- Бөгөнгө заман ир-аты тигәс, шунда уҡ атайым күҙ алдыма килеп баҫты. Ир-егеттәр тап атайым кеүек булырға тейеш, тип күҙаллайым. Киләсәктә үҙемдең тормош иптәшем дә уға оҡшаһын ине…
Атайым бик хәстәрлекле, аҡыллы, йомшаҡ күңелле. Атайға ҡарағанда әсәйебеҙҙән нығыраҡ ҡурҡып үҫтек. Үҫә төшкәс атайыбыҙ серҙәшебеҙгә, кәңәшсебеҙгә әүерелде. Өс ҡыҙ үҫтек – мин, ике апайым. Атайым беҙҙе «Минең ҡыҙҙарым» тип йөрөтә. Әсәйҙең асыуланған саҡтарында атайымдың уны тынысландыра, хәл-ваҡиғаны көлкөгә әүерелдерә алыу һәләте бар.
Аҡса табыу – атайым елкәһендә. Әсәйем ғүмере
буйы артыҡ көс түкмәй генә эшләне. Эшкә барҙы, ҡайтты… Бының өсөн уға атайым бөтә шарттар тыуҙырҙы.
Атайым, беҙ мәктәптә уҡығанда, үҙ машинаһында барлыҡ класташтарыбыҙҙы походтарға алып бара, алып ҡайта, яланда ашарға бешереп ҡуя ине. Башҡа атайҙарҙың ундай әүҙемлек күрһәтеп йөрөгәнен иҫләмәйем. Бер ҡасан да кешегә насар һүҙ әйткәнен ишеткәнем, ҡырын ҡарағанын күргәнем юҡ. Беҙҙең өсөн йәнен бирергә әҙер. Элегерәк дискотеканан йә берәй байрамдан һуңлап ҡайтһаҡ, беҙҙе һәр саҡ ҡаршы алды. Ә бөгөн ул дуҫлашып йөрөгән егеттәребеҙ менән яҡындан таныш. Уның әйтеүенсә, алтын шикелле ҡыҙҙарын ул теләһә кемгә тоттороп ебәрә алмай.
Шулай уҡ ғаилә ялдарын күңелле, иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойоштороусы ла ул. Ҡыҙ балалар булһаҡ та, балыҡҡа, һунарға йөрөттө, ошо башлыса ир-ат енесенә хас шөғөлдәрҙең серҙәренә төшөндөрҙө.
…Бер мәл әсәйем ҡаты сирләп китте. Дауаханаға һалырға тура килде. Беҙ, апайҙарым менән мин, йомшаҡ әйткәндә, үҙебеҙҙе үҙебеҙ хәстәрләй алырлыҡ хәлдә инек инде. Ни тиһәң дә, студенттарбыҙ… Ә атайым, беҙҙе ашарға бешерә белмәгән һәм әсә хәстәренән ҡалған балаларҙай күреп, төшкө һәм киске аштарҙы өлгөртә ине. Һәм… кисен тышҡа сығармай башланы. Бына ниндәй ул минең атайым –барыбыҙ өсөн дә бер генә ир заты.
Элек тә ярайһы уҡ сибәр атайыбыҙҙың бөгөнгө көндә лә бик ыҫпай, һомғол булып ҡалыуына, үҙен һаман да ысын джентелмендарса тотоуына ҡыуанабыҙ ҙа һәм… күнегеп тә бөткәнбеҙ.
- Ярайһы уҡ сыбар һәм парадокстарға бай ул бөгөнгө ир-ат образы. Ылыҡтырғыс, арбағыс һәм шул тиклем бахыр, тип әйтәйемме икән… Улар шул тиклем бәхетле, бай булып йәшәгеһе, матур, аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙарҙан һөйөлгөһө килә һәм уның өсөн бер нәмә лә эшләмәй.
Ғөмүмән, ниндәй ул бөгөн аяҡтарында ныҡлы баҫып торған, уңышлы ир-ат? Уйымса, ундай зат аҡыллы, аҡсалы һәм ғаиләле булырға тейеш. Ошо критерийҙарҙың береһе булһа ла тап килмәй икән, тимәк, ул уңышлы һәм заманса түгел. Ниңәме? Бөгөнгө көндә конкуренция тигән төшөнсә төп ролде уйнай. Бар ерҙә лә беренсе булырға теләмәгән кеше уңышлы түгел тигән һүҙ. Аҡса төшөнсәһе лә заман кешеһе менән тығыҙ бәйле. Аҡса эшләй белмәгән йәки уны табырға теләмәгән ир заты, тимәк, үҙе тураһында ла, яҡындары тураһында ла хәстәрлек күрергә теләмәй. Бөгөнгө көндә аҡса барыбер кешенең уңышлы, һәм заманса булыуының төп күрһәткесенә әүерелде. Ысын ир-ат аҡса эшләй белергә тейеш, тигән ныҡлы фекерҙәмен. Ҡатынынан алып торған йәки бер тинһеҙ йөрөгән ир менән нисек ғаилә ҡорорға, нисек бала үҫтерергә? Бәлиғ булған, белемле, аҡсалы ирҙең ғаиләле булыуы ла зарур. Ғаилә шулай уҡ сифат күрһәткесе ролен үтәй. Ғаиләле, тимәк, иртәгеһе генә түгел, киләһе, унан һуңғы көн тураһында, нәҫеле тураһында уйлай…
Тейеш, тейеш, тибеҙ ҙә ул… Ҡайҙа инде тейешен еренә еткереү. Бөгөнгө ир-ат һуҡыр түгел, ләкин уларҙың бер нәмә лә күргеһе килмәй; улар алйот та түгел, әммә алйотҡа һалыша: ниҙер эҙләйҙәр, әммә таба алмайҙар. Хәйер, әйтеп ҡуяйым – барыһы ла ундай түгел. Бөгөнгө ирҙәрҙе, дөйөм алғанда, бер нисә типҡа бүлергә мөмкин:
- Белемле, уңышлы, ваҡытында өйләнгән, мул аҡса эшләй белгән ир-аттар. Ундай ирҙәр үҙҙәре лә рухи, профессиональ яҡтан үҫә, ҡатындарына ла шулай уҡ үҫешергә ярҙам итә.
- Теге йәки был осраҡлы эштә йөрөп көнөн уҙғарған, аҡсаһыҙ, әммә ғаиләһе, балалары булған ир заттары.
- Бер ни эшләмәгән, ғаиләһеҙ, аҡсаһыҙ ирҙәр-хыялбайҙар.
Бер егет менән йөрөп ҡараным. Һүҙ әйтәм - ишетмәй, бер нәмә тураһында үтенәм – эшләмәй. Бәй, һүҙһеҙ, ирекһеҙ манекен менән аралашырға ҡыҙыҡ тиһегеҙме ни?
… Бынаниндәй ул, замана ире.
- Үткән быуаттың урталарында замана ире стереотибын эшсе образы тулыландыра. Алтмышынсы йылдар геройы – романтик рухлы ирҙәр. Улар һөйгәндәренә йышыраҡ сәскә бүләк итә, осрашыуға йыйынғанда махсус рәүештә шиғырҙар ятлай… Етмешенсе йылдар ирҙәре уҙған осор көслө заттарына ҡарағанда белемлерәк, ләкин апатияға бирелеүсән булараҡ иҫтә ҡалған. Тап ошо осор ир-егеттәре сит илгә киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған быуынды тәшкил итә. Уларҙың тормошҡа ҡарата булған мөнәсәбәте лә, ҡыҙыҡһыныуҙары ла икенсе.
Үҙгәртеп ҡороу заманы бөтөнләй икенсе тип ирҙәр стереотибын тыуҙыра. Улар өсөн төп урынды көс культы алып тора – барыһын да көс менән алырға күнеккән быуын ул. Шул уҡ ваҡытта йүнсел, аҡыллы быуын да.
Ә бөгөнгө заман ире, эйе, йомшаҡ күңелле, тирә-йүндәге ваҡиғаларға битарафыраҡ, ләкин ул ғаилә ҡиммәттәренә йөҙө менән боролған, тип әйтә алам. Киләсәктә үҙен ғаилә башлығы итеп күргән егет-елән бихисап. Ундай тип тағы ирҙәр үҙенең эргәһендә яратҡан ҡатын-ҡыҙының булыуын теләй. Бөгөнгө көн ир-атҡа яңынан-яңы бурыстар ҡуя – эйе, ул аҡса эшләргә, бер нисә телдә аралашырға, машина йөрөтә белергә тейеш. Күпселек ирҙәр был талаптарға яуап бирә. Йәнә замана ире дингә ҡарата ла битараф түгел. Сөнки дин һәм ғаилә бер-береһен тулыландырып, ҡиммәттәрен нығытып торған төшөнсәләр.
Шулай итеп, ул үҙенең рухи һәм профессиональ ихтыяждарын тәү ҡарамаҡҡа бәләкәй майҙансыҡта үтәгеһе килә. Олонан ҡубып, тотош ил, донъя тураһында уйламай ул. Бәлки, бер ун-ун биш йылдан бындай ир-атты патриотизм тойғоһо аҙ булыуҙа ғәйепләрҙәр… Ләкин бәләкәй майҙансыҡта ла нимәлер эшләү – мәҫәлән, ғаиләң хаҡына йәшәү, көн дә эшкә йөрөү, спорт менән шөғөлләнеү – насар түгел.
Замана иренең төп бәләһе – үҙ-үҙенә ышанмауы. Быға тиклем осорҙарҙың болғансыҡлы булыуы ҙур йоғонто яһаған. Ләкин үҙеңә ышанысты ҡайтарыуы ауыр түгел, иң мөһиме – яҡындары, ҡатыны, балалары ышанһын.
Ҡыҙыҡлы нюанстар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, бөгөн ирҙәрҙә романтика тойғоһо ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк. Улар шулай уҡ йышыраҡ ғашиҡ та була һәм… ҡатын-ҡыҙ менән бәйле мөнәсәбәттәрҙе тиҙ генә һүндереп ҡуйырға ла һәләтле.
Ир-ат тураһында 5 уйҙырмаға бер ҡараш
-Ҡатын-ҡыҙ менән бәйле мөнәсәбәттәрҙә тәүге аҙымды ир-ат эшләргә тейеш.
- Ирҙәр бер ҡасан да иламай.
- Ир-ат дуҫлығы иң ныҡлыһы.
- Ирҙәргә еңел-елпе ҡатын-ҡыҙҙар оҡшай.
- Ир-аттың йөрәгенә юл уның ашҡаҙаны аша үтә.
Шәриф Исхаҡов, пенсионер:
-Ысынлап та, тәүге аҙым, ғөмүмән, инициатива ир-аттан сығырға тейеш. Сөнки ошо ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙың реакцияһынан, ым-ҡарашынан күп нәмә тора – бергә булалармы улар, юҡмы, мөнәсәбәттәр ҡуйырыуға ыңғайлаймы һ.б. Минеңсә, инициатива ҡатын-ҡыҙҙан сыға икән, гүзәл зат үҙен алдан уҡ уңайһыҙ хәлгә ҡуя. Һуңынан, ыҙғыш-талаш сыға ҡалһа, ир кеше: “Бәй, һин бит үҙең килдең, йәки тәҡдим иттең…”, - ти ҙә ҡуя. Заман үҙгәрә, ир ҙә, ҡатын да үҙгәрә, ә бына мөнәсәбәттәр моделе быуаттар буйына һаҡланып килә. Ир кеше беренсе булып һүҙ башлай, яҡын килә, тәҡдим яһай, ҡатын-ҡыҙ – йә ҡабул итә, йә юҡ. Киреһенсә икән, бындай мөнәсәбәттәрҙең, күҙәтеүемсә, аҙағы хәйерһеҙ була. Гел түгел, шулай ҙа…
- Ә ни өсөн ир кеше иларға тейеш түгел һуң әле? Илау ирмен тигән иргә, батырмын тигән батырға килешә. Башҡорт фольклорында ир заттарының “ер-һыу илауы” тураһында телгә алына бит.
Илаe, көсһөҙлөк билдәһе булараҡ ҡабул ителгәнгә күрә, кескәй генә малайҙарҙы әсәләре илауҙан тыя. Йәнәһе, илама, ҡыҙыҡай түгелһең… Шул рәүешле балала, ир балала, кәрәкмәгән комплекстар барлыҡҡа килә.
- Килешәм, ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ дуҫлығы менән сағыштырғанда, кенәселлек, һүҙ йөрөтөү, көнләшеү күпкә аҙыраҡ.
- Әлбиттә, ихахайлап барған ҡатын-ҡыҙ менән аралашыуы күңеллерәк һымаҡ. Тәү ҡарашҡа. Ләкин шуныһы ла бар – ундай ҡатын менән танышҡанда уҡ ирҙең күңеле был гүзәл затҡа ҡарата “отбой” бирә. Шаяртыу – бер, ә ныҡлы, матур мөнәсәбәттәр ҡороу – икенсе нәмә. Бында ел ҡыуып йөрөгән ҡамғаҡ ирҙәр күҙ уңында тотолмай – уларға, ысынлап та, шундайҙар оҡшай.
Мин, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ менән шаярып һөйләшергә ныҡ яратам. Ә бына аҡыллы, уңған, етди ҡатындарҙы ихтирам итәм. Һәм шундайҙың береһенә өйләнгәнмен дә.
- Дөрөҫ, ас ирҙең кәйефе лә туранан-тура ашҡаҙан торошо менән бәйле ул. Ас булһам, кәйефем дә юҡ, уйлай ҙа, эшләй ҙә алмайым. Өйләнеү тарихы ла аш-һыу бүлмәһе менән бәйле: һөйгәнемде… дөйөм ятаҡтың кухняһында осраттым. Ап-аҡ йөн башалтайҙар кейеп алған да, йырлай-йырлай аш бешерә ине инәйегеҙ…
Заман – заман менән, ә һәр кем үҙ урынында ҡала – ир ҙә, ҡатын да. Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын, тиҙәр бит шулай ҙа. Тимәк, барыһы ла барыбер гүзәл заттан тора…Шоңҡар журналынан.