Ғәҙәттә, әсә менән сабый берләшә лә, ир ситтә тороп ҡала. Шунан башлана инде ғаилә тормошоноң “гүзәллеге”: бөтә наҙ-мөхәббәт, хәстәр балаға китә, ҡатын кеше хатта хәләл ефете менән элеккесә “сөкөрләшеп” алырға ла форсат тапмай. Үҙе яңы кешенең ғәҙәти тормош рәүешен үҙгәртеүен еңел ҡабул иткәс, иренең дә аңлауын көтә. Яйлап икенсе планға күсә барғанын тойған ир ғаиләһенән ситләшә башлағас, тиҙ арала “насар ир”ҙән “насар атай” категорияһына индерелә...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр тормошта йыш осрай. Ҡыҙҙар бала саҡтан бәхетле ғаилә, ир ҡатыны, һөйөклө әсәй булыу тураһында хыяллана түгелме һуң? Тормош ҡороуҙың ҡайһы мәлендә улар нисә йылдар дауамында көтөп, һайлап ҡына алған хәләл ефетен “юғалта”?
Ҡатын-ҡыҙҙың төп вазифаһы – әсәй булыу, бала бағыу тиеүселәр табылыр. Бының менән килешмәй булмай. Әлбиттә, балалар йәшәүебеҙҙең йәме. Һуңғы осорҙа ҡатын-ҡыҙҙар быға айырыуса ҙур иғтибар бирә башланы, хатта ир затын маҡсаттарын тормошҡа ашырыусыға тиңләй башланы, шикелле. Уның арҡылы хыял иткән йорт, әсәлек статусы алына, ә ир кеше әлегә мохтажлығы самалы ҡалған, әммә берәй ваҡыт кәрәге сығыу ихтималлығы булған иң өҫкө кәштәлә саңланып ятҡан “мөһим” әйбер кеүек халәттә ҡала. Бармы – бар... “Ир ҡатыны” тигән вазифаһын онота барған ҡатын кешене иренең эске кисерештәре бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай. Бындай осраҡта ғаилә башлығының көндәлек мәшәҡәттәргә битарафлыҡ күрһәтеүе, хатта “һул”ға шаҡарыуы ла аптыратмай кеүек. Ә “фажиғә”гә тарыған ҡатын бар ғәйепте “рәхмәтһеҙ”, “бер нәмә лә аңламаған” иренең елкәһенә ауҙарып аҡлана.
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә бәләһе ышанмаусанлыҡтан, ҡурҡыуҙан һәм үҙенең ҡатын-ҡыҙ тәбиғәттен аңламауҙан килә. “Мин-минлеген” юғалтыуын, үҙенән өҫтөн кемдеңдер тороуын теләмәүҙән йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында ирен “баш” итеүгә ҡырҡа ҡаршы. Шуға ла ундайҙар бөтә нәмәне лә үҙ елкәһенә алыуҙы хуп күрә, әммә донъя йөгөн яңғыҙ тартыу ҡатын-ҡыҙҙың энергияһын күп сарыф итә. Һөҙөмтәлә эштән арып-талып ҡайтҡан гүзәл заттар ҙа, өйҙә аш-һыу әҙерләп, йылы йөҙ менән ҡаршы алған “ир ҡатынын” күрергә теләй. Әммә бының булыуы мөмкин түгел.
“Әсә” менән “ир ҡатыны” булыу ҡатын-ҡыҙҙың гардеробындағы ике күлдәк кеүек. Һәр береһе кешенең ниндәй ҙә булһа бер сифатын күркәмерәк күрһәтә, иғтибар йәлеп итә. Гүзәл зат үҙенең тойомлауына, күңел талабына, маҡсатына ярашлы кейем һайлай. Көндәр дауамында бер ҡифәттә йөрөү әҙәпһеҙлек, мәғәнәһеҙ булған кеүек, ғаилә тормошонда ла һәр нәмәнең үҙ урыны, самаһы бар. Әммә ул сама тигән нәмәне беҙ бала саҡта уҡ юғалтабыҙ, шикелле. Әхирәттәр, апайҙар менән уйнаған “өй” уйынындағы ғаиләлә ни өсөндөр йыш ҡына әсә кеше менән бала ғына өҫтөнлөк итә. Ҡунаҡҡа килгән ҡурсаҡтар ҙа ҡатын-ҡыҙ енесенән. Ир, атай кеүек заттар бик һирәк ҡатнаша. Шуға ла улар менән мөнәсәбәт ҡороу, хатта ябай аралашыу тәрбиәһе бәләкәйҙән ҡоролмай ҡалалыр ҙа.
Әлеге ҡурсаҡтарҙы тәрбиәләп үҫтергән балала әсәлек хисе кескәйҙән ныҡлы үҫешә. Үҙенең сабыйы тыуғас, унда хәстәрләү, һаҡлау, ҡурсалау кеүек энергия күпләп йыйыла башлай. Уның саманан ашыуы ғаилә именлегенә аяҡ салыуы ихтимал, сөнки ундай “көслө” ҡатын эргәһендә, ғәҙәттә, ир үҙен үҙ тәрилкәһендәгеләй тоя алмай. “Мин – әсә” тип күкрәк киреп йөрөүселәр тормош иптәштәре менән уртаҡ тел табыу, уны нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәнеүҙе кәрәк һанамай. Уға бар иғтибарын сабыйына йүнәлтеү күпкә еңелерәк һәм уңайлыраҡ. “Ирҙән айырмалы рәүештә, балам мине бер ҡасан да ташламаҫ”, “Миңә хыянат итмәҫ”, “Ул минеке генә” тигән эгоистик фекер йөрөтә, сабыйы йөҙөндә үҙенә ышаныслы һөйөү объектын булдыра. Әммә бер ирҙең дә икенсе планға күсергә теләге юҡ, бала ла бит атаһының урынына дәғүә итмәй. Әсә кеше генә барыһын да үҙе хәл итеп, үҙ ҡулдары менән сабыйын атай мөхәббәтенән мәхрүм итә. “Балаларҙың бәхете атай-әсәһен парлы итеп күреү. Шул саҡта ғына улар ысынлап та тыныс һәм бәхетле” тигән фекерҙә психологтар. Балаларға бер-береһен яратҡан, хөрмәт иткән атай-әсәй кәрәк. Үҙе ниндәй мөнәсәбәт күреп үҫә, киләсәктә лә шуны ҡабатлаясаҡ.
Ә үҙегеҙҙең бала сағығыҙҙы хәтерләйһегеҙме? Әсәйҙәр атайҙы ашарға көтөп ала, иң элек уның алдына ризыҡ ултырта, берәй мөһим ҡарар ҡабул ителер алдынан мотлаҡ уның фекерен һорай... Ошондай тәү ҡарашҡа ваҡ ҡына деталдәр балала кескәйҙән ғаиләлә ирҙәрҙең урыны, роле хаҡында бәйән итә, дәрәжәһен күтәрә. Һәр кем үҙенең вазифаларын теүәл үтәгәндә генә ғаилә гармонияһына ирешергә мөмкин. Быны машинала биләгән урындар менән дә сағыштырырға мөмкин. Руль артында – ир, атай, янында – ҡатын, әсә кеше, ә артта балалар урынлашҡан. Ҡатын кеше үҙенә күрә бер бәйләүсе өлгө функцияһын үтәй: иренә машина менән идара итеүгә ҡамасауламай йәнәшәһендә ултыра, теге йәки был мәшәҡәттәрҙе хәл итергә әҙер тора, шул уҡ ваҡытта әсә балаларынан да күҙ яҙлыҡтырмай, уларҙың хәрәкәт барышында тыныс ултырыуын тәьмин итә. Ошо рәүешле генә һәр кем юлда имен йөрөүгә ирешә алалыр.
Ғаиләһендә ирен тәүге планға сығарғандар ғына ҡатын булараҡ тулыһынса асыла, үҙенең нәзәкәтлелеген тоя, бәхеттең нимә икәнен татый алалыр. Шуға ла баштан уҡ был бәхеттән баш тартмағыҙ, тормошоғоҙға ир-ат затына аяҡ баҫырға ирек бирәһегеҙ икән, “өй” уйыны уйнауҙан туҡтап, зирәк, әммә көсһөҙ ҡатынға әүерелергә онотмағыҙ.Шоңҡар журналынан.