноусол” шифаханаһына Фәимә апайың менән барғанда, “Төпкөлдән төшкән килен” тигән повесты яҙып ҡайттым. “Яҡтыкүл”гә ҡыҙыбыҙ менән өсәүләп барғайныҡ. Унда хатта алдан ниәтләмәгәйнем дә әле, шундағы бер күренеште уйландырырлыҡ күреп, “Нурлыкүл тулҡындары” тигән повесть яҙып ҡайттым. Ҙур ҙа түгел улар, 100-әр битлек. Ваҡытында яҙып ҡуймаһам, моғайын, килеп тә сыҡмаҫ ине. Һәр ғәмәлдең үҙ мәле шул.


– Ваҡытында яҙып ҡуймаһам, тинегеҙ? Илһамды толомонан тотҡан саҡмы?

– Төрлөсә була. Мәҫәлән, кеше менән осрашаһың, ул һиңә берәй ваҡиға һөйләй һәм уны тотоп яҙырға ғына кәрәк. Әгәр ҙә шунда уҡ, уйланып ултырып, ҡағыҙға төшөрмәһәң, һы­уын­дыра. Онотола ул. Иҫкә төшөрөп ҡарайһың, тәүге кисереш, тәүге илһам булмай. Ана шул эҫе мәлендә теркәп ҡуйыу мөһим. Һәр хәлдә, мин ғүмер буйы шулай эшләргә тырыштым.


Тағы ла икенсе эш алымым – ҙур әҫәр яҙып ултырғанда, романға кер­мәгән ҡыҙыҡлы ваҡиғаны блокнотҡа теркәп барҙым. Ана шул рәүешле, романды тамамлағас, байтаҡ хикә­йәләремде яҙҙым.


Бигерәк тә бына Фәимә апайың сирләп йығылғас (инсульттан һуң ул туғыҙ йыл ятты), икенсе төрлөрәк эшләнем. Алдар батыр тураһындағы романды быға тиклем 2001 йылда яҙып сығарғайным, ә ул 2003 йылда ятты түшәккә. Сәйет батыр тураһында роман яҙырмын, тип уйлап йөрөй инем. Алдар батыр хаҡында мәғлүмәт туплағанда, уның атаһы Иҫәкәй тархандың Сәйет яуында ҡатнашыуы хаҡында мәғлүмәт йыйғайным. Апа­йың йығылғас, яҙа алманым, ләкин блокноттарымды асып ҡарай башланым. Ҙур эшкә тотоноп булмай, ә яҙғы килә. Шул блокнот битендәге яҙмаларым ярҙамға килде. Апайың менән бергә тип әйтерлек байтаҡ хикәйә ижад иттек – “Әллә һағыш, әллә яҙмыш”, “Ҡара ҡайын”, “Ғәйет намаҙы йәки ҡара шәлле ҡатын”, “Үлеләр китә, тереләр ҡала”, “Китмә, китмә, һандуғас”, “Ҡәҙерһеҙ ғүмер”, “Һуңғы хат” һәм башҡалар. Апайың сирләп ятҡас, күңелдең торошон да үҙең беләһең, әммә ошо хикәйәләрҙе яҙырға ваҡыт тапҡаныма хәҙер ҡыуанам.


Әйткәндәй, блокноттарымдың бө­тә­һен дә архивҡа тапшырып бөт­кәнмен, унда матур ғына сюжеттар ҙа, фекерҙәр ҙә киткән. Ярай инде.


“Ғәйет намаҙы йәки ҡара шәлле ҡатын” тигән хикәйәнең сюжеты гәзиттә эшләгән ваҡыттарға барып тоташа. КПСС Үҙәк Коми­те­тының пленумында дини күренештәрҙе бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Ошо уңайҙан Ғәйфулла Вәлиев менән икебеҙҙе районға ебәр­ҙеләр. Шунан алып ҡайтылды ул сюжет. Заманында дингә ҡаршы йөрөгән ҡатындың, йылдар үткәс, сиркәүгә килеүен күреп, тетрәнеп яҙылды.


– Тәүге романығыҙ нисек яҙыл­ды?

— “Өҙәрем юл кешеләре” романына бер аҙ дыуамалланып тотонорға тура килде. Булдырам, тип башларға кәрәк эште. “Һайлап алған яҙмыш”тың сюжеты сетерекле тип сығармайбыҙ тип тә бөттөләр. Әммә халыҡ бик яратып ҡабул итте был әҫәрҙе. Әлбиттә, бик ҡатмарлы ижади әйбер булды. Немецтар тормошон бел­мәйһең тип, өс вариантын кире ҡаҡтылар. Унда барып ҡайтҡан кешеләрҙән һорашып, китаптар уҡып, өйрәнеп яҙырға тырыштым. Әммә улай ғына ла тормошто белеп бөтөп булмай икән. Яҙыусы өсөн үҙ күҙең менән күреү мөһим.


— Германияға барғанығыҙ юҡ инеме?

— Шунан өсөнсө вариантын уҡыр­ға КПСС-тың Өлкә комитетына ебәр­ҙеләр. Немецтар тураһында булғас, шикләнеп тә ҡаранылар. Ниңә яҙҙым икән, тип тә бөттөм хатта. Шунда Клара Төхвәтуллинанан: “Бик ҡыҙыҡ­лы әҫәр! Баҫтырырға кәрәк!” – тигән ҡарар килеп төшкән. Ә. Мирзаһитов “баҫырбыҙ” тип ҡуйҙы.


Әммә күңелемде “һаман немецтар тормошон белеп бөтмәйем бит” тигән уй өйкәп йөрөгәндә, әлеге Хәким ағай Ғиләжев: “Ноғман, ауыл хужалығы делегацияһы Германияға китә. Шунда барып килһәң, яҡшы булыр ине!” – тине. Ул шулай бөтә кеше тураһында хәстәрлекле булды. Ағай һөйләшеп, мин документ юллап, ике аҙна буйы Германияла булып ҡайттым. Гәзиткә биш-алты һанлыҡ очерк та яҙҙым. Шул тиклем ҡыҙыҡлы күренештәргә тап булдым. Уларҙы уйлап ҡына сығара алмаҫ инем. Зильда разведчица булып китә бит. Мәғлүмәтте йәш ҡатын “Ди-Тат” тигән журналға һалып ҡуя. Ә ул йәш фашистарҙың журналы була. Бер бәләкәй генә деталь, әммә уларҙың тормошон аса.


Айзенах ҡалаһында беҙҙе немец ҡатыны, уҡытыусы, оҙатып йөрөнө. Мин уның портреты аша Зильданы һүрәтләнем. Беҙ хат алышып та торҙоҡ. Ҡайттым да әҫәрҙе өр-яңынан яҙҙым.


— Ун икенсе томға ни өсөн хәтирәләр инде?

— Бына шул ун икенсе томда яҙыусылыҡ эшенә тиклемге тормош күренештәре, олатайым, атайым хаҡында яҙҙым. Әсәйем дүрт баланы яңғыҙы ҡараны. Шул осор ҡатын-ҡыҙҙарының образы әсәйемдә сағыла. Мәскәүҙә профсоюз съезында ҡатнаштым. Йәш кенә инем. Шулар хаҡында ла яҙҙым, тәүге шиғырҙар тураһында ла мәғлүмәт бар унда.


— Ноғман ағай әҙәбиәткә шиғриәт аша килгәнме?

— Эйе, тәүҙә шиғырҙарым ба­ҫылды. Һуғыш ваҡытында әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ауылда­рыбыҙҙа туҡтап, йоҡлап китте. Баязит ағай беҙгә фатирға төштө. Ауылда йәшәгәндә Ғилемдар Рамазанов, Назар Нәжми, Мостай Кәрим, Ғүмәр Бәширов та килгәне булды. Улар менән аралашҡандан һуң, асылып киттем. Балалар өсөн повесть яҙып ташланым. Ауылда йәшәһәм, әҙәбиәткә тотона алмам ул, тигән уй тыуҙы. Матур итеп өй һалыуыма ҡарамаҫтан, бында әллә ни ырата алмаҫымды аңланым. 1958 йылда тоттом да “Әҙәби Башҡортостан”ға килдем. Фәимә апайың уҡыта ине, ул көҙгә тиклем ҡалды. Мин йәйге каникул мәлендә үк ҡуҙғалдым, эшкә тотоноп киттем.


“Мәңгелек урман”ды яҙыр алдынан күпте өйрәнергә тура килде. Урманды беләм, тарихын да өйрәнгәнмен, шунда йәшәгәнмен. Әммә был ғына етмәй кеүек. Унда ваҡиғалар 1874 йылда башлана. Берәй 500 битен яҙғас, Мәскәүгә ижад йортона киттем. Унда мең бит яҙып, күсереп, проза секция­һына тикшереүгә ҡуйҙым. “Нисек яҙҙың быны? Нисек яҙып бөттөң”, – тиеүселәр ҙә булды. Шул уҡ ваҡытта был килеш бармай, сөнки күләмле, өс өлөшкә бүлерһең, тинеләр. Хатта осорҙарын атап әйттеләр. Уйлап йөрөгәс, ике өлөшкә бүлергә булдым. Уртаһын төшөрөп ҡалдырҙым. Бына шулай уйланып-уйланып, “Мәңгелек урман” тыуҙы.


— Төшөрөп ҡалдырыуы ҡыйын булманымы? Яҙылған бит...

— Әҙерәк күңелде өйкәп торҙо, әммә үҙем уңышлы тапҡан урындарын “Зәңгәртауҙа аҡ болан” трило­гияһында файҙаландым. Был әҫәрҙе трилогия итәм тип тә уйламағайным. Ундағы хәлдәрҙе үҙемдең баштан кисерелде. Бала-сағанан алып өлкән быуын вәкилдәренә тиклем ошо осорҙа ил өсөн хеҙмәт итте. Был дәүер хаҡында айырым китап яҙы­лырға тейеш, тигән фекерем дөрөҫ булған, тип уйлайым. Шунан һуғыштан һуңғы осор хаҡында “Яралы кеше тауышы” тигән әҫәр яҙҙым. Ул 1970 йылдар менән бөтөп ҡуя. Үҙем белгән, йәшәгән йылдар, кисергән ваҡиғалар хаҡында яҙып ҡуяйым, тинем.


— Яҙыусылыҡ эшенән тыш, Ноғман ағай, проза секцияһында ла эшлә­гәнһе­геҙ. Бына был үҙе ҡаһарманлыҡ, ми­неңсә. Автор­ҙарҙың күләмле әҫәрҙәрен уҡып, төҙәтеп, баҫмаға әҙерләргә, кәрәк урында кәңәш бирергә лә кәрәк бит әле?

— Эйе, мин ҡырҡ йыл буйы проза секцияһы ағзаһы булдым. Бик кү-ү-үп ҡулъяҙмаларҙы уҡырға тура килде. Йәштәргә лә, өлкәндәргә лә фекер әйтелде. Өс тапҡыр рәйесе лә итеп һайландым секцияның. Партия бюроһының секретары ла булдым. Республика китап һөйөүселәр йәм­ғиәтенең рәйесе лә булып эшләнем. Әгәр ҙә үҙем һәм ижадым хаҡында ғына уйлаған булһам, бәлки, улай әүҙем яҙа ла алмаҫ инем. Тураһын әйтеп һөйләшәм.


— Нимә ул тураһын әйтеп һөйләшеү?

— Әйтәйек, авторҙың әҫәре тура­һында нимә уйлайым, фекеремде мотлаҡ әйтәм. Яҙыусы булараҡ, баһамды бирәм. Ниндәйҙер әйбер оҡшамай икән, шуны еткерәм. Шулай уҡ үҙемә ҡарата ниндәйҙер дөрөҫ ҡараш булмауын тойһам, урынында һорау бирәм. Шул урында әйтәм һәм бөттө. Бер ваҡытта ла күңелемдә кенә йөрөтмәнем. Был да миңә ижадта ярҙам иткәндер, тим. Бына былар барыһы ла шәхси кисерештәр, фекерҙәр һымаҡ, әммә улар ижадта ла сағылыш таба, минеңсә. Кеше бер төрлө һөйләп, икенсе төрлө эшләһә, ул шулай уҡ барыбер уның яҙған­дарында, асылында, кеше араһын­дағы абруйында сағыла. Бына минең бөгөн бер дошманым да юҡ, эсем тап-таҙа.


Урман тураһында ҡабат күләмле әҫәр яҙмаҫ кеүек инем. Әммә “Һуңғы солоҡ” әҫәре тыуҙы. 70 йәшемде үткәрергә булып киткәстәр, тыуған яҡҡа ҡайтып, телевидение өсөн тапшырыу әҙерләргә ҡарар иттеләр. Шунда һуғышта ҡатнашҡан ағайҙар менән дә күрешеп, уларҙы телевизор аша күрһәтәйек әле, тигән уй килде. Берәүһенә барҙыҡ, матур итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Төшөрҙөк. Артабан киттек. Икенсеһенә килдек. Электән бик яҡшы белгән, “әбйәшник” булып эшләгән ағай ине. Объездчикты шулай йөрөтәләр ине ауылда. Барһаҡ, йылы көндә ихатаһында Нәғим бабай сиҙәмдә ята. Ҡараһаҡ, был күҙен асты, теле көрмәлә. Нимә һөйләгәне йүнләп аңлашылмай ҙа. Ул дүрт “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры ине. Өйҙә бер кем юҡ. Ни хәл икәнен дә башта аңламаныҡ. Аҙаҡ ҡына бабайҙы фалиж һуҡҡанын белдем. Өйгә кертеп һалдыҡ. Әбейе шул тиклем матур ине. Шул эскелеккә һалышҡан икән. “Һуңғы солоҡ” тигәндәге төп геройым Каррам – ана шул Нәғим бабай.


— Рәшит Солтангәрәевтең шундай фекере бар: мин башҡорт яҙыусыһын уҡыйым икән, башҡорт образын, холҡон күрергә теләйем, ти торғайны. Һеҙҙеңсә, нисек?

— Башҡорт яҙыусыһы булғас, башҡорт холҡон бирә инде ул. Һәр милли автор үҙ халҡы хаҡында яҙа.

Төлкөсура ла, Каррам да – башҡорт ирҙәре образы. Башҡорттоң кешелеклелеге лә, дыуамаллығы ла, сәме лә – әҫәрҙәремдә. Ә башҡорт холҡон иң ныҡ һүрәтләгәнем – “Алдар батыр”ҙа. Ул батыр булыу менән бергә бик шәп ойоштороусы ла була. Алдар батыр дәүләт кимәлендә фекер йөрөтә белгән.


Эйе, яҙыусы халҡының яҙмышын яҙырға тейеш. Был фекер миндә һәр саҡ йәшәне, шуға таянып ижад иттем.


— Икенсе бер прозаик Әмир Әминев әҫәр мотлаҡ социаль булырға тейеш тигән фекерҙә. Һеҙҙең ҡараш?

— Был фекер менән дә килешәм, сөнки әҫәр заман проблемаларын сағылдырырға тейеш. Һәр хәлдә, авторҙың ундай ижад емештәре лә булыуы мөһим. Гелән тарих, үткәндәр тураһында ғына яҙып ултырып булмай бит.


— Мәрхүм Сабир ағай әҫәрҙең теле хаҡында йыш әйтә ине. Ул художестволы юғарылыҡ хаҡында айырым телгә алырға яратты...

— Сабирҙың үҙенә генә хас стиле булды, теле шул тиклем шәп ине. Ҡарап торһаң, бай ҙа, шыма ла кеүек түгел, хас үҙе һымаҡ. Шундай матур итеп образды күҙ алдына килтереп баҫтыра ул, иҫең китә лә ҡуя. Уны беренсе китабынан уҡ беләм, уға рецензия ла баҫтырҙым, “Ағиҙел”дә сыҡты. Бик иртә китте. Бына хәҙер хатта үкендереп ҡуя, беҙ бит туғандар, аралашып йәшәгән кешеләр. Элек бер улысҡа ҡараған ауылдарыбыҙ. “Сабир, эш араһында яҙып булмай, үҙеңдекен яҙ!” – тинем, Зөбәй Үтәғолов хаҡында әҙер мәғлүмәте бар ине. Бына яҙам, ултырам, тине, юҡ инде, өлгөрмәй ҡалды. Зәйтүнәһе лә йыш әйтте. Бер ҡараһаң, нескә күңелле кеүек тә түгел, әммә ул тап шулай булды. Уның баянда уйнағанын күргәнең булғандыр бит: иҫ китмәле күренеш ине. Бөтә йәне-тәне менән уйнаны ул. Тормошта алдашыуҙы белмәне, саф кеше ине.


— Ноғман ағай, ә бына ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет прозаһы айырыламы? Ғөмүмән, шулай тип ҡарау дөрөҫмө ул?

— Был хаҡта минең мәҡәлә лә бар. Тәскирә Даянованың “Һуңғы шырпы” тигән повесы бар. Нәжиәнең бер повесы бар. Шул икеһенең әҫәрҙәре тураһында яҙҙым. Ҡатын-ҡыҙҙың образдарҙы биреү маһир­лығы, ирҙәр тоймағанды нисек нескә һиҙеүе – шул хаҡта һөйләйем унда. Ирҙәр яҙа торған ғына әйберҙе ҡатындар бөтөнләй икенсе төрлө һүрәтләй. “Һуңғы шырпы”ла ҡыҙыҡлы күренеш бар. Мин улай яҙа алмаҫ инем. “Ике ҡатын һәм бер ир” тигән мәҡәлә ине ул, бына иҫкә төштө. Сағыштырып яҙҙым. Нәжип Асан­баевтың документаль әҫәрҙәренә баһа бирәм унда.


— Донъя, Рәсәй, башҡорт про­заһында кемдәрҙе ҡайтанан уҡыр­ға яратаһығыҙ?

— Беҙ ябай уҡыусы түгел бит инде. Үҙе яҙған кеше әҫәргә икенсе төрлө ҡарай, баһа бирә. Күптән түгел Жәлил Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романын уҡып сыҡтым. Мин ҡулланмаған һүҙҙәр, тапҡыр әйткән юлдар – һоҡланып уҡыным. Салауат Әбүзәровтың “Ғәмәл дәфтәре” тигән шиғыр китабын йыш ҡулға алам. Һәҙиә Дәүләтшинаны яңынан уҡып сыҡҡаным бар. Зәйнәб апайҙа, Жәлил ағайҙа, Һәҙиә апайҙа шундай һүҙ байлығы, хатта таң ҡалып ҡуяһың. Ҡабат уҡып алыу күңелгә ниндәйҙер аңлатып бөткөһөҙ кинәнес бирә. Мос­тай ағайҙың прозаһы шыма, бик матур, бөтәһе лә дөрөҫ яҙылған, әммә теле ҡорораҡ төҫлө тойола. Рәшиттең теле бик тупаҫ кеүек булып китә ҡайһы саҡ. Талха үҙе башҡортса яҙһа, яҡшыраҡ булыр ине. Талха оҫта инде ул, оҫта.


— Бөгөнгө йәштәргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ? Сюжет ҡора беләләр, һөйләмдәр дөрөҫ төҙөл­гән, проблеманы яҡтырталар, башҡорттар тураһында яҙалар... Ә шулай ҙа әҫәрҙе әҫәр иткән әйбер ул нимә?

— Хәҙерге проза хаҡында йыш уйланам. Хәҙер нимә тураһында яҙырға теләйһең, шуны һүрәтләргә була. Тик нимә яҙһаң да, киләсәкте уйларға кәрәк. Һәр быуындың үҙенең килер көнө бар. Әҙәбиәттең әллә алдағы йылдарҙа кәрәге юҡмы, тип шикләнеп тә ҡуяһың. Әммә ул борон-борондан килгән. Аяныслы хәлдәр, тетрәндергес ваҡиғалар етерлек – уларҙы һүрәтләргә кәрәк. Бөгөнгө һүҙ киләсәккә лә барып етергә тейеш, шундай итеп ижад итеү мөһим. Тәрәнерәк батырырға кәрәк һабанды йәштәргә.


Миләүшә Ҡаһарманова – бик ҡыҙыҡлы прозаик, әммә тарихи әҫәрҙә һүҙ менән мауығып китергә ярата. Теле матур, әммә тәрәнлек өҫтәргә кәрәк. Ғөмүмән, әҫәрҙе кәрәкмәгән нәмәләрҙән арындыра белеү мөһим. Проза тәртәһен тотмаһаң, тегеләй ҙә, былай ҙа сыға ла китә ул. Айгиз Баймөхәмәтовҡа киңерәк юлға сығырға кәрәк.


Тормошта проблемалар күп, әммә уҡыусыны өмөтөнән дә айырырға ярамай. Әҙәбиәт тәү сиратта кешенең күңеле менән эш итә. Беҙ ана шул уҡыусының рухи донъяһы алдында яуаплы. Шуға күрә әҫәрҙә ниндәй генә ҡатмарлы мәлдәр, ҡот осҡос хәлдәр һүрәтләнһә лә, кешенең был тормошҡа, үҙенә, заманына ышанысы юғалырға тейеш түгел. Китапты уҡығандан һуң уҡыусы үҙенең был донъяға килеүенә, көрәшергә әҙер булыуын асыҡлауына ҡыуанырға тейеш.


— Йәш сағығыҙҙа берәй заман ун ике томым сығыр, тип уйлаға­нығыҙ булдымы?

— Юҡ, әлбиттә. “50 йәшкә кешеләр һайланма әҫәрҙәр сығара башлай, һин нимә әҙерләнең? Биш романың бар бит!” – тине Әнүр дуҫым. Оялып киттем, әммә дуҫ кәңәшен тотоп, биш том һорап, Яҙыусылар союзы идара­һына мөрәжәғәт иттем. Бер ҡатлылыҡ инде. Мирзаһитов ағай аптырап китте, әммә ике томымды сығарҙылар.


Томдарымды 1980 йылдарҙа уҡ әҙерләй башлағайным. Үҙем машинкала баҫтым. Ҡулдан яҙып, шунан баҫыуға әҙерләй инем.


Ун икенсе томым баҫылды, уны ла уҡып сыҡтым. Шунда бар етеш­һеҙлектәр күренгәндәй була. Миңә шулай ҡабат-ҡабат уҡып, төҙәтеп ижад итеү оҡшай. Тәжрибә булғас, әҫәрҙәремде, томдарымды еренә еткереп, яйлап эшләүем менән ҡәнәғәтмен.


Читайте нас: