Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Сентябрь 2019, 16:20

2020 йылдың беренсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу старт алды

Республикала 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды.

Федераль почта элемтәһе Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә йәки Рәсәй почтаһы сайтында 4,2 меңдән ашыу гәзит-журналға яҙылырға була.


Бынан тыш, «Изгелек ағасы» хәйриә акцияһы барышында һәр кемдең үҙе һайлаған социаль учреждение өсөн күңеленә ятҡан баҫмаға яҙылыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, балалар йорто, йорт-интернат, ветерандар һәм ҡарттар йорттары өсөн. Социаль учреждение өсөн матбуғатҡа ла теләһә ниндәй почта бүлексәһендә йәки сайтта яҙылырға була.

Читайте нас: