Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Сентябрь 2019, 08:13

ТИМУР РАМАҘАНОВ: "САБЫР ИТКӘН — МОРАТЫНА ЕТКӘН"

Уны “башҡорт Биланы” тип йөрөтәләр. Йәштән үк халыҡ һөйөүен яулай, беренсе концертына зал тултырып тамашасы йыйыла. Таланттарға бай Баймаҡ еренән… Һоҡланғыс тауышлы, талантлы ТИМУР РАМАҘАНОВ менән бөгөн уның аuтобиографияһына байҡау яһаныҡ.

— Тимур, ҡасан беренсе тапҡыр тимер атты йүгәнләнең?
— Атай-әсәйемдең һөйләүҙәре буйынса, мин бик шуҡ малай булғанмын. Бер ҡайҙа барыр булһаҡ, иң алда сығып рулде эләктерә һалам икән. Алты йәшемдә үк атайым машина рулен борорға өйрәтә башланы. Шул ваҡытта уның алдынан төшмәгәнмен.
— Бигерәк бәләкәйҙән атайыңдың машина тәмен тойғанһ икән. Ниндәй маркалы ине ул?
— Тәүҙә “Запорожец” булды, аҙаҡ алтынсы ВАЗ алдылар. 90-сы йылдар аҙағы булғандыр, бик популяр машина ине бит.
— Ә ҡасан үҙеңә ышанып тапшырҙылар дүрт тәгәрмәслене?
— 13 йәшемдә үк атайым ВАЗ-99 машинаһын миңә ышанып бирә ине. Ауыл ерендә өлкәндәрҙең йомошо буйынса елдереп йөрөй торғайным. Егет ҡорона ингәс, машинаны урлап ҡаса башланым. Атайҙың йә мотоциклын, йә машиһанын төндә ипләп кенә этеп алып сығам да, өйҙән бер аҙ алыҫайғас, тоҡандырып сығып атылам.
— Тотолған саҡтарың булдымы?
— Юҡ. Атай миңә ышана ине. Машинаны боҙмай, имен-аман ғына ҡайтып еткәс, атайым, һиҙһә лә, өндәшмәгәндер. Сөнки оҫтарып алғайным, йөрөтөү стажым да апаруҡ ҡына…
— Шәхсән үҙең ҡасан машиналы булдың?
— Сәнғәт институтының IV курсында уҡып йөрөгәндә. Заводтан яңы ғына сыҡҡан өр-яңы LadaKalina ине ул. Әлеге ваҡытта HundaiSolaris-ҡа алмаштырғанмын.
— Ә ни өсөн HundaiSolaris-ты һайланың?
— Бик оҡшаны ул миңә, матур, заманса, үҙенең стиле булған машина.
— Һин кредитҡа машина алыу яҡлымы, әллә аҡса йыйып алыу хәйерлерәк тип уйлайһыңмы?
— Хәҙерге ваҡытта аҡса йыйыуы бик ауыр тип әйтәйемме икән, бындай ысулды ҡулланыусылар бөгөн һирәктер. Машинаһыҙ ҙа йәшәп булмай бит инде. Әгәр ҙә мөмкинлегең бар икән, нишләп кредитҡа алмаҫҡа? Аҡса килеп сыҡһа, уны ябырға була.
— Руль артында йырлайһыңмы, әллә юлға тыныс ҡына ҡарап барыуҙы хуп күрәһеңме?
— Йырлау түгел, тотошлай репетиция үткәрәм (көлә). Руль артына ултырғас, йөрәк елкенә бит, дәртләнеп йырлайым, ярһыйым… Йырҙарымдың һүҙҙәрен иҫкә төшөрәм. Йырламағанда, “Юлдаш”ты, “Energy” радиоһын тыңлайым.
— Ә йырға һәләтең нисек асылды?
— Атай-әсәйем әйтеүенсә, бала саҡтан мыңғырлап йырлап йөрөгәнмен. Беренсе тапҡыр мине сәхнәгә сығарыусы – ул минең олатайым. Атай менән әсәй, Яңы йыл алдынан бүләктәр алырға тип, ахыры, “город”ҡа киткән (күптәргә таныштыр, эргәләге Магнитогорскиҙы беҙ шулай атайбыҙ). Олатай мине иртә менән уятып алды ла, бына мин һиңә йыр өйрәтәм, кискеһен маскарадҡа барып йырлайһың, ти бит.
Шоңҡар журналынан.


Читайте нас: