Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Сентябрь 2019, 08:35

БЫЛ ДОНЪЯЛАРҘАН КИТЕРГӘ ҺИН АШЫҠМА...

Көҙгө алдында торған 15 йәшлек ҡыҙ оҙаҡ ҡына үҙенә текләп ҡарап торғандан һуң, ҡәтғи бер ҡарарға килде. Күҙ йәштәре аша үҙенең һынына ҡарап йылмайҙы, нисә көн тоноҡланып ҡалған ҡарашы янып киткәндәй тойолдо. Мәктәпкә йөрөткән модалы сумкаһын асып, бер дәфтәргә оҙаҡ текләп, бер битен йыртып алды. “Башҡа кәрәкмәҫһегеҙ инде”, – тине ул китап-дәфтәрҙәрен һыйпап. Унан стенала эленеп торған ата-әсәһенең фотоһүрәтенә күҙен күсерҙе: “Мин һеҙҙе шул тиклем яратам, ҡәҙерлеләрем! Ғәфү итегеҙ, кисерегеҙ” – тине ул йәш аша. Матур ҡыҙыҡай һуңғы тапҡыр бүлмәһендәге зауыҡ менән урынлаштырылған йыһазға, уйынсыҡтарына күҙ ташланы, унан йүгереп сығып китте...

Етеш, мул тормошта йәшәгән, балалары өсөн бер ни ҙә йәлләмәгән, уларҙы күҙ ҡараһындай һаҡлаған ата-әсәгә ҡыҙҙарының аҫылынып үлеүе аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай була. Әле кисә генә наҙланып, бөтмәҫ хәбәрҙәрен теҙгән, тик яҡшы билдәләре менән ҡыуандырған, берсә атаһын, берсә әсәһен “мин матурмы?” тип көлдөргән ҡыҙыҡайҙың ғүмере өҙөлөүе ышанмаҫлыҡ ине. Ҡәберлектә урынлаштырылған фотоһүрәттә ул шундай саф, матур, көләкәс! Әсәһенең ошо ҡәберҙән ҡайта алмай, “Балам яңғыҙы ҡалырға ҡурҡа торғайны”, – тип һөйләнеүен ишетеп, йөрәк нисек туҡтамайҙыр? Эх, балаҡай! Ошондай аҙымдарға һине нимә генә этәрҙе икән?! 15 йәшлек ҡыҙыҡайҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыуының сәбәбе – бәхетһеҙ мөхәббәт. Хушлашыу хатында ул: “Ҡәҙерле әсәкәйем, атайым! Ғәфү итегеҙ мине! Әммә мин унһыҙ йәшәй алмайым!”-тип яҙған.
Ҡыҙыҡай 13 йәшендә үк бала саҡтан таныш малайға үлеп ғашиҡ була. Бергә уйнаған, мәктәпкә йөрөгән малай ҙа уның хистәрен аңлай. Уҡыуҙан һуң мәктәптән етәкләшеп ҡайтыуҙы ла улар әллә ниҙәргә тиңләй. Тик ваҡыт үтеү менән малайҙың ҡыҙыҡһыныуҙары үҙгәрә, ауыҙына ғына ҡарап торған ҡыҙыҡайҙы һанламай башлай. Бер көн шулай: “Мин һинең менән башҡа дуҫлаша алмайым. Сөнки икенсе ҡыҙҙы яратам!” – тип әйтеп һала. Ошо көндө ҡыҙыҡай мөхәббәте менән үҙен дә ерләргә була. Ул күп уйлап тормай, муйынына элмәк һала.
16 йәшлек бер малай ҙа, бала саҡтан яратып йөрөгән ҡыҙыҡай үҙенә ҡарамағас, хатта башҡалар алдында мыҫҡыл итеп көлгәс, үҙ-үҙенә ҡул һала. Һуңынан ҡайғынан аҙарынған, атаһы мәктәптән ҡайтып ингән улының кәйефен һиҙмәүенә ҡайғырҙы. Ысынлап та, үҫмерҙе күп тә үтмәй һарайҙа аҫылынған килеш тапҡандар.
Өсөнсө үҫмерҙең дә донъянан ваз кисеүендә яуапһыҙ мөхәббәт сәбәпсе. Ул да татыу, матур ғаиләнән. Ата-әсәһе улы өсөн өҙөлөп тора. Тик малайға уға күҙ һалмаған ҡыҙ күпкә ҡәҙерлерәк, унһыҙ йәшәүҙең мәғәнәһе лә юҡ кеүек тойола.
Ошоноң кеүек фажиғәләр ҡайҙалыр түгел, ә беҙҙең яныбыҙҙа ғына. Бер осраҡта ла “Ата-әсәһе эсеп, тәрбиәләмәй балаһын шундай хәлгә еткергән!” тип әйтерлек түгел. Сөнки бар ғаиләләр ҙә абруйлы, матур. Ә ул өс баланың да аҡыллы, тәрбиәле, һылыу булыуҙары тик һоҡланыу тойғоһо уята ине. Әлеге үҫмерҙәрҙең суициды нигеҙендә лә — бәхетһеҙ һәм яуапһыҙ мөхәббәт ята. Тик бер осраҡта ғына ҡыҙыҡай әсәһенең үҙен аңламауына, һәр саҡ битәрләүенә, әрләүенә түҙмәй аҫылынған. Ни өсөн ундай хәлдәр килеп тыуа һуң?
Беренсенән, ололарҙың үҫмерҙәрҙе өлгөргән ҡыҙ, егет итеп түгел, ә бәләкәй бала итеп ҡабул итеүендә. Ҡасан беҙ уларҙың ғашиҡ булыуын етди ҡабул иткәнебеҙ бар? Йыш ҡына “Мин шул ҡыҙҙы (малайҙы) яратам” тип әйтеүҙәре көлкөгә алына. Хатта туғандар араһында ла “беҙҙең бала шулай тип әйтә бит әле” тип көлдөрөп алған осраҡтар була. Ә хыянат, алдау, аҡты аҡ, ҡараны ҡара тип кенә белгән, хәйләһеҙ үҫмерҙәр өсөн тәүге хистәр иң ауыр ҡайғы-хәсрәт килтерә. Сөнки күп осраҡта уларҙың хис-тойғолары яуапһыҙ ҡала йәки көлкөгә күтәрелә. Әле лә хәтеремдә, беҙҙең мәктәп йылдарында 14 йәшлек ҡыҙыҡай үҙенән ике йәшкә өлкән малайға ғашиҡ булып, уға шундай эскерһеҙ мөхәббәт хаты яҙғайны. Бушҡа ғына, “балалар — иң аяуһыҙ, ҡаты бәғерле халыҡ” тип әйтмәйҙәр икән. Ҡыҙыҡайҙың хаты бөтөн мәктәпкә таралып, уны барыһы ла эткесләй-төрткөсләй башланы. Мыҫҡыл итеү һөҙөмтәһендә, әллә нисәмә тапҡыр үлем сигенә еткән ҡыҙ, әсәһен йәлләп кенә был донъяла тороп ҡалырға үҙендә көс тапты. Ул ваҡытта психологтар ҙа, уны аңлаған кешеләр ҙә булманы, шулай ҙа ҡыҙ ун бер класты тиҫтерҙәренән рәнйетелә-рәнйетелә тамамлап ҡуйҙы. Иң ҡыҙығы, йылдар үтеү менән хәҙер инде сая, матур һылыуҡайға әүерелгән ҡыҙға теге егет килеп үҙе мөхәббәтен белдерә...
Икенсенән, гел эш, мал табыу менән мәшғүл ололарҙың балалары өсөн бөтөнләй ваҡыты ҡалмай. Был беҙҙең замандың әсе хәҡиҡәте. Хәҙерге ханымдар эшләмәй, бар ғүмерен бала тәрбиәләүгә бағышлай аламы? Юҡ, әлбиттә. Булһа ла, бындай бәхетле әсәләр бик һирәк осрай. Әлбиттә, ата-әсәләрҙе эш менән генә мәшғүллектә лә ғәйепләп булмай, сөнки улар быны балаһын лайыҡлы тормош менән тәьмин итеү өсөн эшләй. Ниндәйҙер шайтан ҡуласаһы килеп сыға – ата-әсә бала өсөн тир түгә, ә улар ҡәҙерле кешеләренең иғтибарынан ситтә ҡалып, киҫкен аҙымға бара.
Өсөнсөнән, беҙҙең тормошто еңеләйткән, балаларға профессиональ кимәлдә ярҙам күрһәткән хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итергә ашыҡмайбыҙ. Хәҙерге ваҡытта юғары кимәлдәге психологтарга “Ышаныс телефоны” аша мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ә балалар өсөн шундай айырым хеҙмәт булдырылды. Баймаҡ эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре, полиция майоры Вячеслав Фәрит улы Кинйәбаев әйтеүенсә, “Балаларға “Ышаныс телефоны” тип аталған махсус акция үткәрелһә лә, уның буйынса үҫмерҙәр шылтыратырға ашыҡмай. Осраҡлы шылтыратыуҙар, өлкәндәрҙең ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүе теркәлде, бер-ике генә үҫмер шылтыратҡан. Ә балалар өсөн “Ышаныс телефоны” уларҙы сиккә еткән саҡта тынысландырыу, кәрәкле кәңәш биреү, ҡазаларҙан йолоп ҡалыу өсөн булдырылды ла инде”, – тине ул.
Балаларға был телефонды кем еткерергә тейеш? Әлбиттә, беҙ—ата-әсәләр! Минеңсә, балалар ауыр саҡта шылтыратып кәңәш алырлыҡ “Ышаныс телефоны” һәр йорттоң, мәҫәлән, һыуытҡысында йәбештерелеп ҡуйылырға тейеш. Сөнки балалар, бигерәк тә үҫмерҙәр, һәр серен, борсоған мәсьәләһен ата-әсәһенә һөйләй алмай. Шул ваҡытта улар психологтарға мөрәжәғәт итһә, беҙ уларҙы төрлө фажиғәләрҙән һаҡлап ҡала алыр инек.
Үҫмерҙәрҙең суицид ҡылыуы йышайыуында кемделер ғәйепләп тә булмайҙыр. Сөнки тик хис-тойғо эсендә йәшәгән, мөхәббәтен аллалаштырған үҫмерҙәргә тел асҡысы табыуы бик ауыр. Шулай ҙа полиция хеҙмәткәрҙәре кәңәш итеүенсә, үҫмер мәктәптән ҡайтҡанда һәм кискеһен урамдан килеп ингәндә уның кәйефенә ныҡлы иғтибар биреү, уның менән һөйләшеүгә ваҡыт табыу мөһим. В.Ф. Кинйәбаев әйтеүенсә, ғәҙәттә үҫмерҙәр дуҫлашҡан ҡыҙ, малайҙары менән мәктәптә йәки кискеһен осраша. Шул ваҡытта улар талашһа йәки мөхәббәте яуапһыҙ ҡалһа, төрлө ҡурҡыныс аҙымға – үҙен һәләк итеүгә бара икән. Тимәк, беҙҙең иғтибар һәм мөхәббәт кенә тормошобоҙҙо оло ҡайғыға һалған ҡара көндәрҙән, тормош мәғәнәһен юғалтыуҙан һаҡлап ҡала ала.Шоңҡар журналынан.
Читайте нас: