Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
7 Август 2019, 09:48

БӨҘРӘХАНА (ЮМОРЕСКА)

Сәсем еткән. Шуға ла эштән ҡайтышлай бөҙрәханаға һуғылырға булдым. Дәрәжә-вазифалы, ҡарап тороуға ла олпат ҡына кеше булғанға күрә сәс туҙҙырып йөрөү килешмәй миңә. Минең башыма ҡулдары килешеп торған таныш парикмахершам да бар ҡалала. Ай һайын шуға барып сәсемде «еңеләйтеп» сығам. Тик был юлы ул эшендә юҡ ине. Ҡайҙалыр ялға китте, тинеләр. Тимәк, ялбыр башымды бүтән ҡулдарға бирергә тура килә инде бөгөн. Әһә, анауҙа өр-яңы бөҙрәхана ла асҡандар икән. Ишек башына бөҙрәләндереп «бөҙрәхана» тип яҙып ҡуйғандар, хатта башҡортсалап. Ҡана инеп сығайым әле, ҡыҙыҡ таһа…

Билдәле, ғәҙәти фатир бүлмәһен тейешенсә йыһазлап эш урыны иткәндәр. Көҙгөләр, ултырғыстар, ҡайҙа ҡарама матур прическалы ҡыҙ-егеттәр төшөрөлгән һүрәттәр. Яп-ялтыр ҙа тап-таҙа, ҡыҫҡаһы. Ә уртала…
Бүлмә уртаһында һүҙ менән әйтеп биргеһеҙ матур бер ҡараҡас һылыу, күлдәй ҙур күҙҙәрендә батырырҙай булып, миңә ҡарап тора ине. Ирендәре уймаҡ, ваҡ бөҙрәле сәстәре маңлайына төшкән, тулҡынланып иңенә ятҡан, буй-һыны иһә ҡосаҡты ымһындырып, ҡарашты томанландыра хатта!
– Һаумыһығыҙ… Сәсте ҡырҡтырырға ине, – тинем һушты алғыс был күренештән, ниһайәт, иҫемә килеп.
– Һаумы! Ултыр ошонда!
Һылыуҡайҙың ҡәләмдәй бармағы ялағай ҡәтғилеге менән бүлмәләге бер ултырғысҡа төбәлде, ә икенсе ҡулындағы елле ҡайсыһы уҫал сыйнап ҡуйҙы. Тап ошо мәлдә бығаса онотолоп бөткән «алтынсы» тойғом үҙемдең «не туда» килеп эләккәнемде тәүге ҡат иҫкәртте, шикелле. Ләкин мин, күҙ алдымдағы иҫ киткес һылыу мөғжизәгә арбалып, быны ишетмәнем.
Ҡыҙый мин ултырған ултырғысты бер күтәреп, бер төшөрөп үҙенә яйларға маташа башланы. Бала сағым иҫкә төшөп, үҙемде бесән арбаһында китеп барғандай итеп хис иттем шунда. Бынағыйыш, шып-шымсы үҙе, әйтерһең дә, утын түмәре менән булаша?! Бығаса сәсемде алған теге ҡатынҡай, ҡайсыһы шыҡылдаһа ла, ике-һүҙенең береһендә «ғәфү итегеҙ», «кисерә күрегеҙ», «уңайлымы һеҙгә» тип йылмая-көлә күҙемә кереп барыр ине. Ә был «чудоның» көҙгөлә сағылған йөҙөндә ҡырыҫ саялыҡтан башҡа бүтән тойғо һиҙелмәйсе?
Бер заман, малай сағымда, атайым ни сәбәптәндер өйҙә юҡта, әсәйем үҙе ҡаҙ салғайны. Шунда күргәйнем мин ошондай ҡиәфәтте…
Ошо уйымдан йөрәгем дерелдәп, күңелемә шик төштө. Ай-һай, был ҡыҙый кем булһа ла булыр, әммә һис тә парикмахерға оҡшамаған даһа?! Ҡуйсәле, китәйем, бәләнән баш-аяҡ…
Инде иҙәнгә аяҡ терәп урынымдан ҡуҙғалырға иткәйнем, яурындарымда һылыуҡайҙың ҡауырһындай аҡ, еңел ҡулдарын һиҙҙем.
– Шунан, нисек итеп ҡырҡабыҙ сәсте?
Ҡаршымдағы көҙгөнән бөркөлгән баш әйләндергес һөйкөмлө йылмайыуға әсирләнеп, егелә башлаған еремдән ҡабат туғарылдым. Күрсәле, танауы һуң, танауы! Шундай кәкес, шундай нәфис, ирендәрҙе саҡырып тора бит… Ә балҡып торған теҙмә мәрйендәй тештәре!? Юҡ инде, шишләтһә лә эшләтер был ҡыҙыҡай мине, барыбер китмәйем! Эх-ма, ҡарап булһа ла кинәнермен...
– Йәштәрсә итеп ала торғайнылар бығаса…
– Ә һиңә нисә йәш?
Мин, ғөмүмән, үҙемә «һеҙ» тип өндәшеүгә күнеккәнмен. Йәиһә исем-атым менән әйтәләр. Ә был һылыу күреү менән миңә «һин» тинесе? Әллә танышлығыбыҙ бармы икән? Берәй дуҫ-иптәшемдең ҡыҙы мин күрмәгәндә шулай буй еткереп өлгөргәнме әллә? Текә түшендәге таныҡлығында «Зөлхизә» тип яҙылған. Һы? Бик сәйер исем хәҙерге заман өсөн…
– Илле…
– Тоже мне, йәштәрсә, – тигән ҡыҙҙың йөҙөнә баяғы сая ҡырыҫлыҡ ҡайтты. – Ярай инде, йәштәрсә тек йәштәрсә, күңелең булһын… Ә сәстәрең шәп һинең, ҡуйы, тик бер аҙ аҡ төшкән.
– Ә һиңә нисә йәш, һылыу?
– Мин былтыр ғына мәктәпте тамамланым. Әле ситтән тороп юғары белем алам. Бына бөҙрәхана астым, тамаҡлыҡ булһа ла аҡса, тип.
…Ҡыҙыйҙың нескә бармаҡтары сәстәремә ҡағыла. Мин ултырам иҙерәп, күңелемдәге өмөтһөҙ хыялдарымды нисек тә ауыҙлыҡларға аҙапланып. Көҙгөләге сихри һынға күҙҙәремде алмайынса ҡарарға ла ҡыйынһынам, ҡарамай ҙа булдыра алмайым. Эх-ма… Ниңә йәш саҡта ошондай гүзәллекте күрмәйбеҙ, күрһәк тә ҡәҙерен белмәйбеҙ, аҙып-туҙып йәмен, тәмен ебәрәбеҙ икән? Ә хәҙер килеп, ағастағы йөҙөмгә буйы етмәгән ҡарт төлкөләй тамшанып, күҙ баҙлатып, ҡойроҡ болғап маташыуҙан ни күңел?
Ә ҡыҙый тырыша, сәстәремде тегенән тартып, бынан йолҡоп ҡырҡа. Ҡайсыһы ҡыртлаған һайын уймаҡ ирендәре әйтеп биргеһеҙ матур, мәрәкә ҡыбырҙаша. Тик ҡулдары һис кенә лә килешмәйсе? Башым күгәреп, тырналып бөтмәһә ярай ҙа… Күренеп тора, тәжрибәһе сәпсим юҡ, яңы ғына тотонғас ни ошо кәсебенә.
Ярты сәғәт самаһы шулай көҙгөләге олпат ҡына ирҙең ҡарпан ҡолаҡлы ниндәйҙер бер йолҡошҡа әүерелеүен күҙәтеп ултырҙым.
– Илле йәшлек бабайға молодежный прическа килешә тиме ни? – ҡыҙый түбәмдә ҡалған сәстәремде тарап алды ла, һынсыл ҡарашы менән байтаҡ ҡына ваҡыт көҙгөгә төбәлеп торҙо. – Һы… Баштан уҡ модельный итеп алырға уйлағайным да, клиент әйткәнсә тип, яңлышҡанмын шул. Ҡайтаһыңмы ошо килеш, әллә ҡалған сәсеңде модельныйға күсереп яңынан ҡырҡайыммы?
Көҙгөнән миңә Төньяҡ Америкалағы ниндәйҙер бер ҡырағай индеецтар ҡәбиләһен хәтерләткән оҙон танаулы, япраҡ ҡолаҡлы, ялман ауыҙлы әҙәми зат ҡарап ултыра ине ошо мәлдә. Түбәһендә усҡа һыйырлыҡ ҡына тырпаҡ сәс ҡатламы. Портрет урыны-еренә килешһен өсөн индеецтың ат яңаҡлы йөҙөндә «һуғыш биҙәктәре» генә етмәй ине.
– Һин, һылыу, бөтөнләй сәс ҡырҡа белмәйһең икән даһа? Бөҙрәхана асырҙан алда, өйрәнергә кәрәк ине…
– Кәк белмәй? – һылыуҙың ҡарап туймаҫлыҡ матур күҙҙәрендә балаларса үпкәләү салынып ҡалды шунда. –Бына ҡара, лицензиям да бар! Икенсе класслы оҫта тип яҙылған, күрәһеңме? Ун биш мең аҡса түләп бер ай буйына өйрәндем!
– Өйрәнгәнһең шул… Ошо килеш ҡайтып китһәм, танымайынса өйҙән ҡыуып сығармаҫтармы икән һуң туғандарым үҙемде?
– Үҙең әйттең даһа, молодежный, тип? Ҡарт кешегә йәштәрсә прическа килешмәй инде ул!? Етмәһә, башың да ҡыйышыраҡ… Әйҙә, яңынан башлап модельный итеп ҡырҡайым ҡалған сәсеңде?
– Юҡ-юҡ, һылыу, рәхмәт! Күрше бинала икенсе бөҙрәхана бар, шунда кереп ҡалған сәсемде төҙәттерәм дә…
– Анауы һыйыр һымаҡ йыуан мәрйә әбейенә барырға булдыңмы?
Аңымда көҙгөләге ошо иҫ киткес гүзәл дә, аҡыл юйғыс сәйер ҙә һын урынына мәскәй әбей хасиллана башлағас, торған урынымдан лып итеп кире ултырҙым.
– Ай, әттәгенһе, ҡайҙан ғына килеп юлыҡтым мин бында?! Ҡырҡ, әләйһә, модельный итеп, тик ҡолаҡтарымды, зинһар, абай бул!
– Ҡолаҡтарың бигерәк дәү шул, мишәйт итәләр! Ҡайсы араһына керергә генә торалар…
Тағы ярты сәғәт һуҙымында баш өҫтөмдә ҡайсы сыҡылданы. Түбә сәсем шиңеп, ғүмере көн яҡтыһы күрмәгән ап-аҡ баш тирем ялтырай башланы бының һөҙөмтәһендә. Индеец аҡрынлап юҡҡа сыҡты, уның урынына ҡашҡа түбәле запорожье казагы һынланды. Ҡыҙый ҙа хатта был күренештән бер мәлгә аҙап ҡалды, ахыры, өҫтәл тартмаһынан ниндәйҙер журнал алып, матур ирендәрен бәлшәйтеп ниҙер ҡараны ла, һуңында, фәйләсүф ҡиәфәттә, көҙгөгә төбәлде.
– Дә-ә… Модельный прическалы иттем, кәнишне лә һине, тик ул һинең өсөн түгел, имеш, тәһә? Шуға ла бер аҙ сәйерерәк килеп сыҡты, йәлке… Башың да мөйөшлө лә һәйешле, тыуған сағыңда иҙәнгә ҡолап төшкәнһең әллә? Йә Хоҙай, беренсе клиентымдан уҡ шулай уңмам икән?!
Һүҙ юҡ, был йәһәттән матурҡай хаҡ ине. Баш ҡабығым, ысынлап та, бик йәмһеҙ минең. Шуға ла сәсемде ҡалыныраҡ йөрөтәм. Ғаиләләге баш бала булыуым сәбәп быға. Әсәйем, мине тапҡас, ҡурҡышынанмы, оләсәйемә «баш төҙәтергә» бирмәгән мине. Башҡа туғандарымдың баштары шундай матур, йоморо, сөнки оләсәйем, улар тыуғас та, баштарын устары менән ҡамыр һымаҡ баҫып, әүәләп, матурлап ҡуйған.
Мин дә, билдәле, бер аҙ шаңҡып ҡалғайным үҙемдең көҙгөләге күренешемдән.
– Һуң, һылыу… Был килеш урамға сығып китә алмайым да инде?
– Кәнишне… Йә бала-саға ҡурҡып илар, йә иһә милиция алып китер үҙеңде.
– Килешкән паригың барҙыр, бәлки?
– Аҡса бөтөрөп парик алмаһам тағы?
Берҙәм эш кешеләрҙе яҡынайта бит. Сәғәттән ашыу барған был сәс ҡырҡыу аҙабы ла беҙҙе ағай менән һеңле рәүешле итте лә ҡуйҙы, шикелле. Һылыуҡайҙың миңә «һин» тип өндәшеүе күңелемә аңлайышһыҙ ләззәт бирә ине хатта.
– Әһә! – тине ҡыҙ ҡатмарлы мәсьәләнең ниһәйәттән айышына төшкәндәй ҡыуанып. Шул мәлдә үҙе шундай матур итеп йылмайҙы, асыуым ҡабара барған ерҙән иренем дә төштөм. – Беҙ хәҙер был нәмәҫтәне былай итәбеҙ… Тик кенә ултыр, йәме! – башыма йомшаҡ усы сәп итеп ҡалды!
Шажлатып сәс машинкаһын тоҡандырҙы ла, күҙ асып йомғансы ҡалдыҡ сәсемде ҡырҡты ла ташланы!? Артынса, бритва менән ялтыратып ҡырып уҡ ҡуймаһынмы?!
Юҡ, мин теге «Ун ике ултырғыс» киноһындағы Кисаға оҡшамағайным. Сөнки ул минән күпкә матурыраҡ булған…
– Бөттө! – һылыуҙың көҙгөләге ҡиәфәтендә сикһеҙ ҡәнәғәтлек балҡый. – Иллә, баш һиндә, әй! Ҡарале, әллә бынауында мөгөҙ сығып килә инде? – тип боҙҙай ялтыр башымдағы бер нөктәне бармағы менән ыуалап ҡуйҙы был шунда?! Шул уҡ мәлдә ҡыҙҙың көҙгөләге йөҙөндә һис кенә лә мыҫҡыл да, көлөү ҙә юҡ ине, киреһенсә, тауышында ла, ҡиәфәтендә лә табиптарса борсолоу сағыла. – Ужас какой… Ярай инде, ҡалайтаһың… Сәсең үҫкәс, тағы килерһең, йәме? Әйткәндәй, дуҫ-иптәштәреңде, туған-тыумасалыңды ла ебәр, миңә клиенттар кәрәк. Уҡыуға аҡса күп китә. Һеҙҙән алты йөҙ һум, рәхим итеп түләгеҙ!
Ҡарале, һүҙ аҡсаға күскәс, шундуҡ «һеҙ» тип ололай башланы лаһа! Һаман да «һин дә мин» булһаҡ, түләмәйенсә сығып китер был, тиҙер ахыры, мут ҡыҙый?
– Бәй, ниңә улай ҡиммәт? Прейскурантта «на лысо» йөҙ һум тиелгән дәһә?
– Мин башта сәсегеҙҙе молодежныйға ҡырҡтым, унан модельныйға алдым, – ҡыҙый күҙен дә йоммайынса ҡамыштай бармаҡтарын бөгә-бөгә бухгалтерҙарға ғына хас ҡәтғилек менән аңлатырға кереште миңә. – Молодежный ике йөҙ илле һум, модельный ике йөҙ илле һум һәм ялтыр баш-йөҙ һум. Һәммәһе алты йөҙ һум була! И-лә-лә, ғүмеремдәге тәүге эш хаҡым был! – тип, артынса урынында һикерәндәп сәпәкәй итәсе?!
Ғәфү итегеҙ, тик ошо мәлдәге хәл-кисерештәремде һүҙ менән әйтеп аңлата алмайым. Ҡыҫҡаһы, мин телһеҙ ҡалдым шунда. Алдымда күҙ ҡамаштырғыс итеп йылмайып торған фәрештәгә кеҫәмдә ҡулыма эләккән ҡағыҙ аҡсаны тотторҙом да, меңле булды шикелле, үҙемде күктән ергә төшөп барғандай тойоп, сығырға йүнәлдем…
Ошо көндән башлап ялтырбаш прическам арҡаһында кисергән тәьҫорттарымды һөйләп бөтөрлөк тә түгелдер. Бөҙрәхананан сыҡҡас та башланды был. Урамда янымдан үткән кешеләр күҙҙәрен тупайтып, шүрәле күргәндәй һиҫкәнеп, ниңәлер мине урабыраҡ үтергә тырышалар ине. Артымда «уй-бай!», «оба-на…», «йә хоҙай…» тигән ауаздар ҙа ишетелде. Өйгә ҡайтып аш бүлмәһенә кергәйнем, әсәһе менән ҡоймаҡ һалып йөрөгән Әлиә ҡыҙым «пап, ты че, блин?!» тип ҡулындағы сеүәтәһен төшөрөп ватты ла, түшен ҡыҫып сүгәләп үк төштө.
– И-и, бахырҡайым, – тине ҡатыным Фәриҙә мине йәлләп. –Атайыңдың эше бигерәк тә ауыр шул, ҡыҙым. Шуға ла байтаҡтан бирле шикләнә инем инде уның зиһен һаулығына… Шунан, атаһы, хәҙер үк барайыҡмы ПНД-ға, әллә иртәгәгә ҡәҙәрем сабыр итәһеңме?
Ошо көндәрҙә генә хәрби хеҙмәттән ҡайтып төшкән Рәмил улым:
– Уау!? Үәт һин, атай, даешь! Классно! Һин хас та анауы бер кинолағы йәлләткә оҡшағанһың! Ҡанале, ҡулыңа балта тоттороп фотоға төшәйек тә, интернетҡа һалайыҡ! – тип ысынлап тороп фотоаппаратына йәбешмәһенме?!
Аптырағас, тел байлығым еткән ҡәҙәрем тәфсилләп һөйләп бирҙем бөҙрәханалағы хәлдәрҙе. Ҡат-ҡат һөйләтеп эстәре ҡатҡансы көлдөләр. Уларға ҡыҙыҡ, ә миңә иртәгә эшкә барырға кәрәк ошо ҡиәфәтем менән.
– Атай, ә ул бөҙрәхана ҡайҙа?
– Ана шунда…
Әлбиттә, минең «прическам» эшемдә лә ҙур фурор ҡубарҙы, көтөлгәнсә. Иң башта ҡағыҙ-ҡиәмәттәрен күтәреп минең кабинет ишеген асҡан сәркәтип ҡыҙый, «ой!» тип, абына-бәрелә тыртанлап кире сығып китте. Кәңәшмәгә саҡырылған Фәүзиә ханым, миңә тиклемге тиҫтәләгән етәксеһен «ашаған» «мәңгелек» урынбаҫар, ҡара күҙҙәре менән диҡҡәтләп башымдағы барса мөйөш-ҡыйышты барлағас:
– Һеҙ килгәнгә тиклем эшебеҙ түп-түңәрәк тә, йоп-йомро була торғайны, – тип тыҡ-тыҡ баҫып сығып китте.
Отчет менән етәксем ҡаршыһына керҙем. Иван Андреевич, үҙ күҙенә үҙе ышанмағандай, байтаҡ ҡына миңә текәлеп торғас, тәҙрәгә боролдо ла, ниңәлер «однако» тип әйтеп ҡуйҙы…
Ғөмүмән, дуҫ-иштәрем дә минең менән гәпләшкәндә ҡараштарын йәһәт кенә ситкә алып, көслөк менән битараф ҡалырға тырышалар ине.
Башта был ғәләмәттән уңайһыҙланып башымды ҡайҙа тығырға белмәгәндәй йөрөнөм. Ә һуңынан, бынан бер нисек тә ҡотолоу сараһы булмағас, үҙемә лә оҡшай башланы хатта. Ысынлап та, ҡарайҙар, күрәләр икән, тимәк, мин «буш урын» түгелмен, ҡарарлыҡ ерем бар! Ҡурҡалар икән, тимәк, ихтирам ҡылалар… Ошо уйҙан сығып ялтыр башымды йәйге ҡояш аҫтында ғорур күтәреп йөрөргә күнектем. Кәпәс тә кеймәнем, сөнки бының кәпәс менән генә йәшереп булырҙай күренеш түгеллеген аңлағайным шул…
Шул хәлдәрҙән һуң ярты йыл самаһы ваҡыт уҙҙы. Сәсем ҡабаттан үҫте. Әйткәндәй, һалҡын төшөп башҡа бүрек кейер саҡ та еткәйне инде.
Бер көндө эштән ҡайтып керһәм ишек төбөндә ҡатыным Фәриҙә ҡаршы алды.
– Йыуынып, өҫ-башыңды алыштыр ҙа залға кер, – тине ул ниндәйҙер бер сәйер һәм серле ҡиәфәттә.
– Ни булды?
Фәриҙә ниңәлер бармағын ирененә терәне лә, бер ни әйтмәйенсә төпкә кереп китте.
Бер аҙҙан залға үттем. Ә унда табын әҙерләгәндәр, өҫтәл артында ҡатыным Фәриҙә, ҡыҙым Әлиә, улым Рәмил, ә уның янында… Уау!?
Зөлхизә һылыу... Улым янындағы ҡыҙҙы мин башҡа бер кем менән дә бутамаҫлыҡ булғайным инде, мине күргәс бер ағарҙы, бер ҡыҙарҙы, керпектәрен леп-леп итеп матур битен устары менән ҡапланы, хатта урынынан тороп сығырға ла йүнәлгәндәй итте, тик Рәмил уның ҡулынан тотоп ҡалды. Был күренеш иҫ киткес матур һәм һөйкөмлө тойолдо миңә, гүйә, йөрәгемә май булып төштө.
– Һаумыһығыҙ! – тинем дә өҫтәл артына урынлаштым.
Бүлмәлә бер мәлгә сәйер тынлыҡ урынлашты. Фәриҙә ҡарашын алмаш-тилмәш күсереп был хәлдән ниҙер аңларға маташты. Ҡыҙым Әлиә шуҡ йылмайып күҙҙәрен өҫтәлгә төбәне. Рәмил улымдың йөҙөндә иһә ата-әсә алдындағы ҡыйынһыныу менән бергә ниндәйҙер мутлыҡ һиҙелә ине.
Ниһайәт, улым урынынан ҡуҙғалды.
– Атай, әсәй, – тине лә, тулҡынланып, тамағын ҡырып алды. – Ней… мин өйләнергә булдым, рөхсәт итһәгеҙ… Ә был ҡыҙ минең һөйгәнем Зөлхизә, таныш булығыҙ… Киленегеҙ булыр!
Әлиә, үҙе лә һиҙмәҫтән, ахыры, сәпәкәй һуғып алды.
– Афарин улым, бик мәслихәт! – тинем тарҡалып киткән зиһенемде нисек тә тупларға маташып. Өнөмме был, әллә төшөмме?
Ә Зөлхизә һылыуҡай ҡамыштай керпектәре артына йәшенеп, ағара-буҙара ултыра бирҙе. Был күренеш беҙҙең барыбыҙға ла шундай ныҡ тәьҫир итте, шуға ла өҫтәл артындағы уңайһыҙ тынлыҡ һаман да һуҙылды. Бер ни аңламаған ҡатыным һораулы күҙҙәрен миңә төбәп ултыра.
– Сәсем шундай матур булып үҫте был юлы, – тип башымды һыйпаным, һүҙ юҡта һүҙ булһын, йәнәһе. Ниңә шулай тигәнмендер, үҙем дә һиҙмәй ҡалдым.
Әлиә ҡыҙым, пырх итеп ҡалды шунда. Һеңлеһенә Рәмил дә ҡушылды. Мин дә көлгән булам. Зөлхизә иһә, битен устары менән ҡаплап, әллә көлә, әллә илай…
-Что такое? Нимәгә хихылдашаһығыҙ ул? – тип ҡатыным асыулана башланы, шикелле. Тик был табынға мәрәкә генә өҫтәне тағы.
– Һеҙ мине, зинһар, теге саҡтағы ҡылығым өсөн ғәфү итегеҙ инде, – тине Зөлхизә табын бер аҙ тынысланғас, дымлы күҙҙәрен миңә төбәп. – Бөҙрәхана астым да, ә үҙем сәс ҡырҡа белмәйем. Парикмахерҙар курсына йөрөгән булғайным да, унда мине йүнләп тә өйрәтмәнеләр, тик аҡсамды ғына алып ҡалдылар… Аптырағас, үҙем эш артында өйрәнергә булдым. Барса ҡурҡыуымды, ҡыйыуһыҙлығымды, оялыуымды ҡыуалап, булған батырлығымды, әрһеҙлегемде туплап, башымды йүләргә һалдым да, юрамал ҡыландым шулай… Ә һеҙ беренсе клиентым инегеҙ… Ҡайным булырһығыҙ тип кем белгән ул саҡта? Уф, Аллам, әллә ниҙәр һөйләйемсе?.. Ә һин, Рәмил, ниңә әйтмәнең? Белгәнһең дәһә тәүге клиентымдың атайың булғанды?
Ҡыҙҙың күҙҙәрендәге утлы сатҡыларҙан улыҡайым бер аҙ бөрөшөп ҡуйҙы хатта. Ай-һай, уҫал булыр, ахыры, киленкәй, маладис!
– Әйтһәм, һин беҙгә киләһеңме ни? – ти улым, ғәйепле төҫтә. –Былай ҙа артыңдан сабаулай торғас хыялый булдым инде…
Шунда ғына Фәриҙәм хәлдең айышына төшөндө, ниһайәт. Төшөндө лә, тыйыла алмайынса, күҙҙәренән йәштәр атылғансы һығылып көлә башланы. Ихахай-михахайға йәштән шәп шул ҡатыным.
– Их, киленкәйем, йәтеш иткәнһең ҡайныңды, һа-һа! Килен ҡәйнә тупһаһынан ярала шул! Йә, һөйләгеҙ әле тағы бер ҡат шул хәлдәрҙе, һа-һа-һа!
– Юҡ-юҡ, кәрәкмәй! Оят таһа миңә?! Әйҙәгеҙ әле, онотайыҡ шуны бергәләп? – балаларса ихласлыҡ менән ҡаршылашып маташҡан киленкәйемә ҡарап ултырыу үҙе бер кинәнес ине шул мәлдә.
Дәррәү көлкө тыйып булмаҫлыҡ хәлгә етте. Әлиә ҡыҙым еңгәһе менән бүлмәнән сығып уҡ киттеләр…
Бөгөн килеп белеүемсә, мин сәсте ҡырҡтырған көндөң иртәгәһенә үк Рәмил улым, ҡыҙыҡ күреп, шул бөҙрәханаға барған. Һөҙөмтә –билдәле. Ялтырбаш булып ҡайтҡайны шул, тик мин ниңәлер ихтибарға алманым. Йәштәр модаһы бөтәме ни… Ә йәй башында беҙҙең подъезда, йорт тирәһендә, хатта урамда ла «на лысо» йөрөгән егет-елән күбәйеп китте. Теге бөҙрәхана янынан үткәндә шунда сиратта торған йәштәрҙе лә шәйләп ҡалғайным бер мәл. Баҡһаң, Рәмил улым ҡалалағы барса дуҫ-иптәшен, таныш-тоношон өгөтләп-димләп Зөлхизәнең бөҙрәханаһына йөрөткән, имеш?! Хатта, һеңлеһе Әлиәне лә еккән был аҙапҡа, ухажерҙарыңды шунда ебәр, тип. Бер күреүҙән Зөлхизә һылыуға иҫе китеп ғашиҡ булған да улғынам, шулайтып уға клиенттар тапҡан, сәс ҡырҡырға өйрәткән, тәжрибә туплатҡан.
Әллә ҡасандан бирле шундай көлөшөп, күңелле итеп ултырғаныбыҙ юҡ ине!
– Мин хәҙер сәс ҡырҡырға өйрәндем инде, – ти киленкәйем улымдың матур прическаһына ҡағылып. – Бына, күрәһегеҙме? Бындай прическаны ҡалала тик мин генә яһайым!
Шунан матур күҙҙәре менән минең баш-түбәне күҙләп алғас:
– Сәсегеҙ еткән дәһә, ҡайным? Килегеҙ миңә, бынамын тигән итеп ҡырҡырмын был юлы. Бушлай, – тине.
– Юҡ инде, киленкәйем, рәхмәт. Мин нисек тә башҡа урында…
…Эх-ма, ҡайҙа булдың, йәшлегем…
…Ҡала урамдарында йөрөгәндә күҙҙәрем менән яңы асылған бөҙрәхана эҙләйем хәҙер. Үҙем дә һиҙмәҫтән…
Шоңҡар журналынан.
Читайте нас: