Күп тә үтмәне, ҡойонлап ҡар яуырға тотондо. Шәһиғәле ҡарт радионан да, телевизорҙан да һауа торошон бик тыңлап бармай, уның һауа торошон белгертеүсе үҙенең билдәләре бар. Тубыҡ тирәһе һыҙлай башлаһа, йәй – ямғырға, ҡыш – буранға, әллә ни ауырттырып та һыҙламай һыҙлауын, шулай ҙа ҡарт быуындар үтә һиҙгер. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан атаһы ла яраларымдың урындары һыҙлай башланы, көн боҙолор, ахыры, тип ҡара ер ҡуйынына ингәнсе зарланды.
Малынан уның биш-алты баш һарығы бар. Төнгөлөккә уларға бесән ташланы ла ялан кәртәһенән һарайына ҡыуып индереп, ишегенә йоҙаҡ элде. Хәҙер заманалар ныҡ үҙгәреп китте шул, элегәре һарай ишегенә түгел, өй ишегенә йоҙаҡ элмәнеләр. Ел асмаһын йә булмаһа кемдер килһә, өйҙә бер кем дә юҡлығын белгертеп, йә ишектең бормасын боралар, йә келәһен эләктерәләр ҙә вәссәләм! Хәҙер күршеңә сыҡҡан арала өйөңдән берәр әйбереңде сәлдерергә торалар. Төнгөлөккә кәртә ҡураңды бикләмәй ҡалдыр, буралай һыйырыңды ла етәкләп алып сығып китерҙәр.
Шәһиғәле ҡарт солан ишеге эргәһенә һөйәлгән көрәген алды ла урамға сыҡты. Ауыл урамы буп-буш, был буранда кем йөрөһөн. Ана уның эте Һарығолаҡ та ояһынан моронон ғына күрһәтеп ята. Хужаһынан бер тотам ҡалмай эйәреп йөрөгән маһмай ҡымшанманы ла хатта.
Шәһиғәле ҡарттың өйө ауыл урамының иң ситендә. Яҡында ғына Көйөргәҙе йылғаһы аға. Күперҙе сыҡһаң, оло юл үтә. Унан тура Маяҡ ҡасабаһына эләгәһең, ары китһәң, Күмертауға барып сығаһың. Ҡарт урыны-урыны менән көрт һалған оло юлға күҙ һалды. Бөгөн киске автобус та булманы, ахыры. Буран сыҡһа, автобус йөрөмәй торған шул. Уның ҡарашы юл буйлап китеп барған йәйәүлегә төштө. Был эт йөрөмәҫ көндә кем юлға сыҡты икән? Хәйер, иртәгә эшкә йә уҡырға барырға булһа, ни эшләһен, буран тип көндөң асылғанын көтөп ята алмай инде... Ҡатын-ҡыҙ, ахыры, еңел-елпе генә кейенгәнгә оҡшай. Ҡулында сумкаһы ла күренә, тип, Шәһиғәле ҡарт был шәүләне күҙҙән юғалғансы оҙатып ҡалды. Һалҡын ел арҡа һөйәктәренә үтә башлағас, иҫенә килгәндәй, миңә бит мунсаға барырға кәрәк, тип өйөнә табан атланы.
Яңғыҙы өсөнсө ҡыш ҡышлай Шәһиғәле ҡарт. Әбейе Мәликә менән бер йылғылар, етмеш йәшкә тиклем бергә ғүмер иттеләр. Әбейе берҙән-бер көндө ауырымай, һыҙланмай ғына ҡапыл донъя ҡуйҙы. Тиҙ ярҙам машинаһы килеп еткәнсе бабайының ҡулында йән бирҙе.
Өйөнән мунса кәрәк-яраҡтарын таҫтамалға рәтләп төрөп, ишек яңағында элеүле торған йоҙаҡҡа үрелгән мәлдә келт итеп юлаусы иҫенә төштө. Йә, инде, ошондай буранлы көндә юлға сыҡмаһа, була бит инде. Атай-әсәһе ни ҡарағандыр? Хәйер, хәҙерге бала-саға өлкәндәрҙе тыңлаймы? тигән уйҙар башынан үтте. Күңеле һаман да толҡа тапмағас, әллә иренмәй генә юлды байҡап килергәме икән? Хәҙер ни, байтаҡ ара үткәндер бит инде. Шәп атлаһа, ҡыуып та етә алмам, бушҡа йөрөү генә булыр. Йә, ярай, ни булһа ла булыр, шулай ҙа юлды ҡарап киләйем әле. Күңелем мине алдамаҫ, ниҙер һиҙенә бит, тип ҡарт еңһеҙ көпөһөнөң өҫтөнә һарыҡ тиреһенән тегелгән ҡыҫҡа тунын кейҙе лә, соланда һөйәүле торған бәләкәй ағас санаһын һөйрәп, оло юлға табан атланы. Ояһында йоҡомһорап ятҡан Һарығолаҡ та теләр-теләмәҫ кенә уның артынан эйәрҙе. Бындай буранда һиңә тағы нимә кәрәк булды инде, хужам? Үҙеңә лә, миңә лә тыңғы бирмәйһең, тигән кеүек ине, уның йыбанып ҡына артынан эйәреүендә.
Ҡышҡы ҡарлы юлда урыны-урыны менән ҡалын ҡар өйөмдәре барлыҡҡа килгән. Байтаҡ атлағас, Шәһиғәле ҡарт бейәләйен сисеп, битенә һылашып туңа башлаған ҡарлы боҙҙо ҡулы менән һыпырып төшөрҙө лә артына боролоп, ҡарға сумып сыҡҡандай, ап-аҡ булған Һарығолағына, унан әле генә үткән беленер-беленмәҫ юлына ҡараны. Анау юл ситендәге күренер-күренмәҫ ҡыуаҡлыҡтар тәңгәленә еткәнсе атлайым да кире боролормон, тигән ҡарарға килде ҡарт.
Ҡыуаҡлыҡтар тураһына яҡынлашҡас, Шәһиғәле ҡарттың күҙҙәренә юл ситендә ҡарайып ятҡан әйбер салынды. Бесән йәки һалам тиһәң, хәҙер элекке кеүек эҫкерт һөйрәтмәйҙәр. Ул уңға табан ҡайырылып, күренгән ҡарасҡыға яҡынайҙы. Эй, Аллам! Был кеше лә баһа! Ул ҡарап ҡалған, юл буйлап атлап барған теге ҡыҙ бала бит! Туңғандыр инде бахыр, тип Шәһиғәле ҡарт кинәт кенә санаһын кирегә борҙо ла, һаҡлыҡ менән юл ситендә шыҡырайып ҡатҡан, әллә тере, әллә үле кәүҙәнең ҡулдарын тотоп ҡараны. Һып-һыуыҡ... Ул йәһәт кенә тунын сисеп, санаһына йәйҙе лә таштай ҡатҡан еп-еңел кәүҙәне күтәреп санаға һалды. Тунына яҡшылап урағас, бейәләйҙәрен сисеп, ҡыҙҙың боҙҙай һалҡын ҡулдарына кейҙерҙе. һарығолаҡ хужаһы ҡайтыуға боролғас, уҡтай атылып кирегә сапты. Ана бит! Күңеле һис алдамаған, һиҙҙергән, тип ҡарлы юлды йырып алға ынтылды. Уйында ошо яртылаш туңған йән эйәһен тиҙерәк өйөнә алып ҡайтып еткереү. Ел арттан булһа ла йөклө сананы һөйрәү еңел үк түгел икәнлеген һиҙҙе. Ҡоторған буран һалған көрт өйөмдәре аша бата-бата ҡабаланып атлауҙан Шәһиғәле ҡарттың тыны ҡурыла башланы. Хәл алғыһы килһә лә сабыр итте, алға табан атлауын белде. Башында сыуалышҡан уйҙарынан ҡотола алманы. Медпункты ла эшләмәй бит. Бер йыл элек япҡайнылар, фельдшеры Күмертауға күсеп китте. Ярай, ни булһа ла булыр, тиҙерәк йылы өйгә алып ҡайтып еткерергә кәрәк, йөрәккенәһе тибеүенән туҡтамаһын, бар теләгәнем Хоҙайҙан шул, тип Шәһиғәле ҡарт белгәненсә аят сүрәләрен уҡыны.
Өйөнөң ҡапҡаһына еткәндә уны Һарығолағы ҡойроғон болғап, көтөп тора ине. Тунға төрөлгән еңел генә кәүҙәне күтәреп өйөнә алып инде. Өҫтәленә яҡын диванға һалғас, утты ҡабыҙҙы. Газды тоҡандырып, сәй ҡайнатырға ҡуйҙы. Ҡыҙҙың синтепон курткаһын систерҙе. Кәштәнән күптәнән, берәй кәрәге сығыр, тип һаҡлап тотҡан флакондағы спиртты мамыҡ киҫәгенә мул итеп тамыҙғас, ҡыҙ баланың битен, муйынын, ҡулдарын ышҡырға тотондо. Ул арала сәйгүне лә ҡайнап сыҡты. Сәйе әҙер булғас, ҡыҙҙың өшөүҙән күгәргән ирендәренә тамыҙҙы. Унан ҡалаҡлап ҡына ҡайнар сәйҙе йотторҙо. Бала тәүге ҡалаҡ сәйҙе йотҡас, үҙенең тере икәнлеген белгертеп, ауыр итеп тын алды. Шәһиғәле ҡарттың эсенә йылы йүгерҙе. Йә, Хоҙай, тереһең! Терел инде, балам, терел, тип уҡынды. Ҡапыл иҫенә килгәндәй, урынынан һикереп тороп ҡыҙҙың шаҡылдап туңған итектәрен систерҙе. Мейес башында ятҡан мамыҡ бейәләйҙе алып ҡыҙҙың бит алмаларын ыуғыланы. Шәһиғәле ҡарт ҡыҙҙың өҫтөнә юрған килтереп япты. Бына бер саҡ ҡыҙ бала күҙҙәрен асты. Ниҙер әйтергә теләгәндәй, ирендәрен ҡыбырҙатты. Әммә тауышы ишетелмәне, ниндәйҙер аңлашылмаған бышылдау ғына сыҡты. Баланың йоҡа ғына ойоҡбаштарын систереп табандарын спирт менән ыуҙы. Аяҡ табанынан һалҡын алмаһын, һалҡын алһа, эш харап, тип үҙ алдына һөйләнде. Үҙенең күҙ ҡараһылай күргән берҙән-бер ҡыҙының Күмертауҙан ҡайтып килгәндә Маяҡ ҡасабаһы менән ауыл араһында ун алты йәшендә туңып үлеүе иҫенә төшөп, әллә яҙмыш шулай ғазаплай, әллә Хоҙай Тәғәлә шулай һынап ҡарай микән, тип көрһөндө.
Аҙна буйы Шәһиғәле ҡарт төн йоҡламай, алһыҙ-ялһыҙ, ашамай-эсмәй ҡыҙының кәүҙәһен эҙләне. Көрәмәгән ҡар ҡалманы, тик ҡыҙының кәүҙәһе табылманы. Ер менән күкте тоташтырып нисәмә көн ҡоторонған буран туҡтағас, ҡаланан юл ярып килгән бульдозерҙар ҡыҙ кәүҙәһенә тап була.
“Мин ҡайҙа? Кемдә? Бында нисек килеп эләктем?” – тип ҡыҙҙың өҙөп-өҙөп өндәшеүе ҡартты һиҫкәндерҙе. “Эй, балам, туңған инең бит. Юлдан табып алып ҡайттым һине. Бына бер сәғәткә яҡын һинең ғүмерең өсөн әжәлдең үҙе менән айҡашам. Исемең кем? Ҡайһы ауылдан, кем балаһы булаһың?” – тип Шәһиғәле ҡарт ҡыҙҙың йоҡо аралаш һөйләшеүенә ҡыуанып һораша башланы. Әммә өшөүҙән ҡаны ойор хәлгә еткән ҡыҙҙың һөйләшерлек хәле юҡ ине. Эй, ҡарт мейе, минең яҡҡан мунсам әҙер бит. Хәҙер үҙеңде ҡыҙыу мунсаға алып барам, ныҡ һалҡын алдырғанһың бит, тип өтәләнде хужа кеше. Ә үҙе эстән генә еткән ҡыҙҙы мунсаға илтеү уға ла, миңә лә уңайһыҙ, тип күршеһе Өмикамалға юлланды. Ҡапҡаһына еткәс, уты юҡлығын абайланы. Урам аша йәшәгән Зарифаның уты күренгәс, шунда йүнәлде. Бикле солан ишеген шаҡып та, аяғы менән ишеген типкеләп тә ҡараһа ла асыусы булманы. Иҫеректер, йоҡлап яталыр, тип Шәһиғәле ҡарт кире боролдо.
Өйөнә ингәс, өҫтөн һалып та тормайынса ҡыҙға: “Балам! Әйҙә, мунсаға алып барам, атлап барырға хәлеңдән киләме? Һиңә һалҡын тейгән, эҫе мунсала ултырып ҡайт, файҙаһы тейер”, – тип өндәште. Әммә ҡыҙ хәлһеҙ генә тауыш сығарып: “Миңә һалҡын, өшөйөм, бөтә тәнем ҡалтырана”, – тип дерелдәй башланы. Шәһиғәле ҡарт кәштәнән градусник үрелеп алды ла ҡыҙҙың ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы. Сәйнүктәгеге һыуҙы тасҡа һалғас, бармаҡ тығып эҫелеген тикшерҙе лә ҡыҙға һыуға баҫырға ярҙам итте. Сәй яһап килтерҙе. Ҡалаҡлап бер сынаяҡ сәйҙе эсереп бөтөрҙө. Унан юрғанға урап һалғас, исемең кем, ҡайһы ауылданһың, тип һорашырға кереште. Ҡыҙ ярым асыҡ, ярым бышылдап: “Кинйә ауылынан Лилиә булам”, – тип яуап ҡайтарҙы. Лилиә тигәнде ишеткәс, Шәһиғәле ҡарт, тәненә энә ҡаҙағандай, тертләне. Туҡта! Уның ҡыҙы ла Лилиә исемле ине бит. Урынһыҙ булһа ла уны ниндәй көндә, ниндәй айҙы тыуыуы хаҡында төпсөндө. “Февралдең ун һигеҙендә тыуған көнөм. Мең туғыҙ ҙа етмеш беренсе йылда ошондай буранлы көндә донъяға килгәнмен. Әсәйемдең мине табырға ваҡыты еткән булһа ла көндәлек мәшәҡәттәренән арына алмай, дауаханаға бармай йөрөгән. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, аҙна буйы буран ҡоторған. Етмәһә, ауылыбыҙҙа медпункт юҡ. Ғүмере буйы ҡалала акушер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Әсмә инәй мине ҡабул итеп алған, кендек инәһе булған. Исемде лә ул ҡушҡан, әсәйемдең ризалығы менән, әлбиттә”.
Шәһиғәлеле ҡарт был һүҙҙәрҙең аҙағын ярым-ярты ғына ишетте. Тиктомалдан күҙ алдары ҡараңғыланып, башы әйләнеп китте. Уның күҙ ҡараһындай күргән берҙән-бер ҡыҙы Лилиә лә ошо көндә, ошо юлда йән биргән бит. Йә! Хоҙайым! Бына ҡасанға тиклем был ғазапты минән йәшереп тотҡанһың. Үҙемдең ун ете йыл фәрештәгә әүерелгән ҡыҙымдың йәне менән хәҙер килеп мине осраштырҙың. Ә ул күккә олғашмаған, бына ошо яңы донъяға килгән сабыйға күскән икән, тип ике тиҫтә йылға яҡын булған ҡайғылы көндәрен иҫкә төшөрөп, тәрән уйға батты. Мунса ҡайғыһы ла китте. Төпкө яҡҡа инеп, өҫ кейемдәрен һалып та тормай, диванына ауҙы. Арығанлыҡ үҙен һиҙҙерһә лә тәнен йоҡо алманы, бер тамсы ла керпек ҡаҡмай таңды аттырҙы.
Ишдәүләтов Хәмзә.Шоңҡар журналынан.