Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Август 2019, 14:35

Хаттарында – йөрәк тауышы

Әхиәр Хәсән улы Хәкимов. Был арзаҡлы шәхесте Башҡортостанда ла, Рәсәйҙә лә белмәгән кеше юҡтыр. Әҙәбиәт һөйөүселәргә киң билдәле “Ҡуштирәк”, “Һауыр ҡумта”, “Думбыра сыңы”, “Ҡош юлы”, “Өйөрмә”, “Дауылдан ҡотолоу юҡ”, “Каруан”, “Пандора ҡумтаһы” романдары, “Гөлбикә”, “Туй”, “Осар ҡоштар”, “Алтынсәс”, “Күпер”, “Бәйге”, “Аҡһаҡ бүре”, “Яңғыҙ юлаусы” повестары авторы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы. Салауат Юлаев исемендәге, РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премиялары лауреаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.

Әхиәр Хәсән улы Хәкимов 1929 йылдың 23 авгусында Башҡортостандың Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылында тыуған. 14 йәшендә ул үҙе теләп фронтҡа китә һәм 1943 йылдан алып һуғыш тамамланғансы яу ҡырында була. Илебеҙҙе немец фашистарынан азат итеүҙәге батырлыҡтары өсөн Ә. Хәкимов II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Венаны алған өсөн”, “1941–1945 йылдар­ҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.


Һуғыштан һуң Дәүләкән педагогия училищеһын тамамлағас, ул Үзбәкстанда рус теле уҡытыусыһы булып эшләй. 1953–1956 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса урта мәктәбендә завуч, директор вазифаларын башҡара. Шунан артабан уҡырға йүнәлтмә ала, 1961 йылда М.В. Ломоносов исе­мендәге Мәскәү дәүләт универ­ситетының филология факультетын тамамлағас, СССР Фәндәр академияһының М. Горький исе­мендәге Донъя әҙәбиәте институтында аспирантурала уҡый. Филология фәндәре кандидаты.


Әхиәр Хәкимовтың оло әҙә­биәткә сығыу юлы Башҡортостанға ҡайтҡас “Ағиҙел” журналы ре­дакцияһында башта әҙәби хеҙмәткәр, ә 1965–1966 йылдарҙа журналдың баш мөхәррире урын­баҫары булып эшләгән йылдарҙа башлана. Бында ул төрлө әҙәби темаларға күҙәтеүҙәр, мәҡәләләр, рецензиялар яҙа. Йәш ғалимдың әҙәби процесс, әҙәби мөхит һәм ижад тураһындағы уйланыуҙары, һығымталары 1967 йылда Баш­ҡортостан китап нәшриәтендә “Әҙәбиәт һәм заман” тигән исемдә айырым китап булып донъя күрә. Тәржемә менән дә шөғөлләнә – Иван Тургеневтың, Олесь Гон­чарҙың әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеп баҫтыра. Мостай Кәримдең поэтик ижадына ар­налған хеҙмәте Ташкент ҡала­һында рус телендә сығарыла (“С веком наравне”, 1971).


Ә. Хәкимовтың артабанғы хеҙмәт юлы һәм ижади тормошо Мәскәүҙә “Литературная газета” баҫмаһы менән ныҡ бәйле. Ул бында яуаплы һәм мауыҡтырғыс эш – СССР халыҡтары әҙәбиәттәре бүлеген етәкләй. Ошо осорҙа ул бер юлы “Литературная газета”ның редколлегия ағзаһы, Рәсәй Фе­дерацияһы Яҙыусылар союзы ида­раһы ағзаһы булараҡ та әүҙем әҙәби һәм йәмәғәт­селек эштәре менән шөғөлләнә. Әхиәр Хәкимов яңы әҙәби таланттарҙы табыуға, киң илебеҙ­ҙең яҙыу­сылар берлеген туплауға күп көс түкте һәм рухи ҡеүәтен йәлләмәне. Союздаш һәм автономиялы республикалар яҙыу­сыларының иң шәп романдары, повестары, поэма һәм шиғырҙары беҙҙең яҡташыбыҙҙың ҡулдары аша үтте һәм тәүләп “Литературная газета” биттәрендә донъя күрҙе.


Әхиәр Хәкимов, әҙәби ижадта ниндәй генә юғарылыҡтарға өл­гәшмәһен, донъя кимәлендә кемдәр менән генә аралашмаһын, бер ҡасан да Башҡортостанынан айырылманы, даими бәйләнештә булды, тыуған яҡтарына йыш ҡайтып йөрөнө.


Әхиәр Хәсән улы “Литературная газета”ла “СССР халыҡтары әҙә­биәте” бүлеген етәкләгәндә айырыуса күп хатлашыуы хаҡында һөйләгәне хәтерҙә. 25 йыл эшләү дәүерендә ул милли әҙәбиәттәрҙән күпме яңы исемдәр асты, йәш әҙиптәрҙе “Литературная газета” аша бөтә ил кимәленә күтәрҙе. Әхиәр Хәкимовтың был титаник ойоштороу эшмәкәрлеге тураһында уның “әҙәби цехташ” дуҫтары, яҡындары Владимир Бонч-Бруевич, Лидия Хәкимова, Шавкат Ниязи, Йәмил Мостафин, Владимир Гусев, Венера Думаева-Вәлиева, Светлана Алиева һәм башҡалар һоҡланып та, һағынып та, әрнеп тә, үкенеп тә иҫкә ала­лар (“Воспоминания Ахияра Хакима”. – “Ватандаш” журналы, №12, 2007 йыл).


Әхиәр ағайҙың миндә лә тиҫтәнән ашыу хаттары һаҡлана. Бына минең алда ваҡыт һынауын үткән, яҙыуы бер аҙ тоноҡлана төшкән хаттар. Бында 1980 йыл­дың 8 ғинуарынан 1995 йылдың 16 ок­тябренә тиклем яҙылған ун хат. Быларҙан тыш уның бер ни­сә хаты Республика үҙәк архивын­да, Әҙәбиәт музейында ла һаҡ­лана.


Шул дәүерҙә Әхиәр ағайға яҙған хаттарымдың өсәүһен Әхиәр Хә­кимовтың вафатынан һуң уның шәхси архивын өйрәнеүсе шағирә Тамара Искәндәриә Мәскәүҙән алып ҡайтып миңә тапшырҙы. Уға ҙур рәхмәт бының өсөн.


Әхиәр ағайҙың үҙенең хаттарына кире әйләнеп ҡайтҡанда, шуны әйтергә мөмкин: уларҙа уҙған быуаттың 80 – 90-сы йылдарын­дағы мәҙәни мөхит, әҙәби һулыш, яҙыусылар ойошмаһының эшмә­кәрлеге, эш өҫтәлендә ниндәй әҫәрҙәре ятыуы һәм башҡа шундай ижадҡа, әҙәби тормошҡа бәйле мәсьәләләр тасуирлана.


Билдәле булыуынса, “Һауыр ҡумта” романы башҡорт әҙә­биәтендә уҡымлы әҫәрҙәр рәтендә булды һәм юғары баһаланды. Нәшриәттә 1982 йылда донъя күргән “Һауыр ҡумта” китабында ошо исемдәге романы һәм замандаштары тормошон са­ғылдырған “Ҡуштирәк” әҫәре өсөн Ә. Хәкимов 1984 йылда рес­публикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.


Әхиәр ағайҙың миңә теүәл ике айҙан һуң яҙған хаты уның “Һауыр ҡумта” романын руссаға тәржемә итеү мәсьәләһе тирәһендә ҡыҙыу эш алып барыуын белдерә.


Хатта телгә алынған тәржемәсе Рим Әхмәтов (Ахмедов) Ә. Хәки­мовтың әҫәрҙәрен тәржемәләүгә тотона алманы (тәүҙә риза булһа ла). Ни өсөн тигәндә, уның әле Ғәли ағай Ибраһимовтың “Кинйә” романының беренсе китабын тәржемәләүҙе саҡ тамамлап, икенсе китабын руссаға ауҙара башлаған сағы ине. “Кинйә”нең икенсе китабы (“Народный предводитель”) Башҡортостан китап нәшриәтендә “Библиотека башкирского романа “Агидель” серия­һында 1988 йылда килеп сыҡты.


“Һауыр ҡумта”ны Рим Ахмедов миңә кире ҡайтарғас, Әхиәр ағай менән телефондан һөйләшеп килешкәндән һуң, тәржемәгә Ғәзим Шафиҡовҡа бирергә булдыҡ. Ғәзим Ғәзиз улы, башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен руссаға күп тәржемә ит­кән тәжрибәле тәржемәсе булараҡ, романды тиҙ тәржемә итте. Ләкин автор Ә. Хәкимов тәржемәне уҡып, байтаҡ урындарын яңынан үҙе тәржемәләп, еренә еткереп ҡуйҙы. Бына ни өсөн “Һауыр ҡумта” рома­нының рус телендәге баҫма­ларында (“Кожаная шкатулка”, 1984, 1988) “Перевод автора и Г. Шафикова” тигән яҙыу бар.


1986 йылдың 18 ғинуарында миңә яуап итеп яҙған хаты яҙыу­сының “Ҡош юлы” (“Млечный путь”) романын тамамлағас, Өфөгә алып ҡайтып беҙгә биргәс, “Ағиҙел” журналында ла баҫырға әҙер­ләнеүе хаҡында. Әҫәрендә һәр бер һүҙгә, һүҙбәйләнешкә, айырым фактҡа ни тиклем талапсан һәм иғ­тибарлы булыуы күренә хатынан.


Әхиәр Хәкимовтың хаттарҙа күтәргән ҡайһы бер мәсьәләләре хаҡында ҡыҫҡаса ғына әйтеп үтергә кәрәктер.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Ә. Хәкимов М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтында башҡорт төркөмө студенттарын уҡыта. 1967 йылдан алып 25 йылдан ашыу эшләгән “Литературная газета”нан 1993 йылдың ғинуарында эштән китә. Әлбиттә, Әхиәр ағай өсөн был хәл еңелдән булмай: СССР-ҙың тарҡалыуын да, “Литературка”лағы “СССР халыҡтары әҙәбиәте” бүлегенең бөтөрөлөүен дә ул сикһеҙ ауыр кисерә. Һәм бына тап ошо осорҙа Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди Туған­дың “Хәтирәләр” китабын башҡорт телендә нәшер итеүгә әҙерлек эштәре бара. Был үтә яуап­лы эшкә тәржемәсе итеп Әмир Юлдашбаев, ә ғилми редакторы итеп Әхиәр Хәкимов тәғәйенләнә. Бик ваҡ һәм ҡатмарлы редактор хеҙмәтенең әжере әллә ни ҙур булмаһа ла, Ә. Вәлиди хәти­рәләренең хал­ҡыбыҙ аңына барып етеүе хаҡына махсус редак­торлыҡҡа риза була Әхиәр Хәсән улы. Яҙыусының 3.01.1993, 23.01.1994, 14.05.1994 һәм 18.08.1994 йылдарҙа яҙған хаттары күберәк ошо хаҡта.

“Дөрөҫөн әйткәндә, мине, һүҙ һөйләүҙән бигерәк, Зәки Вәлиди әҫәрҙәренең сифатлы булып баҫылып сығыуы нығыраҡ борсой. Үҙе юҡтың күҙе юҡ тигәндәй, корректураларҙы уҡый алмауым үкендерә. Баш­ҡорт, татар тарихтарында ла хаталар күренә, тел-стиль яғы эсте бошора. Һис юғы, башҡортса хәтирәләрҙең кор­рек­тура­һы мотлаҡ ми­нең ҡулдан үтһен ине... (18.08.1994)”, – тип борсола әҙәбиәтебеҙ уҙаманы.


Әхиәр ағайҙың миндә һаҡ­ланған һуңғы хаты 1995 йылдың 16 ок­тябрендә яҙылған. Унда Әхиәр Хәсән улы Дәүләкәнгә күсеп ҡай­тыуға бәйле үҙен борсоған уй-фекерҙәрен еткерә.


Уйландыра торған хат. Иле, халҡы, ирке өсөн яу юлдарын үткән яугир яҙыусының илдәге баш­ланған “перестройка” арҡаһында рухи ҡиммәттәребеҙҙең дә юҡҡа сыға йә арзаная барыуы сәбәпле йөрәк әрнеүе менән тулы хаттары... Күрәһеләребеҙ, юғалтыуҙарыбыҙ алда ине. Улар хат юлдарына төшмәгәйне әле...


Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы Әхиәр Хәкимов беҙҙең аранан 2003 йылда 74 йәшендә китеп барҙы. Ғүмеренең һуңғы һигеҙ йылында ул ғаиләһе менән иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем Дәүләкәндә Башҡортостан Хөкүмәте һәм район хакимиәте ярҙамында төҙөлгән мөһабәт Ижад йортонда йәшәп өлгөрҙө. Яңы әҫәрҙәрен яҙҙы, урындағы йәш әҙәби көстәр менән осрашты, уларға хәленән килгәнсә ярҙам итте, кәңәштәрен йәлләмәне. Был ижад йорто әлеге көндә Әхиәр Хәкимов музейы булараҡ ҙур эш башҡара.


Йәмле Дим буйҙары һаман да әҙип эҙҙәрен һаҡлай, йыр-моңға бай яҡташтары күңелендә – мәң­гегә урын алған Әхиәр Хәкимовтың һөймәлекле яҡты һыны.https://bash.rbsmi.ru/articles/sh-khest-r/khattarynda-y-r-k-tauyshy/
Читайте нас: