Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Август 2019, 21:37

Көмөш Аҡбуҙат – ҡәләм осонда

Танылған скульптор Салауат Фидаи «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестиваленә бүләк әҙерләгән. Өфө оҫтаһы ҡәләм осонда әкиәттәге ҡанатлы аттың микроһынын эшләгән.

«Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев һөйләүенсә, скульптор кинофестивалдә ҡатнашыусыларҙың береһенә бүләген үҙе тапшырырға теләй.


Салауат Фидаи — Рәсәй рәссамы һәм скульптор-миниатюрист, уны «Өфө һулаҡайы» тип йөрөтәләр. Бик күп миниатюр эштәре бар, шул иҫәптән Владимир Путиндың, Дональд Трамптың, «Игра престолов» сериалы геройҙарының бюстары. 2015-2019 йылдарҙа Салауат Фидаи Рәсәй, Австралия, Сингапур, Таиланд, Малайзия, АҠШ, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Румыния ҡалаларында үҙенең күргәҙмәләрен ойошторған.


24-27 августа Өфөлә IV «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивле уҙа. Төп бүләк — статуэтка һәм миллион һум.

Читайте нас: