Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Август 2019, 09:00

АТАЙ АБРУЙЫ

Ашығып эштән ҡайтып барһам, зыйылдап машиналар үтеп торған юл ашаһында берәүҙең “Әлфиә!” тип һөрәнләгәненә “терт” итеп ҡалдым. Ҙур сумка тотоп алған таныш түгел сибәр ҡатынҡай, ҡулын болғай-болғай, туҡтап тор әле, тип миңә ишаралай ине унда. Светофорҙа йәшел ут тоҡаныр-тоҡанмаҫтан, ул йүгерә-атлай юл аша сыға ла башланы. Бик ҡабаланһам да, туҡтарға мәжбүр булдым.

Үҙемдең ике күҙ тегелә, ә башымда бер генә уй: “Кем һуң әле ул, кем?”. Бер аҙ яҡынлашҡас ҡына сырамыттым. Ауылдашым Айһылыуҙың бүлмәләше Гөлсәскә бит был! География факультетында уҡығайнылар, биш йыл бер бүлмәлә йәшәнеләр икәүһе. Айһылыу миңә сыбыҡ осо туғаныраҡ та булғас, мин йыш ҡына уларға барып йөрөй торғайным, ә улар минең янға – беренсе ятаҡҡа. Дөрөҫөрәге, Айһылыу миңә тип килһә, Гөлсәскә Илдарын күрергә. Бына һиңә осрашыу!

– Һаумы, Әлфиә! Әллә танымай торған була инде бынауы? – Ауыҙы ҡолағына еткән Гөлсәскә, ҡосағын киң йәйеп, мине ҡармап та алды.

– Гөлсәскә?! Һаумы, Гөлсәскә! Күҙҙәр хужаһына насарыраҡ хеҙмәт итә башланы шул һуңғы арала, ̶ тип шаяртып маташтым мин, үҙем Гөлсәскәнең ҡосағынан ысҡынып, уны тағы баштан-аяҡ байҡайым: “Шул уҡ Гөлсәскә, тамсы ла үҙгәрмәгән. Һылыулығы, шаянлығы менән егеттәрҙең һушын ала торғайны...”.

– Ә мин һине әллә ҡайҙан уҡ таныным. Хас та элекке кеүекһең.

– Һин дә үҙгәрмәгәнһең, Гөлсәскә. Һыуытҡыста ятып торҙоңмо әллә?

– Эй, килештермә әле, Әлфиә! – Мәрәкәләүемә шарҡылдап көлә үҙе. – Һине Белоретта йәшәй тип кемдәндер ишетеп ҡалғайным шул. Эштән ҡайтып бараһыңдыр?

– Эйе. Ә һинсе, һине ниндәй елдәр ташланы бында? Мәсетленеке лә инде һин? Көтөлмәгән осрашыуҙан аңҡы-тиңке булып, тупһыҙ һорау биргәнемә үҙемде үҙем эстән әрләп тә өлгөрәм: “Кит, иҫәр, яҙмыш тигәнең кешеләрҙе төрлө яҡтарға ташлай ҙа...”.

– Аһ, мин Белорет килене лә инде, Ҡағыла йәшәйем. Белмәйһеңме әллә? Балаларға уҡыуға тип кейем-һалым алырға килгәйнем баҙарға.

– Юҡсы-ы. Ә Илдар? – Уйымда Гөлсәскә менән Илдар тураһындағы матур хәтирәләр бер-береһенә ялғана: “Дәүләкәндеке Илдар, беҙҙең курсташ менән йөрөнө бит Гөлсәскә. Шундай мөхәббәт ине уларҙың!.. Икеһе лә сибәр, шаяндар, етмәһә, береһе гитарала уйнай, икенсеһе уға ҡушылып йырлай ине... Бөтә курс менән уларға ҡарап һоҡландыҡ. Йыш ҡына үпкәләшеп “ташлашып” та ала торғайнылар, тик оҙаҡҡа түгел... Һағыныуҙан һарыларға һабышып, илаша-илаша кире ярашырҙар ине. Хас та һинд киноһындағы һымаҡ...”

Минең һорауға Гөлсәскә, “эй, аптыратма әле” тигәндәй, ҡул һелтәне. Шунан бер аҙға шымып торҙо ла туҡталыштағы эскәмйәгә ымлап:

– Ваҡытың булһа, әйҙә, анауы эскәмйәгә ултырып һөйләшәйек. Минең автобус китергә ярты сәғәттән ашыу ваҡыт бар. Илдар тураһында ла шунда һөйләрмен, – тине.

Ҡайта һалып, мине дүрт күҙ менән көтөп ултырған иргә, балаларға киске аш яраштыра һалырға кәрәк булһа ла, Гөлсәскә артынан ыңғайланым. Ун биш йылдан ашыу күрмәгән йәшлек әхирәтем бит! Унан да бигерәк, уларҙың ялҡынлы мөхәббәт тарихының нисек барып осланғанын бик белге килә ине.

– Әлфиә, ә һинең ғаилә хәлдәрең нисек? Һөйлә әле, әтеү гел мин ләпелдәйем.

Мин уға уҡып бөткәс ҡайҙа эшләүем, ҡасан, кемгә кейәүгә сығыуым, ике балам барлығын ҡыҫҡаса ғына һөйләп биргәс, ул үҙенекен теҙҙе:

– Беләһең бит инде, Илдар менән ҡулыбыҙға дипломдарҙы алыу менән өйләнешергә һүҙ ҡуйышҡайныҡ. Июнь аҙағында уҡ һоратырға килделәр. Ул ҡыуаныуҙарым!.. Бәхетемдең сиге юҡ ине. Никах уҡытып, икенсе көнөнә мине үҙҙәренә оҙатып алып ҡайтты былар. Шул кисте үк килен күрһәтергә тип туғандарын йыйҙылар. Беҙҙә саҡта шым ғына ултырһа ла, ҡайным үҙҙәрендә ныҡ ҡына иҫереп алды. Аҙаҡҡа табан табын артында юҡ-бар хәбәр һөйләй башланы. Илдар ҙа, ҡәйнәм дә тыйып ҡарай – юҡ. Һиҙеп торам, Илдар атаһы өсөн минән ныҡ уңайһыҙлана. Ирҙәр “перекурға” сыҡҡайнылар, бына бит тышта ғауға ҡупты. Өйҙәге ҡатын-ҡыҙҙар сыр-сыу килеп урамға атылды. Мин дә, нимә булған икән тип, йүгереп сыҡтым. Күрәм – ҡайнымдың ауыҙ-бите тас ҡан, үҙе илай. Ә ҡәйнештәр, ҡайнағалар ҡыҙған Илдарҙы тынысландырып маташа. Баҡтиһәң, атаһын төйгөсләгән икән. Эй, ғәрләнеүем шунда... “Кемде яратып йөрөгәнмен мин!?” – тип үрһәләнеүҙәрем. Атай менән әсәй беҙгә ғүмер биргән икән, беҙ, балалары, уларҙы, ниндәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, хөрмәт итергә бурыслыбыҙ бит. Хатта эсһәләр ҙә... Илдар ана шуның өсөн генә атаһына ҡул күтәрергә тейеш түгел ине. Беҙҙең ғаиләлә атай абруйы көслө булғас, мин быға һис кенә лә күнә алманым. Минең атай ҙа ҡунаҡтарҙа эскеләне. Тик ағайҙарым уға ҡул күтәреү түгел, хатта тауыш күтәреп өндәшкәне лә булманы. Инәйем дә, атайым эсеп алған саҡта, “алкаш” тип йөҙөн йыртманы, киреһенсә, итле һурпаларын эсереп, мунса төшөрөп, тиҙерәк айыҡтыра һалыу сараһын күрер ине. Ә инде ғаиләбеҙҙә берәй мөһим хәл килеп тыуһа, “атайығыҙ ни әйтер” тип, һуңғы һүҙҙе гел уға ҡалдырҙы. Атай һүҙе беҙгә закон булды.

– Атаһы өсөн һинең алда уңайһыҙланғандыр инде Илдар... – Заманында беҙ уларҙың мөхәббәтен Йософ менән Зөләйханыҡына тиңләп, һоҡланып, хатта бер аҙ көнләшеп йөрөгәс, мин Илдарҙы яҡлашырға булғайным, Гөлсәскә ҡырт киҫте:

– Иҫләйһеңме, Әлфиә, Илдар миңә күҙ һалған бөтә егеттәр менән дә һуғыша торғайны. Ҡыҙыулығы баштан уҡ булған инде, тик мин генә, мөхәббәтемдән күҙем томаланып, уға иғтибар итмәгәнмен. Ҡыҙғана икән, тимәк, ярата, тип йөрөгәнмен. Ул үҙенең иң яҡын кешеһе – атаһына ҡул күтәргәс, тора-бара миңә лә сират етмәҫ тип кем әйтә ала?

– Эйе шул. Анау Фәһимде былай-алай итеп туҡмағайны бит әле, ивет? Һигеҙенсе мартта беҙгә шоколад бүләк иткән өсөн генә. Ә бер ваҡыт класташың Илгизәр ҡунаҡҡа килгәс, уны ла: “Гөлсәскәгә ымһынып йөрөмә!” – тип, баҫтырып сығарҙы бүлмәнән. Етмәһә, аҙағынан һиңә ҡай рәүешле үсегеп теңкәңде ҡоротто, – тип ҡуйҙым ахырҙа.

– Үлеп ҡыҙғанды шул... Ә теге хәлдән һуң мин, туйға әҙерләнергә тип, ауылыма ҡайтып киттем. Оҙаҡ уйландым, илай-илай күҙҙәр ҡалманы. Атайым менән инәйем дә аптыраны минең күңелһеҙ йөрөгәнгә. Бер көн, ахыры, уларға хәлемде һөйләп бирҙем дә, туй булмаясаҡ, тинем. Инәйем илай, “кешенән оят” тип, ә атай өндәшмәй. Бер-ике көндән һуң ғына: “Ҡыҙым, атаһын ихтирам итмәгән кеше, ҡайныһын да әҙәмгә һанамаҫы көн кеүек асыҡ. Ярай, һеҙгә минең менән йәшәргә түгел, тиер инем, һине йәлләйем. Бәлки, дөрөҫ тә эшләйһеңдер уға сыҡмай”, – тине. Ҡатыраҡ һымаҡ күренһә лә, күңеле шул тиклем изге ине атайымдың. Һағынам уны, ныҡ юҡһынам... Әлфиә, атайым былтыр үлеп ҡалды бит, – Гөлсәскәнең күҙҙәре йәшкәҙәне.

– Бирешмә, Гөлсәскә, ныҡ бул, – тиеүҙән ары уҙа алманым. Бер ғауым ауыр тынлыҡтан һуң, ул йәнә дауам итте:

– Шул аҙнала уҡ бәреп-һуғып Сорғотта йәшәгән ике туған апайым янына сыҡтым да киттем. Илдар шылтыратты, инәлде, ялбарҙы. Хатта килеп тә ҡараны. Әммә мин уны башҡаса үҙемә яҡын юлатманым. Өҙөлөп яратһам да, үлер сиккә етеп һағынһам да, түҙҙем. Сөнки буласаҡ балаларыма ҡыҙыу, дыуамал холоҡло кешенең атай булыуын теләмәй инем. “Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр” тигән бик аҡыллы мәҡәл бар бит халыҡта. Шуны уйланым да, унан мәңгелеккә баш тарттым. Хатта “кейәүгә сығып айырылған” тигән даным сыҡһа ла. Ә ауылда мине оҙаҡ сәйнәнеләр, әлбиттә. Атай-инәйемә рәхмәт, дөрөҫ аңланылар, ғәфү иттеләр...

– Ә нисек бында, Белоретҡа, килеп сыҡтың һуң?

– Сит ерҙә яҡташтарың менән осрашһаң, туғаныңды күргәндәй булаһың бит. Эшләгән еремдә Башҡортостандан килгән егет-ҡыҙҙар байтаҡ ине. Үҙ-ара аралашабыҙ, байрамдарҙа ҡунаҡҡа саҡырышабыҙ – бер ғаилә һымаҡ йәшәйбеҙ. Шулар араһында Кәрим тигәндәре миңә айырыуса иғтибарлы булды. Ял етһә, киноға саҡыра, байрамдарҙа бүләк тотоп килә... Тик Илдар менән булған хәлдән һуң, минең егет халҡына ышанысым ҡалмағайны. Ҡырыҫ булдым. Тик Кәрим үтә әрһеҙләшеп йөрөмәйенсә, сабыр ғына күңелемде яулап алды барыбер. Ике йылдан туй үткәрҙек, балалар тыуҙы. Яратам тип ауыҙ тултырып әйтә алмаһам да, шул тиклем ихтирам итәм иремде. Илдарҙың тап киреһе ул. Тыныс холоҡло. Мин шарҙауан булған байы, ул өндәшмәҫ. Шуға ла үҙ-ара килешеп, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап, матур ғына итеп йәшәп ятабыҙ. Уның ата-әсәһе ныҡ олоғайып киткәс, күптән түгел Белоретҡа күсеп ҡайттыҡ. Күҙ терәп торған бер бөртөк кенә улдары бит, ярҙамлашыр кәрәк. Ауылда эш юҡ тип тә аптыраманы ирем, шиномонтаж асты. Бына шулай, Әлфиә, тормошомдан бик ҡәнәғәтмен, Аллаға шөкөр.

Минең күңелде нимә тырнап торғанын аңғарған кеүек, аҙағынан тағы өҫтәп ҡуйҙы:

– Ә Илдар ике тапҡыр өйләнгән. Ике ҡатыны ла тормаған, ҡайтып киткән. Холҡо бигерәк алама икән, түҙмәгәндәр, тинеләр. Хәҙер өйләндеме икән, белмәйем. Һорағаным да, ҡыҙыҡһынғаным да юҡ, кәрәк тә түгел.

Гөлсәскә, һаубуллашып, вокзал яғына атлағас, уның артынан бер ни тиклем ваҡыт ҡарап торҙом. Атай абруйын юғары ҡуйып, өҙөлөп һөйгән йәренән баш тартҡан ғорур йәшлек әхирәтемә ихлас күңелдән һоҡландым мин.Шоңҡар журналынан.
Читайте нас в