Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа колхоз бөтөрөлөп, күптәр эшһеҙ ҡалғас, комбайнда эшләп йөрөгән Айбулат ағай ҙа ситкә аҡса эшләргә сығып китте. Ә ҡатыны Илһөйәр апай балаларын, өйөн, мал-тыуарын ҡарап өйҙә ҡалды. Тәүҙәрәк ғаилә хужаһы ҡатынына аҡса, балаларына кейем-һалым, мәктәп кәрәк-яраҡтары ебәреп торҙо. Йылына бер-ике тапҡыр ғына ҡайтып ғаиләһенең хәлен белеп китә ине. Һуңғы йылдарҙа был апайҙың әхирәттәре менән шешәгә тартылыуы һиҙелә башланы. Хәҙер бит ауылдарҙа күберәк ҡатындар, бала-саға ла, ҡарт-ҡоро ғына. Ирҙәр ситтә вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Ә өйҙә ҡалған ҡайһы бер ҡатындар бер-береһенә аулаҡлап “сәй эсергә” йөрөй. Аулаҡ тигәс тә, элекке һымаҡ шәл бәйләп, йөн иләп, самауыр сәйе эсеп ваҡыт уҙғарыу түгел инде, ә көмөшкә ҡыуып, тәмен “пробовать” итеп ултырыуҙы әйтәм.
Бер мәл шулай, 1 май байрамына ауылға ялға ҡайтҡанымда, шул апайға ниндәйҙер йомошом төштө. Өйгә инһәм, өҫтәл тирәләй дүрт-биш ҡатын йыйылып эсеп ултыра. Көмөшкә ҡыуыу аппаратынан тамсылап ҡына шыйыҡса аға. Бындай күренеш ытырғаныс тойолдо.
– Ҡасан туҡтайһығыҙ? – тип ғәжәпләнеп һорайым.
– Беренән алып туғыҙына тиклем байрам итәбеҙ ҙә, туҡтайбыҙ, – тип хахылдап көлөп яуап бирҙе был “типһә тимер өҙөрлөк” йәш ҡатындар. – Ә көмөшкәне кешегә һатырға түгел, үҙебеҙ өсөн ҡыуабыҙ.
Ирҙәренең ғаиләмде ҡарайым тип, ситтә аҡса эшләп йөрөгәндә, ҡатындарының ошолай тамсылап тамып торған көмөшкәгә төбәлеп хәбәр һатып ултырыуын, хатта урам буйында ла иҫерек ҡатындарҙың (!) осрауын күреп, ахырызамандың етеүе шул микән әллә, тип уйлап ҡуяһың.
Әлбиттә, барлыҡ ауыл ҡатындары тураһында һүҙ йөрөтмәйем, ә бер нисәүһен күҙ уңында тотам. Заман ауырлыҡтарына бирешмәй, гөрләтеп донъя көткән, уңған ауылдаштарым бихисап. Бар тормошон балаларына бағышлап, уларҙы уҡытабыҙ тип, ал-ял белмәй эшләүселәргә, хәмерҙе бер ҡасан да тәмләп тә ҡарамағандарға ҡарата тик һоҡланыу тойғоһо ғына уяна. Әммә мәҡәләм тормоштарын эскелек менән бәйләгәндәр хаҡында. Эскелектең бер кемде лә, бер ҡасан да яҡшы тормошҡа алып килгәне юҡ әле. Миҫал өсөн әлеге көмөшкә ҡыуырға әүәҫ ҡатындың һәм уның яҡындарының яҙмышы хаҡында бәйән итәм.
Әлбиттә, Илһөйәр апай әхирәттәре менән шешә төбөн генә бушатманы, эшен эшләргә лә, балаларын тәрбиәләп, дәрестәрен ҡарашырға ла өлгөрә ине. Әммә ире оҙаҡ ваҡыт өйҙә булмағанлыҡтанмы, әллә тотанаҡһыҙлығынанмы, үҙенән күпкә йәшерәк буйҙаҡ егет менән сыуала башланы.
Егет күрер күҙгә күркәм, тел тигәндә телеп һалыр. Донъяһын нығытыуға, ғаилә ҡороуға етдиерәк ҡараһа, әллә ниндәй уңыштарға өлгәшер ине. Әммә ул үҙ тиңдәшенә өйләнеп, өҫтөнә яуаплылыҡ алыуҙан ҡаса ине, буғай. Элегерәк унан “ниңә кәләш алмайһың”, тип һораһалар, “Санта-Барбара” сериалы ҡасан бөтә, шунда өйләнәм», – тип көлөп яуаплай ине. Ғүмерҙә лә сиге булмаҫ кеүек тойолған сериал да тамамланды, ә егет һаман да кеше усағына йылынып йөрөй бирҙе.
Ҡатынының бындай йәшәү рәүеше хаҡында Айбулат ағайға тиҙ үк еткерҙеләр. Ағай кеше ныҡ бөтөрөндө, аҙаҡ ҡулын һелтәп икенсе бер ҡатынға йортҡа керҙе. Етмәһә эскегә һалышты. Яңы ҡатыны менән дә әҙәмсә йәшәп китә алмағас, ағайыбыҙ ҡабаттан өйөнә ҡайтырға мәжбүр булды. Һәм ҡатынын, балаларын ҡыуып сығарып, күңелен тулыһынса хәмер менән баҫты. Ата эсһә – ярты донъя, әсә эсһә – бөтә донъя яна, тигәндәй бына тигән ғаилә тарҡалды.
Әлбиттә, ир менән ҡатын ҡасан да булһа бер ярашыр. Уртаҡ балаларын уҡытаһы, башлы-күҙле итәһе бар әле уларҙың.
Бында мин иғтибарҙы был ғаиләнең күп талаш-ыҙғыштарының сәбәпсеһе булған егеткә лә йүнәлткем килә. Нәмәхрәм (сит ҡатын) усағына ҡыҙынып, үҙ яҙмышын үҙе боҙҙо ул. Аҙаҡ килеп ярыҡ ялғаш янында ултырып ҡалды. Ә уйлап ҡараһаң, ғаилә ҡорорға әле лә һуң түгел уға. Тик бындай яуаплы ҡарарҙы ҡабул итә алырмы, яҙмышын төҙәтә алырмы ул – икеле.
Үҙ яҙмышыңа битараф ҡалып, еңел юлдар эҙләһәң, ҡотолоу юлын хәмерҙә генә күрһәң, бындай киләсәктең ни мәғәнәһе бар? Бында мин берәүҙе лә тәнҡитләп, фашларға йыйынманым. Үрҙә яҙылғандарҙы уҡып, йәштәр, бигерәк тә ғаилә ҡорорға өлгөрмәгән егеттәр ғибрәт алһын, тим.Шоңҡар журналынан.