Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
7 Август 2019, 10:07

СЕЛФИМАНИЯ ЙӘКИ УЙЫНДАН – УЙМАҠ...

Май аҙағында Белорет ҡалаһында урынлашҡан янғын ҡалансаһынан 20 йәшлек егеттең селфи эшләйем тип ҡолап һәләк булыуы бар тѳбәк халҡын тетрәндергәйне. Тәү ҡарамаҡҡа зыянһыҙ ғына күренгән фото тѳшѳүҙең бындай аңһыҙ үлемгә килтереүе, әлбиттә, башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Йәштәрҙең генә түгел, хатта оло быуын вәкилдәренең дә селфи тѳшѳү менән үтә мауығыуы, бѳтәһен “шаҡ ҡатырырлыҡ” фотоһүрәт ѳсѳн ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуы ла һағайта. Мәҫәлән, йәй баштарында Нѳгѳш һыуһаҡлағысында Силәбе ѳлкәһенән килгән туристик тѳркѳмдәге 64 йәшлек ирҙең дә ғәҙәти булмаған селфи артынан ҡая ташҡа менеүе бик аяныслы тамамланды.

Зәңгәр экрандарҙан, Интернет селтәренән дә үҙ-үҙеңде фотоға тѳшѳрѳүгә бәйле ғәҙәттән тыш осраҡтар тураһында хәбәр ителеп кенә тора. Берәүҙәр яҡынлашып килгән поезд фонында фото тѳшѳп һуңғы һулышын алһа, икенселәр шәп кадр ѳсѳн йыртҡыс тырнағына тәл була, йәиһә бейеклек яулауын мәңгеләштерәм тип, һәләкәткә юлыға.
Бер минут та смартфондан айырылмаған, ул ғына түгел, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә үҙ-үҙен шылт итеп фотоға тѳшѳрѳргә яратыусыларҙы күҙәтеп, ирекһеҙҙән, былар психик йәһәттән һау-сәләмәтме икән, тигәнерәк уйҙар ҙа инеп сыға башҡа. Ғалимдарҙың селфи тѳшѳүҙе нарциссизмдың бер тѳрѳнә индереүен иҫәпкә алғанда, үрҙә телгә алғандарҙың психик торошо йәһәтенән һағайырға урын бар, әлбиттә. Ә нарциссизмдың нимәнән ғибәрәт булыуын һәммәбеҙ ҙә беләбеҙ – үҙ-үҙең менән ғәҙәттән тыш мауығыу, һоҡланыу, әйләнә-тирәләгеләрҙең юғары фекеренә мохтаж булыу ул. Айырыуса беҙҙең заманда ныҡ күҙгә ташлана был синдром. Мәҫәлән, шул селфиҙы ғына алайыҡ. Ғүмер ѳсѳн сикһеҙ хәүефле кадрҙар ниндәй маҡсат менән тѳшѳрѳлѳүе һәммәбеҙгә лә билдәле бит инде: үҙе теркәлгән социаль селтәрҙә фотоһы аҫтына мѳмкин тиклем күберәк “йѳрәктәр” йыйыу, күңеленә май кеүек яғылыр комментарийҙарға мохтаж булыу, үҙеңдең “ябайҙар” рәтенән түгеллегеңә, шәплегеңә йәнә бер ҡат инаныу һәм башҡаһы. Ә бына“мин-минлек” етерлек кимәлдә ҡәнәғәтләндерелмәһә, кѳткәне аҡланмаһа, ул саҡта селфи яратыусы күңел тѳшѳнкѳлѳгѳнә биреләсәк.
Нарциссизмға яйлап ҡына тән дисморфофобияһы тигән диагноз да ѳҫтәлә. Был психик ҡаҡшауҙа кешенең үҙ ҡиәфәтенән бигүк ҡәнәғәт булмауы, тәненән кәмселектәр эҙләүе, буштан-бушҡа кѳйһѳҙләнеүе күҙәтелә. Тѳрлѳ ҡушымталар ярҙамында редакторланған фотоһүрәттәр ҙә ут ѳҫтѳнә май һипкәндәй – ҡыҫығыраҡ күҙҙәр “ҙурая”, һырҙар “яҙыла”, ғѳмүмән, йѳҙҙәге “кәмселектәр” камилыраҡ, матурыраҡ һыҙаттар ала. Хатта үҙгәртелгән автопортрет менән пластик хирургтарға мѳрәжәғәт итеүселәр ҙә юҡ түгел.
Шулай итеп, артыҡ фото тѳшѳү менән мауығыу тағы бер “замана сире”нә – селфиманияға дусар ҡыла. Әгәр социаль селтәргә ҡуймайынса кѳн һайын ѳскә яҡын селфи эшләйһегеҙ икән, тимәк, һеҙ ауырыуҙың I стадияһында. Икенсе стадиялағылар үҙҙәрен кәмендә алты тапҡыр фотоға тѳшѳрѳп, кеше хѳкѳмѳнә “тәҡдим” итәсәк. Кемдер, бәлки, үрҙә әйтелгәндәргә йылмайып ҡына ҡуйыр, әммә психологтарҙың хафаһы бушҡа түгел. Сѳнки “уңышһыҙ” селфи арҡаһында суицид ҡылыусылар ҙа байтаҡ, имеш.
Күп илдәрҙә селфи тѳшѳүҙе законлы рәүештә тыя башланылар ҙа инде. Мәҫәлән, Һиндостан штаттарының береһе Гоала туристарҙың фото тѳшкән мәлдә батып үлеүенән һуң, ғүмер ѳсѳн хәүефле урындарҙа селфи эшләү хѳкүмәт тарафынан тыйылды. Әйткәндәй, йыл һайын был илдә, үҙ-үҙҙәрен “мәңгеләштерәм”тип, 30-лап кеше һәләк була икән. Гавай утрауҙарында был йәһәттән ҡанундар ҡаты. Бында иһә ут бѳрккән Килауэа вулканының ағып ятҡан лаваһы янына яҡынлап, 1 йылға иркеңдән мәхрүм ителәһең, йә 5 мең долларыңдан ҡолаҡ ҡағасаҡһың. Ләкин бындай тыйыуҙар ҙа кәртә түгел сая “фотографтар”ға – вулкан уянғаны бирле тәртип һаҡсылары 40-лап кешене ҡулға алған.
Селфи арҡаһында үлем осраҡтары күбәйеү сәбәпле, Рәсәйҙә лә, халыҡтың хәүефһеҙлеген ҡайғыртып, 2015 йылда Эске эштәр министрлығы тарафынан “Хәүефһеҙ селфи эшлә. “Текә” селфи ғүмереңде ҡыйыуы ихтимал” тигән хәтерлек (хәтер дәфтәре) баҫылып сыҡты. Министрлыҡта әйтеүҙәренсә, бындай профилактик акцияның тѳп маҡсаты – фажиғәләрҙе кәметеү, “шаҡ ҡатырғыс” селфиға моданы туҡтатыу. Хәтерлекте тәртип һағында тороусылар башлыса студенттарға һәм мәктәп уҡыусыларына тарата. Яҙмала тимер юлында, электр бағаналары һәм биналар башында, һыуҙа, поезд вагондары ѳҫтѳндә, хәрәкәт итеүсе автомобилдең руле артында, трассала, үргә күтәрелгәндә, хайуандар янында, шулай уҡ атыу ҡоралдары тотҡан килеш селфи эшләү ярамай тиелә. Ѳҫтәүенә, һәр осраҡҡа күңелһеҙ миҫалдар ҙа килтерелә.
Заман башҡа – заң башҡа, тибеҙ. Эйе, һәр дәүерҙең үҙ яңылығы, мауығыуҙары, ҡыҙыҡтары. XXI быуат баштарынан уҡ халыҡ араһында тарала башлаған фотоавтопортреттың бер тѳрѳ – селфи ҙа бѳгѳн иң популяр шѳғѳлдәрҙең береһе. Шулай ҙа сама тигән нәмәне онотмайыҡ – әкәмәт тигәнебеҙ зәхмәткә әйләнә күрмәһен берүк!

Шоңҡар журналынан.
Читайте нас: