- Бәй, Розочка, һин икәнһең дә! – тип, ҡаршымдағы ханымға ҡарап ҡысҡырып ебәрҙе. - Танымай ҙа торам үҙеңде! Һау ғынамы? Ҡалай ҡартайып киткәнһең…
- Һаумыһығыҙ, Миләүшә Сафиевна. Ә һеҙ бирешмәгәнһегеҙ. Күрәһең, йәш ҡалыу рецебын беләһегеҙ?..
Ҡатын был хуплауҙан көлөп ебәрҙе.
- Представляешь, йыйын хәйерселәр йөрөгән автобусҡа ғүмер ултырмаҫмын тигәйнем, ҡай саҡ тура килә икән. Машинам боҙолдо. Ышҡылып бөтөр инде, тип бынау тунымды йәлләй-йәлләй генә ингән инем автобусҡа, кеше күп түгел икән. Хәҙер һәр береһендә машина шул, бында ни пенсионерҙар ҙа, аҡсаһыҙҙар ғына йөрөй.
- Тун йәл булғас, такси саҡыртыр инең?
Ҡатын һорауҙы ишетмәмешкә һалыштымы, тәтелдәп-тәтелдәне:
- Яңы ғына Франциянан ҡайттым. Ундағы халыҡтың нисек йәшәүенә ҡарап һоҡланып, көнләшеп йөрөнөм. Вәт йәшәйҙәрҙек йәшәйҙәр, әйкәйем! Теге айҙа Грецияға барҙыҡ. Бынау тунды шунда алғайным. Күршем Рәхимәне беләһең бит, мине күргәс, фырт ҡына боролоп өйөнә инеп китте. Һаулыҡ һорашмай башланым. Шәп эшләнем. Исмаһам, ҡолағым тынысланыр, юғиһә, әйләнә лә ту бер нәмә, ту икенсе нәмә һорап керә, порядком надоела. Нишләп әле, мин әйтәм, йыйын хәйерсе менән аралашырға тейешмен. Ире өйҙә эсеп ята, ә был бисара көнө-төнө эш тип саба. Ғүмер буйы эшләй, ни йүнле кейеме юҡ, ни йүнле ашарына етмәй, бахыр. Шул да мине күрмәмешкә һалышһын әле, мөртәт.
- Миләүшә, ул ҡатынға үҙе тере саҡта һәйкәл ҡуйырға кәрәк. Бар ҡатындар ҙа уға оҡшап уңған булһа, кеше хәлен аңламаған мөртәттәр ҙә әҙерәк булыр ине. Эскесе ир менән йәшәр өсөн дә ихтыяр көсөң булыуы кәрәк. Ғүмер буйы бергә йәшәгәс, хәҙер эсә тип кенә урамға ҡыуып сығараһыңмы? Урам берәҙәктәре былай ҙа етерлек. Ике-өс ерҙә эшләүен дә аңларға була. Ваҡытында уҡый алмағандыр. Хәҙер шул үҙе белгән эш менән тамаҡ туйҙыра икән, бик мәслихәт. Барыһы ла һинең кеүек баш экономист булып эшләй алмай шул.. – Ҡаршымдағы ҡатын уға ҡаршы төшә.
- Һы, әйттең һүҙ. Уҡырға кәрәк ине. Бына мин уҡыным да, эшен дә таптым, аҡсаһын да көрәп алам. Үҙемдең башты ла интектермәйем, минең өсөн эшләп кенә бирәләр. Ирем дә - во! Аллаға шөкөр, типтереп йәшәйбеҙ.
- Хәтереңдә булһа, мин мәктәпте алтын миҙалға тамамланым. Ә һине тартып-һуҙып уҡытып бөтөрттөләр. Икебеҙ ҙә бер үк вузды, бер үк факультетты һайланыҡ. Һин индең, ә мин миҙал менән ситтә тороп ҡалдым. Үҙ көсө менән юл ярған кешеләргә ауырыраҡ шул был тормошта. Күктә осаһың, Миләүшә, ергә төш, һауаланма. Әгәр танауыңды күрмәҫ хәлгә етһәң, Хоҙай Тәғәлә күрһәттерер.
- Ҡайҙа ҡарама – демагогия. Һин дә кеше булып хәбәр һөйләп ултырған булаһың! Һиңәме инде миңә аҡыл өйрәтергә, тәүҙә минең кеүек йәшәп ҡара. Бутылкалар йыйыуыңдан саҡ сыҡтым тимәйһең… Йә Хоҙай! – тип төкөрөктәрен сәсә-сәсә туҡталышта төшөп ҡалды.
Ирекһеҙҙән ошондай әңгәмәнең шаһиты булыуым минең кәйефте лә ярайһы уҡ төшөрҙө. Күрәм, Роза ла күҙ йәштәрен һөртөп-һөртөп ала.
- Ғәфү итегеҙ инде, барыһын да ишетеп ултырғас, һеҙгә һүҙ ҡушмайса ла булдыра алмайым. Бер-берегеҙҙе яҡшы беләһегеҙ, буғай. Кем булды ул был бик дорфа һөйләшкән ҡатын?
- Беҙ бер ауылдан, бергә үҫкәйнек. Ата-әсәләре хәлле булды, урындағы етәкселәр. Балалары уртаса ғына уҡыһа ла, өсөһө лә юғары белем алды. Дөрөҫөрәге, дипломды һатып алдылар. Минең арттан этәреүсе булмағас, тәүге йылды уҡырға инә алманым. Бер йыл эшләгәндән һуң ғына студенттар рәтенә баҫтым. Бында ла эшләп уҡырға тура килде. Миләүшә менән бер факультетты тамамланыҡ. Уның бар хыялы бай егеткә кейәүгә сығыу ине, төп девизы – үҙ мәнфәғәтенә хуш килгән бар ысулдарҙы ҡулланыу. Шуға күрә лә егеттәрҙе бирсәткә урынына алыштырҙы, бай кеҫәле ир-уҙамандарын да урап үтмәне. Һәр береһен үҙ файҙаһына оҫта ҡулланды. Беҙҙең кеүек имтихан биреп ыҙаланманы, ҡуйҙыртып ҡына алды. Артабан да береһе шәп эшкә урынлаштырҙы, икенсеһе менән сит илдәргә ял итергә барҙы, өсөнсөһөнән фатир алдыртты. Үҙе әйтмешләй, типтереп йәшәне. Ирем, тип күкрәк һуғып ултырһа ла, ирен иргә һанамаған ҡатын ул. Бер бала тапты ла, донъя мәшәҡәттәрен ире өҫтөнә ауҙарып, үҙе “мал табыусы” ролен алып, сит ирҙәр менән типтереүен белде. Ире барыһын да белә ине, өндәшмәне, сөнки ул ни, быҙау ни… Миләүшә өсөн иң ҡулай, үҙе һайлап алған ир ул. Уның һөйләгәнен генә тыңлап ғәрләнеп үлерһең. Минең өсөн эшемде эшләп бирәләр, ти бит әле ғәрләнмәйенсә. Эшләрҙәр ҙә шул, баш экономист булып ултырыу түгел, ябай бухгалтерға ла алмаҫ инем мин уны. Әлеге лә баяғы сибәрлеге, әрһеҙлеге, тәне менән ир-егеттәрҙең һушын ала. Ни хәл итәһең, ирҙәр тәү сиратта матурлыҡты баһалай шул.
Үҙҙәре ҡыл да ҡыбырлатмай тороп, кеше һөйләп, ғәйбәт тыңлап, аҙғын юлда йөрөүселәр “хәйерсе”, “мәхлүк”, “тинтәк” тип һөйләй башлаһалар, йән көйә лә китә. Минең көнгә ҡалһа, ҡул ҡаушырып, илап ултырыр, йә бөтөнләй юлдан яҙып юғалып ҡалыр ине, буғай. Тәүбәгә килер ҙә, һуң булыр. Миңә ҡалһа… Мин үҙемде бик бәхетле тип әйтә алам. Ҡайтып инер фатирым, ял итергә ятыр урыным, береһенән-береһе аҡыллы балаларым, йән атып тоған хәләлем бар. Һаумын. Яратҡан эшемә барам. Барыһы ла хөрмәт итә, рәхәтләнеп эшләйем, эшләгәнем өсөн хәләл аҡса алам. Миңә башҡа байлыҡ кәрәкмәй ҙә, Хоҙайым ошо бәхетемдән айырмаһын. Эйе, бутылкалар йыйған саҡтарым да булды, тормош иптәшем ауырып түшәккә йығылғас, балаларҙы кейендерергә лә, ашарҙарына табырға ла тура килде. Дарыуҙарға аҡса еткерә алмай башлағас, бер кафеға йыйыштырыусы булып эшкә урынлаштым. Шундағы бутылкаларҙы ташламай алып ҡайтып барғанда Миләүшә осрағайны. Хәҙер, Аллаға шөкөр, тормош иптәшем һауығып эшкә сыҡты. Ауыр саҡтарҙа туғандарым ярҙам итте, дуҫтарым да ташламаны. Әгәр ҙә Миләүшәгә үҙе менән берәй хәл була ҡалһа, тәүбә-тәүбә әлбиттә, кем терәк-таяныс булыр ине икән? Сит ирҙәргә уның һау тәне генә кәрәк, үҙ иренә лә кәрәге ҡалмаясаҡ. Әле, ярай, эше бар, тамағы туҡ. Эшенән ҡалһа, бүтән эшкә ҡулы бармаясаҡ, ялҡауҙың ялҡауы ул Миләүшә. Әммә тормош йомғағы гел генә уңышлы тәгәрәмәй шул, абыныуың бар… Шул саҡтарҙа үҙең кәмһеткән ут күршеңә лә ярҙам һорап керерһең. Ниңә шулай һауалы һөйләшәлер? Хоҙайҙан да ҡурҡмай. Ғүмер йомғағының йәшлеккә түгел, ҡартлыҡҡа табан тәгәрәй икәнлеген онотмаҫҡа кәрәк тә баһа. Бына мин ҡайтып та еттем. Рәхмәт һеҙгә, бер аҙ ғына күңелемдәге юшҡын таралды, – тип юлдашым төшөп ҡалды.
Ике ҡатын. Донъяға ике төрлө ҡараш. Ниндәй ҙур айырма ята араларында. Автобустағы ике ханымдың һөйләшеүе йөрәгемә уҡ булып ҡаҙалды. Был донъяға һәр кем үҙ яҙмышы, үҙ тәҡдире менән тыуа. Әммә йәшәү рәүешен һәр кем үҙе үҙгәртә ала. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татығандар, үҙ тырышлыҡтары менән донъя көтөргә, сәмләнеп йәшәргә тырышҡандар үҙ бәхетен барыбер таба. Был фани доъяла шөкөрана ҡылып, барына ла түҙеп йәшәгән, донъяны нисек бар, шулай ҡабул иткән Розаның да буҫығып илаған саҡтары күп булғандыр. Әммә ул үҙен бәхетле һанай. Эйе, бәхетле ҡатын ул.
Кемгә күпме ғүмер бирелгәнен дә Хоҙай үҙе генә белә. Кемделер хурлап, кемделер иҙеп йәшәүселәр ҙә Хоҙай бәндәләре. Байлыҡ бирелгән икән, һауаланмағыҙ. “Байлыҡ – бер айлыҡ”, тиҙәр боронғолар. Кемдер ғүмер буйы ауыр эштә эшләй. Эшләгәне өсөн мыҫҡаллап ҡына аҡса ала. Ҡул көсө һәр ерҙә лә юғары баһаланмай шул. Әммә ул, “аҙ булһа ла, хәләл тапҡан аҡсам”, - тип шөкөр итеп йәшәй. Һәр кем үҙенең хәленә, һаулығына, көсөнә таянып эш һайлай. Шуға күрә тирә-йүндәге кешеләргә иғтибарлы булһаҡ ине. Ғүмеребеҙгә етер тип уйлаған байлыҡтың да бер көн юҡҡа сығыуы, ғүмерлек тип уйлаған бәхетебеҙ ҙә селпәрәмә килеүе бар…
Бына шундай уйҙар менән юлымды дауам иттем. Йөрәгемде һулҡылдатып арабыҙҙан бик иртә киткән дуҫым Гүзәл хәтергә килде, яҙмышыбыҙ епкә теҙелгәндәй күҙ алдымдан үтте.
Гүзәл менән 1980 йылда таныштыҡ. Ул - Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында актриса, ә мин - Башҡорт дәүләт филармонияһында конферансье. Сираттағы гастролдән ҡайтыуыма өй хужаһы, сит илдән улының ҡайтыуы тураһында хәбәр итеп, бүлмәне бушатыуымды һораны. Ҡапыл ғына ҡала ерендә фатир табыуы ҡыйын, шуға күрә мин таныштарға шылтыратырға тотондом. Әмәлгә ҡалғандай, мине үҙенә өйҙәш итеп алырға теләүсе табылды. Ул – Гүзәл ине. Кәүҙәгә ыҡсым ғына, орсоҡ кеүек өйөрөлөп, күбәләктәй осоп ҡына йөрөй торған еңел кәүҙәле, асыҡ йөҙлө, мөләйем был ҡыҙ менән беренсе көндән үк дуҫлаштыҡ һәм был дуҫлығыбыҙ оҙаҡ йылдар дауам итте. Өс йыл буйы бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәнек, бер-беребеҙгә ауыр һүҙ түгел, ҡырын ҡарағаныбыҙ булманы. Күңеле изге, йөрәге саф ине уның. Бер туғандай, һуңғы телем икмәгебеҙҙе лә, һуңғы тиндәребеҙҙе лә уртаҡ иттек. Әйберҙәр прилавка аҫтынан уҡ таралған саҡ. Ә беҙ һәр саҡ кеше араһында, ни тиһәң дә, артистарға барыбер икенсерәк күҙлектән ҡарайҙар, шуға күрә алдыңды-артыңды ҡарап йөрөргә өйрәнәһең. Бер ял мәлендә Гүзәл менән киттек Стәрле баҙарына. Бер көн мин кейерлек, икенсе көн Гүзәл кейеп йөрөрлөк булһынға, икебеҙгә лә тап килерҙәй төрлө-төрлө әйбер һатып алдыҡ. Ана шулай алмаш-тилмәш кейемдәр ҙә кейҙек, серҙәребеҙ ҙә, хәсрәт-шатлыҡтарыбыҙ ҙа уртаҡ булды. Артабан да юлдарыбыҙ бер һуҡмаҡтан үтте. Икебеҙгә лә дөйөм ятаҡтан урын бирҙеләр. Йөҙө ҡояштай балҡып торғанға дуҫтары ла күп ине Гүзәлдең. Йәш саҡ, дәртле саҡ, дискотекаларға йөрөйбөҙ. Элегерәк Салауат Юлаев һәйкәле янында йәштәр гармунға бейей торғайны. Беҙ Гүзәл менән һуңға ҡалғансы бейейбеҙ. Автобустар туҡтала, бер өйөр йәш-елкенсәк менән телеүҙәктән Йәштәр бульварына ҡәҙәр йәйәүләп ҡайтабыҙ. Юл буйы әллә ниҙән көлкө табып көлөшәбеҙ, йырлап та ебәрәбеҙ, ә Гүзәл һәр саҡ уртала, көлдөргән дә - ул, йыр башлаусы ла. Тауышының моңлолоғо үҙәккә үтә. Шул үҙенсәлекле тауышы өсөн генә лә ғашиҡ булырлыҡ ине уға.
Йәшлек йәшен тиҙлегендә үтеп китә торған нәмә икән. Тора-бара йылдар ҙа кешегә үҙ мөһөрөн һуға. Яҙмыш тигәнең кемдәрҙелер үҙ ҡосағына алып иркәләй, кемдәрҙелер ярынан этеп төшөрә, һынауҙар алдына ҡуя. Бәхетенә, уны яратҡан, үҙе өсөн өҙөлөп торған Фирҙәүесен осратты. Гөрләтеп туй яһанылар. Шатлыҡ-ҡыуаныс булып улдары тыуҙы. Ике уңған бергә тура килһә, тормош алға тәгәрәй. Ҡасан ғына ҡунаҡҡа инмә, өй тулы туған-тыумаса, өҫтәл тулы аш-һыу. Бала ҡараулы, өй йыйыштырылған. Йәштәр матур йәшәргә ынтылды. Тиҙҙән ике бүлмәле фатирлы ла булдылар. Мин бер ваҡытта ла Гүзәлдең ирен хурлауын ишетмәнем, Фирҙәүестең дә беҙҙең арала хәләленә ауыр һүҙ әйткәнен беҙ, әхирәттәре, ишетмәнек. Иренең ҡарашынан уның ни теләгәнен тойған әхирәтем: “Хәҙер, атаһы, ҡайтабыҙ”, - тип йыйына башлар ине. Яңы йортҡа күскәс, Гүзәл хәләленә йәнә бер малай бүләк итте. Аралар бер аҙ йыраҡлашһа ла, йыш ҡына ҡунаҡҡа йөрөштөк. Уларҙың өйөнән һаман дуҫ-иштәре, туғандары өҙөлмәне. Хатта ҡайһы саҡта әхирәтемде йәлләй ҙә инем. Ҡасан ял итергә өлгөргәндер ул.
Әллә ошондай оло мөхәббәткә, бәхеткә лә күҙ тейәме икән? Малайҙарына өс йәш тигәндә, барыбыҙҙы ла һеңгәҙәтеп, Фирҙәүес ауырып түшәккә йығылды. Һөйгәнен аяҡҡа баҫтырам тип Гүзәл ниндәй генә клиникаларға, табиптарға, күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итмәне. Һуңғы һулышҡаса Фирҙәүес тә аяғына баҫырына өмөтләнде, хәле ауырлаша башлағас, Гүзәлен үҙ янынан биш минутҡа ла ебәрергә теләмәне. Фирҙәүес хәләленең ҡосағында йән бирҙе. Был ҡайғыларҙы күтәрергә Хоҙай көс, сабырлыҡ бирһен, тип теләнек. Эске үҙәк ныҡлы булһа, кеше ауыр ҡайғыларҙы еңеп сығырға үҙендә көс таба. Гүзәлебеҙ ҙә артабан йәшәргә көс тапты, әммә йөҙөндә һағыш ҡалды. Ул бер ваҡытта ла зарланманы. Һораһаң ғына үҙ хәсрәте тураһында һөйләр ҙә: “Әлфирә, бәхет ул – күҙгә күренмәҫ хыял ҡошо. Ғүмерем буйы рәхәттә, барынан да ҡәнәғәт булып, хәләлемдең һөйөү-наҙҙары эсендә генә йәшәрмен кеүек ине. Әммә бар нәмә лә ваҡытлыса икән. Эшләгәндә эшең бара, аҡсаһын алаһың, кейенәһең, шатланаһың, балалар үҫтерәһең, тормош алға тәгәрәй. Барын да булдырырға тырышаһың. Етмәгәне өсөн көйөнәһең, өҙгөләнәһең. Хәҙер уйлайым да, йәнем өҙөлә. Икәүҙән-икәү генә ҡалып, күҙгә-күҙ ҡарашып үҙебеҙгә генә тәғәйен табын әҙерләп ултырған мәлдәребеҙ ҙә аҙ булған икән. Нисектер, тормош ҡаҙанында ҡайнап, үҙебеҙ тураһында онотҡанбыҙ. Ғүмерем юлында уға оҡшаған кеше осрамаҫтыр. Юҡтыр. Алға баҡһам да, артҡа боролһам да халыҡ араһынан уны эҙләйем, уны саҡырам. Килеп сығыр ҙа: “Әйҙә, әсәһе, ҡайтайыҡ”, – тиер кеүек. Фирҙәүесһеҙ нисек йәшәргә? Ятһам да, торһам да күҙ алдымда тик тора. Үлеп һағындым. Эйе, аңлайым, тормош дауам итә, әммә күҙ асып сит кешегә ҡарай алмайым. Үҙем дә һиҙмәйенсә, уның яратҡан йырҙарын йырлай башлайым, уның исеме менән балаларға өндәшәм. Көнө-төнө Хоҙайҙан сабырлыҡ һорайым. Хыялыйға әйләнмәһәм ярар ине. Һаулыҡ етһә, балаларҙы үҫтереп, уның хыялын тормошҡа ашырһам, һис үкенмәҫ инем. Фирҙәүес минең кәүҙәмде генә ҡалдырып, йөрәгемде, сикһеҙ бәхет тойғоларын, күңел тыныслығын үҙе менән алып китте. Һаулыҡ икән ул – бәхет. Иң бәхетле саҡтарым уның менән булған. Хәҙер ошо ике улым өсөн йәшәргә, уларҙы кеше итергә, уҡытырға кәрәк. Ә шулай ҙа уға ла үпкәләйем. Ниңә бик иртә ҡалдырып китте, тим. Булатыбыҙ бәләкәй сағында бик ныҡ ауырыны, әллә күпме үлем тырнағынан тартып алдыҡ. Инде тормоштарыбыҙ түңәрәкләнгәс кенә, ауырлыҡтар ҙа артта ҡалғас, ул мине ташлап китте.
Балаларҙы нисек аяҡҡа баҫтырырмын? Малайҙарға атай хәстәре кәрәк. Булатым бик иртә етдиләнде, бала ғына әле үҙе, әммә ололарса фекерләп, ир ҡорона инмәксе. Мәктәптә ла яҡшы билдәләргә генә уҡый. Атаһына оҡшап бейергә әүәҫ. Төрлө ҡалаларға концерт менән йөрөйҙәр. Күптән түгел Финляндияға барҙылар. Эй шатланды. Уның шатлыҡтарын күреү үҙе бәхет. Фирҙәүес кенә күрмәй”, – тип йәнә хәләлен хәтеренә төшөрөр ине Гүзәл. Береһенән-береһе бәләкәй ике бала менән ҡалыуҙары, артабан донъя йөгөн бер үҙе тартыуы еңелдән түгел ине. Артистың эш хаҡы бик түбән баһалана, ике-өс меңгә ике баланы кейендерергә лә, ашатырға ла кәрәк. Шуға күрә лә кистәрен машинаһына ултырып “таксовать” итергә лә сыҡҡыланы. Йәшәү ҡиммәтләнгәндән-ҡиммәтләнгән осорҙа аҡса ла етмәгәндер. “Кемгә еңел хәҙер. Бары ла етә, шөкөр”, - тиер ине…
Фажиғә булырҙан бер көн элек Гүзәл миңә шылтыратты: “Дуҫҡай, ярҙамың кәрәк. Иртәгә туйға юлланам. Бер үҙем генә барыуы әллә нисек, шуға балаларҙы ла алам. Туйға арналған йырҙарҙың һүҙҙәрен генә телефон аша әйт әле. Инеп торорға ваҡыт тапманым. Йырлай алырмын микән? Хоҙайым, иламай ғына, күҙ йәштәре күрһәтмәй генә йырларға, имен-аман туйҙы үткәрергә яҙһын! Теләк теләгеҙ. Мин тамада булам”.
Сабыр, аҡыллы Гүзәлебеҙ туйҙа тамада була алманы, күңеленә һағыш булып тулған туй йырҙарын да йырларға насип булманы уға. Юл фажиғәһенә осрап, үҙе менән Булатын да эйәртеп, фани донъянан баҡыйлыҡҡа юл алды. Биш йәшлек улы Шамил был донъяла япа-яңғыҙ ҡалды. Юл сатында туйға тип алынған туй бүләктәре, кейергә лә яҙмаған өр-яңы күлдәге сәселеп ҡалды. Нисек тә иламаҫҡа, күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә тигән уй менән туй табынына юлланған Гүзәлебеҙ, барыһын да үҙе илатып, донъя менән хушлашты. Мәҡәләмдең башында телгә алынған Миләүшә ханым ошондай ҡайғы-хәсрәт эсендә ҡалһа, нишләр ине икән? Әйтеүе ҡыйын. Гүзәлде беҙ әлегәсә оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Унһыҙ ғына нисә яҙҙар, йәйҙәр үтер. Әммә… Яҙ айында йөрәктәрҙе телеп, ғүмерҙең һәр миҙгелен иҫкә төшөрөп торған үтә лә һағышлы, моңло кәкүк тауышын ишеткәндә Гүзәл күҙ алдына баҫа һәм уның моңло тауышы ҡолағымда сыңлай. Тап ошо йырҙы яратып йырлай ине беҙҙең әхирәтебеҙ:
Хоҙай тарафынан ебәрелгән ҡайғыларҙы иңендә күтәреп, һынауҙарға бирешмәйсә йәшәргә тырышты. Балалары өсөн наҙлы, хәстәрлекле әсә булды, туғандарына терәк-таяныс булырға ла үҙендә көс тапҡан әхирәтем Гүзәл күп осраҡта үҙе ярҙамға, йылы һүҙгә мохтаж ине. Әммә бөгөлмәне. Ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булды. Бына Миләүшә ишеләр күңелдә ғорурлыҡ түгел, йәлләү ҡуҙғата. Бахыр йәндәр, рухы ярлы кеше үҙен бүтәндәрҙән өҫтөн ҡуя шул. Үкенес…Шоңҡар журналынан.