Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
12 Август 2019, 09:44

ТЫЙЫУҘАН ДА ТЫЙЫЛ

Күп әсәйҙәр “уңайлы”, тыныс бала теләй – йүгермәһен, һикермәһен, шауламаһын, әйберҙәргә теймәһен, уйынсығын онтамаһын, ҡайҙа етте шунда яҙмаһын... Быны ярамай, тегене; алдан ярамай, аҙаҡ ярамай, бер ҡасан да ярамай. Ирек ҡуйһаң, өлкәндәр иртәнән кискә хәтлем ошо һүҙҙе ҡабатлар ине. Ниндәйҙер осраҡта тыйылырға кәрәклеген сабый аңына нисек һеңдерергә һуң? Ғөмүмән, нимә һуң ул тыйыуҙар? Уларһыҙ йәшәп буламы?

Ошондайыраҡ һорауҙар менән Өфө ҡалаһындағы “Индиго” медик-социаль-психология үҙәгенең беренсе категориялы педагог-психологы Галина Денисоваға мөрәжәғәт иттек.

- Ғаиләләге тыйыуҙар баланың үҙен уратып алған донъяны әүҙем танып-белә башлаған осорона (барыһын да тотоп, тәмләп, еҫкәп ҡарарға һ.б. ынтылыу) тура килә. Мәҫәлән, билдәле дауа үләндәре йыйыусы М.В. Гордеевтың тәүге һүҙе “еҫкәп ҡара” була. Ул үҙҙәренең ишек артынан ғына башланған урманды бәләкәй сағынан үҙ аллы өйрәнә, еҫе оҡшаған үләнде алып туғандарына күрһәтә торған булған. Һөҙөмтәлә, был үләндәр уның ғилми хеҙмәт һәм дауалау объектына әүерелә.

Әгәр ғаиләлә яҡшы, ышаныслы, йылы мөнәсәбәттәр урынлашһа һәм быуындар конфликты булмаһа – бөтә ҡытыршылыҡтар һөйләшеү ярҙамында хәл ителә. Ә тыйғанды таптырып, ғауға ҡуптара икән, баланың холҡо үҙгәрмәһен һәм тиҙҙән ғаиләнең бәләкәй тиранына әүерелмәһен өсөн, өлкәндәргә үҙҙәрен нисек тоторға һуң?

Тәү сиратта ата-әсәнең төп бурысы балаға мәғлүмәт биреү, өйрәтеү икәнен иҫкәртеп үтеү кәрәк. Ул тәүге осорҙа уйланылған, эҙмә-эҙлекле, түҙемле рәүештә һәм һуңға ҡалдырмайынса тормошҡа ашырылырға тейеш.

Нимәгә өйрәтергә?

Үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереүгә. Нисә йәштә бала үҙ аллы нимә эшләй белергә тейеш – был хаҡта китаптар, хеҙмәттәр бихисап.

Һаулыҡ һәм ғүмер хәүефһеҙлегенә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтеп, ата-әсә йылдар үткән һайын үҙенең ғүмере һәм һаулығы өсөн яуаплылыҡтың күберәк өлөшөн баланың үҙенә йөкмәтә. Һөҙөмтәлә, “Үҙеңдең һаулығың, ғүмерең, яҙмышың өсөн тик үҙең генә яуаплыһың” тигән лозунг эшләй башлаясаҡ.

Аралашыу ҡағиҙәләренә, этикетҡа, ғөрөф-ғәҙәттәргә, милли традицияларға, енес-ара тәртипкә.

“Кемде яратырға кәрәк – шуны яратырға, кемдән ҡурҡырға кәрәк, шунан ҡурҡырға” өйрәтергә һәм илдең закондарына буйһонған гражданинын тәрбиәләргә.

Бына шул әҙ генә нәмәләрҙе балаһына һеңдерергә бурыслы ата-әсә. Йәғни үҙ ваҡытында, йәш үҙенсәлектәренән һәм ғаилә традицияларынан сығып, дөйөм кешелек ҡанундарына (киң мәғәнәһендә) ӨЙРӘТЕРГӘ.


Бала донъяны әүҙем таный. Сабый сағынан барыһын да тотоп, тәмләп ҡарарға ынтыла. Һаулыҡ һәм ғүмер өсөн ҡурҡыныс булған хәрәкәттәр мотлаҡ “ярамай” һүҙе менән тыйылырға тейеш. Педагогтар был йәһәттән бер эксперимент-уйын тәҡдим итә.


Бәләкәс алдында шәм ҡабыҙырға. Ул үҙ сиратында янып-ялтырап торған ымһындырғыс утты тоторға ынтылыр. Өлкәндәр “ярамай” тиһә лә, бала барыбер маташыуын дауам итә. Ялҡынды тотоуы була, әсәһе тыйыу һүҙен әйтә. Ошо мәлдән “ярамай” һүҙе уның аңына тыйыу булып (тыйыуҙы боҙһаң ауыртасаҡ) һеңеп ята. Ғүмер менән һаулыҡҡа ҡурҡыныс менән янаған бөтә нәмәне лә ҡәтғи тыябыҙ.


Икенсе яҡтан, тыйыуҙарҙы ла сикләргә кәрәк.

Бәләкәйҙән йыш тыйыу һөҙөмтәһендә инфантилизм һәм инертлыҡ үҫешә. Күп тыйыуҙар ишетеп үҫкән балалар, мәҫәлән, башватҡыстар сисергә ҡыйынһына. Улай ғына ла түгел, тыйыуҙар – уның шәхес булараҡ үҫешенә ҡамасаулай.

Шуға ла нимәнелер, шул иҫәптән әле ул белмәгән нәмәне тыяһығыҙ икән, артынан “Ә былай мөмкин”, “Алыр алдынан рөхсәт һорарға кәрәк” кеүек юлдарын күрһәтергә кәрәк.

Ваҡыты менән ҡайһы бер ата-әсәләргә балаларынан нимәнелер эшләүен талап иткәндә бер нисә мәртәбә ҡабатларға тура килә. Ә улары, тап шул эште башҡармай, йә киреһенсә эшләй. Шундай мәлдә “Нисә тапҡыр ҡабатларға була һиңә?” тигән һорауҙы бирергә түгел, ә “Ә хәҙер эшләй алаһыңмы?” тиеберәк өндәшеү һөҙөмтәлерәк булыр.

Әгәр бәләкәс ҡарыша, киреһен эшләй, истерика ойоштора икән, был мәлдә тыйыуҙың, тынысландырыуҙың файҙаһы юҡ. Шуға ла эмоцияларын сығарып бөткәнсе түҙемлек күрһәтеп көтөү лазым. Унан һайлау мөмкинлеген сағылдырған берәй әкиәт һөйләргә мөмкин. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосында юл сатына килеп сыҡҡан геройҙар төрлө юл һайлай: береһе – уңға (Урал), икенсеһе (Шүлгән) һулға китә.

Һулға китһәң, юл буйы –

Уйын-көлкө төн буйы;

...Уңға китһәң, юл буйы –

Илау-һыҡтау йыл буйы.

Ошоноң ише эпизодтан һуң балаға: “Ҡаһарманға тағы ла ниндәй юлды һайларға булыр ине?” тигәнерәк һорау биреп, бер яҡтан фекер ҡеүәһен үҫтереүгә өлгәшһәгеҙ, икенсенән, хәл-ваҡиғаларҙан сығыуҙың төрлө юлдары барлығын төшөндөрөрһөгөҙ. Шул саҡта ғына бәләкәс менән компромисҡа килеп була.

Шулай тыйыуҙың үҙенсәлекле алгоритмы килеп сыға ла инде: тыйған саҡта шунда уҡ эшләргә мөмкин булған юлды һәм нисек эшләргә кәрәклеген күрһәт; теләктәрен һәм ҡылығын анализларға, “өлкәндәр” роленә өйрәт. Был уны киләсәктә девиант тәртиптән аралар, шул иҫәптән урлашыуға ҡаршы профилактика ла. Бәләкәс “теләйем – алам” рефлексы менән эш итә. Үҫә төшкәс ул урлашыу тип аталасаҡ. Теләйем. Нимә эшләргә? Варианттар: һорарға, һатып алырға, һатып алыу мөмкинлеге булмаһа, үҙеңә берәй нәмә эшләп, һатып, шул аҡсаға алырға. Бының өсөн әлбиттә ваҡыт талап ителәсәк, әммә көтөп алынған, ауырлыҡ менән башҡарылған теләк кенә ысын ҡәнәғәтлек килтерә бит.

Тыйыу – социаль күренеш. Ул сиктәрҙе (үҙеңдекен йә башҡа берәйһенекен) боҙоуға ҡаршы яуап булараҡ барлыҡҡа килә. Төрлө, күп осраҡта ҡапма-ҡаршы зауыҡлы кешеләрҙең бергә йәшәү мөмкинлеген булдырыу өсөн тыйыуҙар мотлаҡ. Шуға ла, бәләкәстәрҙең улар менән балалар баҡсаһында, мәктәптә, урамда осрашҡанға ҡарағанда ғаиләлә танышыуы мөһимерәк.


Ғаиләлә конфликт тыуҙырмауҙың бер нисә ҡағиҙәһе


1. Сикләүҙәр (тыйыу, талап итеү) һәр баланың тормошонда булырға тейеш, әммә самаһыҙ күп булмаһын.

2. Ата-әсәнең талабы баланың физик һәм психик үҫешенә мөһим булған теләктәренә (хәрәкәт, белергә тырышыу, күнегеүҙәр һ.б.) ҡаршы килергә тейеш түгел.

3. Ҡағиҙәләр, талаптар, тыйыуҙар бәләкәсте тәрбиәләүҙә ҡатнашҡан барлыҡ өлкәндәр араһында үҙ-ара килешелергә тейеш.

4. Тыйыуҙарҙың бойороҡҡа ҡарағанда дуҫтарса аңлатылып әйтелеүе мөһим.

Шоңҡар журналынан.
Читайте нас: